Һәр бала сәләмәт булырға лайыҡ05.02.2019
Киләсәктә абилитация үҙәктәре бушлай эшләйәсәк.

Ғаиләлә сирле, инвалид бала тыуһа, йәш ата-әсә күпселек осраҡта ҡот осҡос ауыр хәлдә тороп ҡала. Билдәһеҙлек, ҡурҡыу, яҙмышҡа үпкәләү, төшөнкөлөккә бирелеү... Ә инде сабыйҙы дауалау өсөн матди яҡтан тыуған ҡыйынлыҡтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әлдә һаулығында кәмселектәре булған балаларға ярҙамға килгән хәйриә фондтары бар, тип уйлап ҡуяһың ошондай саҡта. Бөгөн шундай фондтарҙың береһе – “Үҙенсәлекле балалар” тураһында һүҙебеҙ.

Бынан яҡынса өс йыл элек барлыҡҡа килә ул. Уны табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова ойоштора. Фондтың төп эшмәкәрлеге – үҫеште тотҡарлауға килтергән ауыр сирле бәләкәй балаларға ярҙам күрһәтеү. Фонд янындағы “Һөйөклө сабыйым” абилитация үҙәге – әле инвалид булып өлгөрмәгән, әммә хәүеф төркөмөндәге бәләкәстәргә ярҙам иткән республикалағы берҙән-бер ойошма.

Үҙәккә нигеҙ һалған, уның медицина директоры Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Ул юғары категориялы табип-неонатолог, медицина фәндәре кандидаты, “Балалар йыл табибы” конкурсында еңеүсе, китап авторы һәм күп балалы әсә. 18 йыл буйына республика балалар клиник дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙар хирургияһы бүлексәһендә иң “ауыр” балалар менән эшләү осоронда ҙур тәжрибә туплай. Уларҙы дауалау менән бер рәттән, инвалидлыҡты иҫкәртеү менән дә шөғөлләнә. Абилитациялау проблемаһын төплө өйрәнеп, китап баҫтырып сығара. Улар менән эшләү буйынса үҙ методикаларын булдыра.

Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы әйтеүенсә, аби­литация – республика ғына түгел, беҙ­ҙең ил өсөн дә әлегә ят күренеш. Рәсәйҙә, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бала инвалидҡа әй­лән­гәс кенә, уның менән шөғөлләнә баш­лайҙар, реабилитация үткәрәләр. Әйт­кән­дәй, абилитация инвалид булып өл­гөр­мәгән балалар менән шөғөлләнеү, улар­ға күнекмә үткәреүҙе күҙ уңында тота.

– Кеше үҙенә машина һатып алғанда, мин уға ултырып аварияға эләгеп һәләк булам, тип уйламай. Бала тыуғас та, уны бер кем дә инвалид булыр тип күҙ алдына ла килтермәй. Медиктар ҙа күп осраҡта көтөү яҡлы. Инвалид тигән диагнозды ла, нигеҙҙә, бер йәше тулып, кәм­селектәре ныҡлап күҙгә күренә баш­лағас ҡына ҡуялар. Ә бына мөһим ваҡыт, “алтын 200 көн” күҙ уңынан ысҡына. Бала сәләмәт үҫһен өсөн уның тормо­шоноң тәүге ярты йылында үтә иғти­бар­лы булыу кәрәк, – тигән фекерҙә табип.

Ысынлап та, иртә ҡуйылған диагноз, ваҡытында башланған абилитация – һау тормош алып барыуҙың мөһим шарты. Ошоларҙы яҡшы аңлаған Фәйрүзә Ме­нәүәр ҡыҙы абилитациялау мәсьәләһе менән бик төплө шөғөлләнә. Статис­тика мәғлүмәттәре күңелһеҙ. Баш­ҡортостанда әле 16 меңдән ашыу инвалид бала бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар йылдан-йыл арта. Уларҙың күпселеге тыуғанда уҡ сирле булһа, көн һайын булып торған юл-транспорт фажиғә­ләрендә, башҡа сәбәптәр менән инвалидҡа әйләнгәндәр аҙмы ни?

– Беҙҙең илдә инвалид балалар ифрат күп. Поликлиникаларға ҡарағанда, реабилитация үҙәктәрен күберәк төҙөргә тейеш кеүек була башланы хатта. Ә сирле баланы аяҡҡа баҫтырыуҙың ни тиклем аҡса талап итеүен белергә Хоҙай үҙе күрһәтмәһен. Тик был бәлә менән инде осраш­ҡан ғаилә­ләрҙе яңғыҙ ҡалды­рырға ярамай, – ти Фәйрүзә Латипова.

Фонд янындағы “Һөйөклө сабыйым” абилитация үҙә­гендә бик яҡшы белгестәр тупланған. Бындағы 11 кешенең етеһе табип, шулай уҡ психолог, логопед һәм башҡа белгестәр эшләй. Улар балалар менән комплекслы, бөтә яҡлап та шөғөлләнә, күптәрҙе аяҡҡа баҫтыра. Тик әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бар. Эйе, мөмкинлеге булғандар үҙ көстәре менән килеп абилитация үтә ала. Ә аҡса еткерә алмағандарға нимә эшләргә? Был осраҡта фонд ярҙамға килә лә инде. Барлыҡ документтарҙы йыйып килтергәс, табиптар комиссияһы баланы һәр яҡлап тикшерә һәм кәрәкле сумма йыйылыу менән уны бушлай ала.

