Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Ниндәй ташламалар ҡаралған?

“Беҙ Себерҙә оҙаҡ эшләп, пенсияға сыҡҡандан һуң тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Әле фатирҙа өс кеше йәшәйбеҙ. Ирем — хеҙмәт ветераны, улым — II группа инвалиды. Улар өсөн ниндәй льготалар ҡаралған?
З. УСМАНОВА.
Ишембай ҡалаһы”.


Хөрмәтле Зөлхизә ханым! Иптәшегеҙгә бөтә тейешле документтарығыҙҙы йыйып, теркәлгән урынығыҙҙағы халыҡты социаль яҡлау органына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләү, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы компенсациялау өсөн айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Һеҙ хатығыҙҙа балағыҙҙың йәше, медик-социаль экспертизаны ҡасан үтеүе, быға тиклем ниндәй льготаларҙан файҙаланыуы хаҡында яҙмағанһығыҙ. Айлыҡ аҡсалата түләүҙе асыҡлау өсөн урындағы Пенсия фонды бүлексәһенә, ә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы компенсациялау маҡсатында айлыҡ түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн урындағы халыҡты социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген урында яҡшылап аңлатырҙар.


Бурысты түләргә кәрәк

“Эш хаҡын быйыл кинәт кәметтеләр, шуға күрә торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе өс айға кисектерергә тура килде. Миңә субсидияны нисек юллап алырға икән?

К. КИНЙӘКӘЕВ.
Белорет районы”.


Һеҙ субсидия юллай алаһығыҙ. Әммә тәүҙә бурысығыҙҙы тулыһынса түләргә тура киләсәк йәки уны ҡаплау буйынса килешеү төҙөргә тейешһегеҙ.


Икегеҙҙең дә хоҡуғы бар

“Беҙ ҡатыным менән уртаҡ милектә булған фатирҙа йәшәйбеҙ һәм икебеҙ ҙә ошонда теркәлгәнбеҙ. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы квитанция ҡатыным исеменә килә. Ә субсидияны кемдең исеменә рәсмиләштереү дөрөҫ булыр?
А. ҒИЛМЕТДИНОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы”.


Икегеҙ ҙә фатир хужаһы булғанлыҡтан һәм бер үк урында теркәлгәнлектән, һеҙҙең һәр берегеҙҙең субсидияны юллап алырға хоҡуғы бар.

Роза КУЗЬМЕНКО,
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе.


Эш таба алмаһаң, иҫәпкә тор

“Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәпкә тороу өсөн ниндәй документтар талап ителә?

Т. ӘМИРЙӘНОВА.

Шаран районы”.


Рәсәй Хөкүмәтенең эш эҙләүселәрҙе һәм эшһеҙҙәрҙе теркәү тәртибе раҫланған ҡарарына ярашлы, теркәү иҫәбенә граждандарҙың ике төрлө категорияһын ҡуйыу ҡаралған. Беренсеһе – үҙҙәренә яраҡлы эш эҙләү маҡсаты менән йөрөгән граждандар, икенсеһе – эшһеҙҙәр.

Үҙҙәренә яраҡлы эш эҙләүселәрҙе теркәү уларҙың ҡайҙа йәшәүенә бәйле түгел. Түбәндәге документтарҙы тупларға кәрәк: паспорт, инвалидтар категорияһына ингән граждандар өсөн – шәхси реабилитация йәки абилитация программаһы.

Эшһеҙҙәр сифатында теркәлеү өсөн даими йәшәгән урындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, түбәндәге документтарҙы илтергә кәрәк: паспорт, хеҙмәт кенәгәһе, һөнәри квалификацияны раҫлаған документ, аҙаҡҡы эш урынындағы һуңғы өс айҙа алған эш хаҡы тураһында белешмә. Инвалидтар категорияһына ҡараған граждандар өсөн шәхси реабилитация йәки абилитация программаһы талап ителә.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: normasluha.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509