Изге эштәр тағы ла ишәйер18.03.2019
Изге эштәр тағы ла ишәйерБашҡортостанда “Республика ҡаҙанышы” йәмәғәт премияһына заявкалар ҡабул итеү башланды.

Унда социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Ойоштороусы – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Конкурс социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хәйриә фондтарының башланғыстарын һәм ижади әүҙемлеген күтәреү, шулай уҡ республикала мәрхәмәтлек күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында үткәрелә.

Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнәсәк: “Социаль партнер”, “Шәфҡәтлелек дәүере”, “Киләсәк хаҡында хәстәрлек”, “Йомарт йөрәк”.

Конкурс комиссияһының махсус номинация булдырырға хоҡуғы бар.

Заявкалар 18 марттан 3 апрелгә тиклем Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 540-сы кабинет) ҡабул ителә. Шулай уҡ [email protected] электрон адресы аша ебәрергә мөмкин.

Конкурстың положениеһы ведомствоның сайтында бирелгән.

Еңеүселәрҙе бүләкләү 13 апрелдә, Меценат һәм мәрхәмәт күрһәтеүсе көнөндә була.


Вернуться назад