Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк21.03.2019
Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған табиптарға матди ярҙам күрһәтеү саралары тураһында уйларға ҡушты.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ауылға эшкә ҡайтҡан табиптарға аҡсалата ярҙам төрҙәре бар, ә ҡалаларға килеүселәргә был ҡаралмаған. Ә ҡала дауаханалары һәм поликлиникаларында ла кадрҙар етмәү проблемаһы ҙур.

Төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинға яҡын арала медицинала кадрҙар мәсьәләһе буйынса доклад әҙерләргә ҡушты.

– Урындарҙа табиптарҙы йәлеп итеү – ентекле, даими һәм яуаплы хеҙмәт. Башлыҡтар кадрҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнә икән, тимәк, проблема хәл ителә, – тине Радий Хәбиров.





Вернуться назад