Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысты “бишле”гә үтәү мөһим
Етәкселек эшләмәгәнгә халыҡ яфа сигергә тейеш түгел.

“Сәләмәтлек сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә халыҡты борсоған иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр, урындарҙан килгән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар буйынса фекер алышыуҙың ҡыҙыу үтеүенә күнегеп барабыҙ шикелле.

Видеоконференция режимында барған сираттағы кәңәшмәлә лә ялыуҙарҙың әлегә кәмемәүен, тәүге звено һәм тар белгестәр­ҙең етешмәүе һәм дарыуҙар ҡытлығына ҡағылған һорауҙарҙың байтаҡ булыуы асыҡланды. Әлеге лә баяғы Сибай ҡала­һындағы хәүефле экология мәсьәләһенә бәйле, пациенттарҙың тейешле медицина ярҙамын ваҡытында алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған осраҡтар халыҡта ризаһыҙ­лыҡ тыуҙыра. Ике педиатрҙың ауырыуы һөҙөмтәһендә бала менән ҡабул итеүгә ваҡытында инә алмаған әсәләрҙең дә хәлен аңларға була.

– Сибайҙа ғәҙәти булмаған ваҡиға тыуҙымы әллә? – тигән һорау менән республика етәксеһе Радий Хәбиров кәңәш­мәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте. – Республика, киҫкен хәл менән бәйле, унда иң яҡшы белгестәрен ебәрҙе. Ни өсөн ауырыған табиптарҙы ваҡытында алмаштырмағандар? Ни өсөн кешеләр медицина етәкселегенең эшләмәүе арҡаһында яфа сигергә тейеш? Мин бындай мөнәсәбәт менән ҡәнәғәт түгелмен, был хәлде насар баһалайым.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин ашығыс медицина ярҙамы эшмәкәрлеге һәм берҙәм диспетчер хеҙмәтен ойоштороу хаҡында һөйләне. Был өлкәлә төп проблема – белгестәргә ҡытлыҡтан тыш, ашығыс ярҙам машиналарының ныҡ туҙыуы (67 процентҡа тиклем). Былтыр республикаға 225 яңы автомобиль ҡайтарылған, 2019 йылға тағы ла 60 автомашинаға заявка бирелгән.

Максим Забелин иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе тип нормативты юғары кимәлдә үтәүҙе – ауырыуҙарға ашығыс ярҙамдың 20 минуттан да һуңламай килеп етеүен билдәләне. Республиканың төньяҡ-көн­ба­йышында һәм төньяҡ-көнсы­ғышындағы күрше муниципалитеттарҙың ашығыс ярҙам хеҙмәтен үҙәкләштереүе буйынса тәүге ыңғай һөҙөмтәләр барлығы хаҡында ла әйтелде.

– Буш бригадалар булһа, улар ашығыс саҡырыу буйынса күрше тораҡтарға сыға. Шулай итеп, пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ, – тип аңлатты М. Забелин. – Киләсәктә ашығыс ярҙам бригадаларын диспетчерлаштырыу мобиль ҡорамалдар аша контролдә тотоласаҡ.
Радий Хәбиров ашығыс ярҙам хеҙмә­тен­дә эшләгән табиптар һәм фельдшерҙар менән осрашып, уларҙы ла тыңларға һәм аҙаҡ бергәләп халыҡ өсөн медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте.

– Ашығыс ярҙам табиптары, полиция һәм янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, бәләгә ҡалғандарға тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә. Улар эште нисек ойоштороу кәрәклеген белә, ә беҙ һеҙҙең менән ошо сигналдарҙы ишетергә һәм ваҡытында һиҙгерлек күрһәтергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

“Сәләмәтлек сәғәте”ндә хирургия корпусын төҙөү менән бергә Республика кардиология үҙәген үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Фәрит улы төҙөлөштө федераль бюджеттан бергәләп финанс­лау­ға өлгәшеү өсөн профилле министр­лыҡтар һәм ведомстволар менән эште әүҙемләштерергә ҡушты.

– Әгәр ҙә беҙ дауахананы үҙ аҡсабыҙға төҙөйбөҙ икән, был эш “дүртле”гә буласаҡ, федераль сығанаҡтарҙы йәлеп итә алһаҡ, ул саҡта эш “бишле”гә үтәләсәк, – тип йомғаҡланы Радий Хәбиров.

“Сәләмәтлек сәғәте” аҙағында медицина ойошмаларын ангиографик ҡорамалдар менән йыһазландырыу срогы асыҡланды. Март айында Нефтекамала яңы ҡорамал­ды сафҡа индереү күҙаллана. Сиратта – Белорет, Октябрьский, Өфө, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Дыуан районы. График 2024 йылға тиклем төҙөлгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509