Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хоккейсыларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ!
Хоккейсыларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ!
Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала. Элек-электән ошондай күркәм сифаттары менән данланған Яңы Усман халҡы әлеге замандың ыжғыр елдәренә лә бирешмәй, төйәгенең киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Уҙған шәмбелә мәктәп биләмәһендә хоккей ҡабы асылыуы ла — быға аныҡ дәлил.


Хоккейсыларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ!— Башланғысыбыҙҙы ауылдаштар шунда уҡ күтәреп алды, — ти мәктәп директоры Илдар Ишморатов. — Биләмә битләүгә тура килгәнлектән, иң тәүҙә уны тигеҙләргә кәрәк ине. Эшҡыуарҙар Камил Мәжитов менән Шәрәфулла Ҡолһарин, “Бөрйән урманы” дәүләт унитар предприятиеһы мастеры Фәйзулла Йосопов тракторҙары менән был эште тиҙ арала атҡарып сыҡты. Шәрәфулла Фәйзулла улы эргә-тирәне кәртәләп алыу өсөн таҡта менән дә ярҙам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов иһә һыу һиптергес помпа бирҙе, бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы. Ауылдашыбыҙ, “Нуриман урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Арыҫлан Мырҙагилдин ҡустыһы, Белорет районындағы Сермән участка урмансылығы лесничийы Рәмис Рәмил улы менән берлектә ҡапҡалар эшләүгә тимер торбалар йүнләне. Әсәле-уллы эшҡыуар Гәүһәр менән Айнур Ҡолһариндар хоккей ҡабының кәртәһен буяу, биҙәкләү өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте.
Хоккейсыларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ!Ярҙам бының менән генә бөтмәгән әле. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов һәм уның ағаһы Рәйес Хәлфетдин улы йәш хоккейсыларҙы коньки, сәкән менән тәьмин итергә вәғәҙә бирһә, “Бетерә” участка урмансылығы лесничийы Ризат Мәжитов менән “Әсебар” участка урмансылығы мастеры Фәнил Йосопов мәктәпкә ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыуҙа ярҙамлашырға йыйына.
Хоккейсыларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ!Белем усағы коллективының, айырыуса балаларҙың, шатлығы сикһеҙ. Улар күмәкләп хоккей ҡабының ситен матур итеп биҙәгән, “Тиҙерәк! Бейегерәк! Көслөрәк!” тигән лозунгтары әллә ҡайҙан күренеп, тотош ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа әйҙәп тора. Боҙ майҙансығын асыу тантанаһында һәр кем изге эштең татлы емеш биреренә, киләсәктә Яңы Усмандың данын таратырҙай хоккейсылар үҫеренә ҙур ышаныс белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 313

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 215

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 400

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 264

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 401

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 199

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 071

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 175

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048