Социаль ташлама Мәләүездә башлана11.02.2019
Был көндө Мәләүез районы хакимиәтендә ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрә ине: алты йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн финанс ярҙамы алды.

Был ярҙам “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” программаһы сиктәрендә башҡарылды. Хакимиәт башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ғаиләләргә социаль ташлама тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы. Алты сертификат буйынса социаль ташламаның хаҡы – 7 миллион 374 мең һум.



Вернуться назад