Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тәбиғәтегеҙ матур, халҡығыҙ ихлас”
“Тәбиғәтегеҙ матур, халҡығыҙ ихлас” Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүе­беҙсә, әле Әбйәлил районы биләмәһендә XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындары бара.

27 мартта старт алып, 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк сараның төп өлөшө Ханты-Манси Рес­пуб­ликаһының спорт объекттарында башланғайны. Программаға ингән тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярышы, керлинг буйынса уҙыш әле “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә бара.
Сурдлимпия – һаңғырау кешеләр араһында үткәрелгән ярыш. Уның төп маҡсаты – ишетеү һәлә­тенән мәхрүм кешеләргә үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойоуға, уларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итеү. Йәйге һәм ҡышҡы Сурдлимпия уйындары дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола. Рәсәй был бәйгелә 1971 йылдан ҡатнаша башлай.
Әлеге ярышҡа 19 илдән 450-гә яҡын спортсы килгән. Шул иҫәптән Башҡортос­тан­дан ике спорт төрө буйынса 11 кеше көсөн һынай. Дүшәмбе көндө спортсылар өсөн күнекмәләр үткәрелде, улар тау саңғыһы юлы менән танышты. Кисә улар тәүге уҙышҡа сыҡты.
Зеленая поляна ауылы янындағы “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгенә халыҡ ир­тән­сәк үк ағыла башланы. Һәр кем тәүге тапҡыр үткән ярышты асыу тантанаһында ҡатнашыу, төрлө илдән килгән спортсыларҙы сәләмләү, уларҙы яҡындан күреү теләге менән яна ине.
Ҡунаҡтар тәүҙә Әбйәлил районы хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән Башҡорт йорто һәм Силәбе өлкәһенең Урыҫ ихатаһы менән танышты. Улар халҡыбыҙҙың милли ризығы буҙа­нан, сәк-сәктән ауыҙ итте, урыҫ мейесендә күпе­реп бешкән икмәкте тәмләп ҡараны. Ҡунаҡтарҙа айырыуса баш­ҡорт­тоң милли кейеме, аш-һыуы, йылы, йом­шаҡ быймалары, төрлө йәнлек тиреләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә инде Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙа­рының дәртле йырҙары, һалҡын көнгә йылылыҡ өҫтәп, кәйефте тағы ла күтәреп ебәрҙе. Урыҫ ихата­һындағы тимерселек шөғөлөнөң үҙенсәлектәре сағылдырылған, ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эштәре ҡу­йыл­ған күргәҙмә лә ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Сараның рәсми өлөшөндә Рәсәй Сурдлимпия комитеты рәйесе Александр Романцев, Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сәхнәлә башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурай моңо менән бер рәттән урыҫ, казак йырҙары яңғыраны.
Сығыш яһағандарҙың барыһы ла уйынға әҙерлек­тең юғары кимәлдә башҡарылғанын билдәләне, Әбйәлилдең саф һауаһы һәм бейек тауҙары спорт­сыларға дәрт һәм сәм, яңы еңеүҙәргә этәргес бире­ренә ышаныс белдерҙе. XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйынының факелын алып килгән Наталья Дроздо­ваның (дзюдо буйынса Сурдлимпия чемпионы) “Ысынында факел бик ауыр. Уны төшөрөп ебәрмә­һәм ярар ине тип ҡурҡҡайным. Ләкин беҙҙе ҡар­шылаған кешеләрҙең көләс йөҙөн күреп, уның ауырлығы шундуҡ онотолдо” тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
Изгелек һәм ихласлыҡ телһеҙҙәрҙе һөйләш­терә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, шулайҙыр. Телде белмәһәләр ҙә, көй-моңдо ишетмәһәләр ҙә, спортсыларҙың бергәләп бейеүе, сабыйҙарса ихлас ҡыуаныуы уйындың юғары кимәлдә үтеренә, көслө рухлыларҙың яҙмыш һынауын тағы бер тапҡыр йырып сығырына ныҡлы инандырҙы.
Ярышта айырыуса япон һәм француз спортсылары әүҙемлеге, ихласлығы менән айырылып торҙо.
– Беҙҙең илдекеләр бындай сарала һигеҙен­се тапҡыр ҡатнаша, – тине тренерҙары Тахсутихо Авано. – Һәр саҡ уңышҡа өлгәшәбеҙ. Беҙҙекеләр был юлы ла һынатмаҫ тип ышанам. Тәбиғәтегеҙ шул ҡәҙәр матур, халҡығыҙ ихлас.
Хәйер, беҙҙең Рәсәй спортсылары ла һәр саҡ еңеүгә өлгәшә, алтын миҙалдар яулай. Улар ҙа һынатмаҫ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 359

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064