Сирләйһегеҙме? Үҙебеҙ киләбеҙ!06.02.2019
Ошо көндәрҙә Учалы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе — ҡала үҙәк дауаханаһы күсмә ФАП-лы булды. Медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған “ПАЗ” автобусы райондың медицина учреждениелары булмаған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Бында тән ауырлығын, шәкәр, холестерин кимәлен, ҡан баҫымын үлсәү, электр кардиограммаһы эшләү, акушер-гинекологта тикшерелеү өсөн барыһы ла бар.

— Медицина учреждениеларынан алыҫта урынлашҡан йәки бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдарға үҙебеҙ сығып диспансерлаштырыу, медицина тикшереүҙәре ойошто­расаҡбыҙ. Мобиль ФАП стационар медицина пункттарынан ҡалышмай, — тип автобустың мөмкинлектәре менән таныштырҙы беҙҙе Учалы үҙәк дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов.


Хаҡы һигеҙ миллион һум торған күсмә ФАП-тың өс бүлеге бар: беренсеһендә — медицина тикшереүе үткәреү, икенсеһендә диагностика өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған, ә өсөнсөһөндә гинекология креслоһы урынлаштырылған.

Был көндә дауахананың автопаркы шулай уҡ биш яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән тулыланды. “Соболь”, “ГАЗель”, “УАЗ” маркалы санитар автомобилдәр беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн иң кәрәкле дефибриллятор, электр кардиографы, үпкәне яһалма елләтеү өсөн махсус электрон аппарат, портатив пульс үлсәү һәм компрессорлы ингалятор ҡоролмаһы, акушер йыйылмаһы, реанимация башҡарыу, пациенттарҙы күсереү ҡулайламалары һәм башҡа әйберҙәр менән йыһазландырылған.

Үҙәк дауахана етәкселеге белдереүенсә, автомобилдәрҙең өсәүһе район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан Миндәк, Туңғатар, Уральск медицина учреждениелары ҡарамағына тапшырыласаҡ.

Әйткәндәй, былтыр ҙа Учалы районына шундай уҡ өс “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерелгәйне.


Вернуться назад