"Тәгәрмәсле" табип килде14.02.2019
Красноусол (Ғафури районы) үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Медицина тикшереүе, беренсе ярҙам күрһәтеү, диспансерлаштырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар (ЭКГ аппараты, ҡан баҫымын үлсәү ҡулайламаһы, ҡан анализы алыу өсөн процедура өҫтәле, кушетка, ауырлыҡ, буй үлсәмен алыу ҡоролмалары, ҡул йыуғыс һәм башҡалар) менән йыһазландырылған “ГАЗель” автобусы райондың медицина учреждениелары булмаған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Тәүгеләрҙән булып тәгәрмәсле ФАП-ты Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Троевка ауылында һынап ҡаранылар.


Вернуться назад