Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ольга Вилухина: “Межгорье, мин һине яратам!”
Ольга Вилухина: “Межгорье, мин һине яратам!”
Тәүге көндә Рәсәй спортсыларының бер миҙал да яуламауы кәйефте төшөрһә лә, иртәгәһен ныҡ шатландырҙы беҙҙекеләр. Бронзанан башланыҡ. Конькиҙа 3 километр алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа Омск ҡалаһы ҡыҙы Ольга Графтың өсөнсө булып килеүе күңелде йылытып ебәрҙе.

Ә инде биатлонсылар алышҡа сыҡҡас, күңелдә йәнә өмөт уянды. Улар араһындағы Ольга Вилухина, бөгөн Новосибирскиҙа йәшәһә лә, Башҡортостандың Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән, ҙур спортҡа аҙымдары ошо ерҙән башланған. Ҡасандыр “Йәншишмә” гәзите призына уҙғарылған республика саңғы ярыштарында ла тәүге урындарҙы яулай торғайны. Һәм бына 7,5 километрға ҡатын-ҡыҙҙар спринтында ул көмөш миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙың финиш һыҙығына килеп етеү менән: “Межгорье, мин һине яратам!” – тип ҡысҡырып ебәреүе уның тыуған яғына булған мөхәббәте, рәхмәт һүҙе булып яңғырағандай тойолдо.
Ольга Вилухина: “Межгорье, мин һине яратам!”Быйыл тәүге тапҡыр Олимпия уйындарына фигуралы шыуыу буйынса команда беренселеге ойошторолдо. Көтөп алған “алтын” – рәсәйҙәр ҡулында. Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡышҡы Олимпия уйындарының иң йәш спортсыһы Юлия Липницкая үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте. 15 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғәжәп оҫталығына, талантына таң ҡалмаған кеше булмағандыр. Үҫмер ирекле программала барлыҡ көндәштәренән күпкә юғары булыуын күрһәтте. Хатта Канада ҡыҙын теүәл 11 мәрәйгә уҙҙы. Юлия 1989 йылда Екатеринбург ҡалаһында тыуған. Спорт менән дүрт йәштән шөғөлләнә. Ҡул артың еңел булһын, Юлия!
Әлбиттә, беҙҙең фигуристарҙың башҡаларҙан көслөрәк булыуында шик юҡ. Алда тағы ҡатмарлыраҡ ярыштар көтә.
Санала уҙышыуҙа 42 йәшлек Альберт Демченко йәнә көмөш миҙал эләктерҙе. Спортсыларҙың һәр береһен Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе ҡотланы, уңыштар теләне.
Булдырабыҙ бит! Ярыштар әле башлана ғына. Беҙҙекеләр үҙен күрһәтер әле. Күҙ генә тейеп ҡуймаһын!


Автор: В. ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 313

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 215

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 400

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 264

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 400

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 199

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 070

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 174

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048