Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйәхәтселәр ҡәнәғәт
Сәйәхәтселәр ҡәнәғәт Ни тиһәк тә, булмышыбыҙ шулайыраҡ шул: алыҫтағы сит ерҙәр, ундағы хәл-ваҡиғалар хаҡында күберәк хәбәрҙарбыҙ. Үҙебеҙҙеке хозур, бер кемдекенә алыштырғыһыҙ булһа ла, күнегелгәнгә әллә ни иғтибар итмәй, ят тәбиғәткә иҫебеҙ китә. Ҡайҙа йәшәһәк тә – ҡалаламы, ауылдамы — төрлө иҫтәлекле урындарҙы һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һирәктәребеҙ генә барып күрергә форсат таба. Күптәр бының өсөн бер нисек тә ваҡыт еткерә алмай.

Һуңғы йылдарҙа республика­быҙҙың бар тарафында ла әүҙем тарала барған матур һәм файҙалы сараны – социаль туризм программаһын — тормош­ҡа ашырыу ошо әйтелгән етеш­һеҙлектәрҙе бер ни тиклем бөтөрөүгә булышлыҡ итә. Был тәү сиратта йыл әйләнәһенә донъя мәшәҡәттәренән арына алмаған ауыл халҡы өсөн ҡулай. Район үҙәгенә бихисап йомош менән ашыға-ашыға бер-ике сәғәткә генә барып әйләнгән игенсе һәм малсы, шулай уҡ үҙ төйәгендә башҡа һөнәр менән мәшғүлдәр күп осраҡта бай ғына тарихҡа эйә булған был ауыл, ҡасаба йә ҡала менән ныҡлап таныша алмай. Ҡатмарлы тормош шарттарында ҡайһы берәү­ҙәргә ғүмер буйы хатта күр­ше-тирәләге ауылдарға ба­рырға ла яйы һәм форсаты төшмәҫкә мөмкин. Нәҡ шуны иҫәпкә алып, Краснокама райо­нында оло йәштәгеләр өсөн мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойошторола. Был сара — урындағы хакимиәттең Башҡортостан Хө­кү­мәтенең 2016 йылға тиклемге осорға социаль туризмды үҫте­реүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларын бойомға ашырыу буйынса эше. Район ха­ки­миәте башлығының социаль мәсьә­ләләр һәм кадрҙар буйын­са урынбаҫары Фәнүзә Дмит­риева белдереүенсә, сәйәхәттәр ал­дан төҙөлгән график һәм мар­шруттарға ярашлы үткәрелә. Ауылда йәшәгән оло йәш­тә­геләр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы ялды тейешле кимәлдә ойоштороу мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәр­ҙәренә йөкмә­телгән. Төбәктең бай тарихынан, ауылдарҙа тәби­ғи, мәҙәни һәм археологик ҡо­мартҡылар күплеген иҫәпкә алып, социаль туризмдың бер ни­сә маршруты эшләнгән. Улар, бер нисә быуаттың иҫтәлектә­рен һаҡла­ған район үҙәге Николо-Березовканан башланып, төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән, үҙен­сәлекле тәбиғәтле һәм һәр кемгә ҡыҙыҡлы урындары бул­ған эре һәм ваҡ ауылдар ­аша үтә. Бындағы мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа эшләгән музей­ҙар, йәнтөйәктең төрлө яҡлы тарихына, арҙаҡлы шәхестә­ренә арналған күргәҙмә-мө­йөштәр ҙә бай мәғлүмәткә эйә.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһар­маны, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың тыуған ауылы Яңы Ҡайынлыҡ аша үт­кән маршрут Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙер­ләнгән осорҙа айырыуса әһә­миәт­ле. Башҡорт егете уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары аҙа­ғында Өфөлә финанс-иҡти­сад техникумын тамамлай, 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға хеҙ­мәткә алына. Командирҙар әҙер­ләү курстарынан һуң, 1941 йыл­дың октябренән фа­шис­тарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡат­наша. Белоруссия ерҙәрен азат иткәндә күрһәткән батыр­лығы өсөн ул ваҡытта инде артиллерия ба­тареяһы командиры булған капитан Шәриф Сөләй­мәновҡа 1943 йылдың де­кабрен­дә Герой исеме бирелә. Дошманды дө­мөк­төрөп ҡайт­ҡас, Краснокама еренең һәм халҡыбыҙҙың арҙаҡ­лы улы күп йылдар совет һәм партия органдарында етәксе вазифа­ларҙа эшләй, оҙаҡ ҡына Баш­ҡорт АССР-ының финанс министры була. Яңы Ҡайынлыҡ ауылында Шәриф Сөләймән улы­на һәйкәл ҡуйылған, бында уның йорт-музейы эшләй, урын­дағы мәктәп батыр яҡташтары исемен йөрөтә.
Герой яугиргә арналған материалдар социаль сәйәхәттә ҡат­нашыусыларҙа оло ҡыҙыҡ­һыныу уята. Улар, илебеҙ азатлығы өсөн батырҙарса һуғышҡан яҡ­таш­тары һәйкә­ленә гөлләмәләр һалып, уны ихтирам менән иҫкә ала.
Маршруттың артабанғы өлө­шө Яңы Ҡайынлыҡ һәм Ҡуян ауыл советтарына ҡараған ху­жалыҡтар аша үтә. Сәфәрҙә йөрөүселәр “500 ферма” республика программаһында ҡат­наш­ҡан малсыларҙың эше менән таныша, ауылдарҙың социаль-мәҙәни объекттарын ҡа­рай. Урын­дағы хакимиәт баш­­лыҡ­тары, хужалыҡ етәксе­ләре һәм белгестәре ветеран­дар­ҙы ҡы­ҙыҡ­һындырған һо­рау­ҙарға яуап бирә. Ра­йондың тарих-тыу­ған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәт­кәрҙәре иһә оло йәштә­геләргә улар барған ауылдар тураһында бай мәғлүмәт етке­рә.
Ете ауыл советының дүрт тиҫтәнән ашыу ветераны социаль туризм маршруттары буйынса йөрөп сыҡты ла инде. Улар сәфәрҙән бик тә ҡәнәғәт ҡалды һәм, ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, был матур сараның киләсәктә мотлаҡ дауам ителергә тейешлеген билдәләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 424

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 068