Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаршылыҡтарҙы бергә еңәбеҙ!
Бөгөн баш ҡалала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға булышлыҡ ҡылыу буйынса быйылға ҡаралған саралар планы рәсмиләштерелде. Документҡа “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ҡул ҡуйҙы.

Ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә 2012 йылда юл һалынғайны. Шул арауыҡта изге башланғыс һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән меңдәрсә баланы, уларҙың ата-әсәһен, реабилитация үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен һәм, ғөмүмән, битараф булмаған бар кешене бергә тупланы.

“Барьерҙарҙы емереп” йәмәғәт проектына ярашлы, социаль әһәмиәтле бихисап сара тормошҡа ашырыла. Республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәктәре адреслы ярҙам ала. Йыл да үткәрелгән төбәк-ара фестивалдә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән йәш таланттар сәләмәт тиҫтерҙәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.

Берҙәм саралар планына ярашлы, 2019 йыл дауамында, йолаға һалынғанса, балаларҙы һауыҡтырыу эше дауам итәсәк, “Газовик” теплоходында ҡыҙыҡлы программалы экскурсиялар ойоштороласаҡ, Яңы йыл алдынан төрө тамашаларға йөрөү, бүләктәр таратыу ҡаралған.

“Миңә байрам бүләк ит”, “Донъяға тәҙрә”, “Йәшәй беләм”, “Минең менән йөрөргә сыҡ” проекттары, “Барьерҙарҙы емереп” проектының сайты һәм журналы артабан үҫеш аласаҡ – улар инвалид балаларҙы социаллаштырыу, үҙаллылыҡҡа өйрәтеү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора. Өҫтәүенә быйыл беренсе тапҡыр “Йырҙарымда һин, минең ҡурайлы төйәгем” тигән ижади проект та тормошҡа ашырыласаҡ.

“Барьерҙарҙы емереп” социаль проектына ҡушылған партнерҙар, битараф булмаған кешеләр йылдан-йыл арта. Улар араһында күпселекте “Газпром” Башҡортостанда” ассоциацияһы предприятиелары тәшкил итә.


Автор: Д. ҠОРМАНОВА.
Фото: "Башинформ"дан алынды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511