Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хәйерһеҙ булды юлаевсыларҙың Себергә сәфәре. Новокузнецкиҙа еңелгәндән һуң (2:3) Новосибирскиҙа ла уларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманылар – “Себер” үҙ боҙонда еңел отто (3:1).


Кәйефһеҙ генә Өфөгә ҡайтып инеүгә йәнә уңышһыҙлыҡ һағалап торған. Ҡунаҡҡа килгән Мәскәүҙең “Динамо”һына бирештеләр (2:4). Ышаныслы ғына башлағайнылар ҙа һуң уйынды, нимә етмәне? Ғәҙәттә тыныс була белгән баш тренерыбыҙ Владимир Юрзинов матчтан һуң түҙмәне – арбитрҙарға ғәйеп ташланы. Ысынлап та, юлаевсыларға штраф артынан штраф сәпәп торҙолар. Бындай хәлдә һынмаҫ ерҙән һынырһың...
Ике көндән иһә беҙҙекеләрҙе танырлыҡ түгел ине. Чемпион булған саҡтарын хәтергә төшөрҙөләрме, судьяларға йәндәре көйҙөмө, “алға, еңеүгә!” тигән уй менән сыҡҡайнылар, ахыры. Ярославлдең “Локо­мотив”ына баш ҡалҡытырға ла форсат бирмәнеләр. Дмитрий Макаров менән Антти Пильстремдың матур голдары, Антон Слепышевтың шәхсән оҫталығы көйәрмәндәрҙе һоҡландырҙы. Арена “маладис!” тигән ауаздарға күмелде. Денис Толпеко менән Алексей Кайгородов та дөйөм уңышҡа өлөш индерҙе. Иҫәп – 5:2. Күңел йырлай: “Лә-лә-лә!” Кешегә тағы ни кәрәк?..

*. * *

“Өфө” футбол клубы һуңғы арала ҡыуандыра. Аутсайдер – Екатеринбургтың “Урал”ына еңелеүен-еңелделәр, әммә киләһе турҙа Саранскиҙың “Мордовия”һын 2:0 иҫәбенә оттолар.

Рәсәй кубогына ярышта иһә Красноярскиҙың “Енисей”ынан өҫтөнөрәк булдылар (3:2). Артабан 1/8 финалда беҙҙекеләрҙе күпкә көслөрәк “Локомотив” (Мәскәү) көтөп тора. Мин генә аптырашта ҡалдым: яҡташ­тарыбыҙға янып-көйөргәме, әллә күптән яратҡан “тимер юлсыларым” өсөнмө?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 421

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 223

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 093

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067