Ошо көндәрҙә фондҡа өс йыл тула. Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы әйтеүенсә, ошо йылдарҙа улар йөҙҙән ашыу бала менән бушлай шөғөлләнгән. Абилитация, реабилитация – ул бик ҡатмарлы сара. Уны бер тапҡыр ғына үттең дә, балаң йүгереп тә китте тигән һүҙ түгел. Дауаны курслап, даими алып торғанда ғына файҙаһы күренә. Бушлай абилитацияланған балалар ҙа бер килеп кенә шәбәйә алмай. Үҙәк табиптары һәм белгестәре уларҙы бер алғас, даими шөғөлләнеп, тейешле һөҙөмтәгә тиклем алып барып еткерә.

Әлбиттә, бында килгән һәр бер бала тулыһынса һауығып сығасаҡ тигән һүҙ юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта был мөмкин дә түгел. Шулай ҙа шатлыҡлы статистика ла бар. Мөрәжәғәт иткән сабыйҙарҙың 30 проценты самаһы инвалидҡа әйләнмәй! Был әйтеп бөткөһөҙ ҙур еңеү! Инвалидтың да төрлөһө була бит әле. Күптәр ғүмер буйы түшәктә ятырға мәжбүр. Әммә шундай балалар менән дә ваҡытында шөғөлләнһәң, дөрөҫ абилитация үткәрһәң, уларҙың тормош сифатын бик яҡшыға үҙгәртергә мөмкин.

– Миҫал итеп бер ҡыҙ тураһында ғына әйткем килә. Аиша беҙгә 8 айлыҡ сағында килгәйне. Етлекмәй тыуған ҡыҙҙың күреү һәләте буйынса инвалидлығы бар, уның ике күҙ яҫмығын да алып ташлағандар. Башҡа диагноздары ла байтаҡ булған бала атламаясаҡ, ғүмер буйы түшәктә ятасаҡ, тиҙәр ата-әсәгә. Беҙҙең белгестәр уның менән бер нисә мәртәбә шөғөл­ләнгәндән һуң, һөҙөмтә иҫ китмәле шәп – бөгөн ул йүгереп йөрөй! Ул ғына түгел, ғүмер буйы өйҙә ҡыҙын ҡарарға йыйын­ған әсәһе ошо арала уны махсус балалар баҡсаһына биреп, эш­кә сығырға йыйына. Әлбиттә, күҙе буйынса проблемалары бар, тик нисек кенә булмаһын, ул әҙерәк булһа ла күрә, үҙ-үҙен хеҙмәт­ләндерә ала. Ғаиләнең тормош сифаты бик яҡшырҙы, – ти Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы.

“Һөйөклө сабыйым” абилитация үҙәгенә ата-әсәләр UTV каналында “Ярҙам итеүе еңел” тапшырыуын күреп, та­ныш­тарынан ишетеп килә. Күп осраҡта бында дауаланып, һөҙөмтәһен үҙ­ҙәрендә тойғандар ҙа кә­ңәш итә. Бер йылдан ашыу үҙәктең ҡыҙыу линияһы эшләй. Унда шылтыратып бала тура­һында барлыҡ һорауҙарҙы бирер­гә, кәңәш алырға була.

Фондҡа әйләнеп килеп тағы шуны әйтергә кәрәк. Бында төп эш ирекмәндәр иңендә ята. Улар социаль селтәрҙәрҙе алып бара, балалар байрамдары үткәрә, перинаталь үҙәктә үҙен­сәлекле балаларҙың әсәләренә ярҙам итәләр. Проектҡа барлығы 70-ләп ирекмән йәлеп ителгән. Балалар улар ойошторған байрамдарҙы айырыуса ныҡ ярата. Ни өсөн тигәндә, был үҙенсәлекле сабый­ҙарға күңел асыуҙың берҙән-бер мөмкин­леге тиһәң дә була. Ябай балалар өсөн ойошторолған байрамдарға улар ба­рырға ҡыймай, инвалид сабыйҙарға унда артыҡ шарттар ҙа юҡ. Шулай уҡ фондҡа етлекмәй тыуған балаларға йөн әйберҙәр бәйләшергә ярҙам иткән ирекмәндәр ҙә бар икән. Уларҙың күпселеге инәйҙәр – “көмөш ирекмәндәр”.

Байрамдарҙан тыш, даими рәүештә төрлө акциялар ойошторола. Мәҫәлән, икенсе йыл рәттән уҙғарылған “Сәскә уры­нына балалар” акцияһы. Мәғәнәһе шунда: 1 сентябргә уҡыусылар унарлаған гөлләмә урынына уҡытыусыға бер ҙурҙы бүләк итә, ә ҡалған аҡсаны мәрхә­мәтлеккә бирәләр.
Былтыр йыл аҙағында фонд өсөн тағы бер мөһим ваҡиға булды. Һаулығында кәмселектәре булған балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн фотоға төшөү ойошторолдо. Матур урында, күркәм кейенгән әсәләр балалары менән бергә бер аҙға ғына булһа ла әкиәт донъяһына эләкте, күңелдәре менән ауыр көндәлек­тәрҙән ял итеп ҡайтты. Әйтергә кәрәк, был сағыу фотоларҙан стена кален­дарҙары эшләнде һәм төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡултамғалары менән һәр район башлығына Яңы йыл бүләге итеп ебәрелде. Кинәйә менән эшләнгән бүләк, урындарҙа ла үҙенсәлекле балалар проблемаһын онотмаҫҡа, тәүге планға сығарырға тигән фекергә ишара ине. Әйткәндәй, Радий Фәрит улының хәләл ефете Каринэ Хәбирова фондтың попечителлек советы ағзаһы булып тора, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.

Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы менән әңгәмәне тамамлап, ул инвалид балалар тәрбиәләгән бихисап ата-әсә өсөн бик көтөлгән һәм һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты. Яҡын арала абилитация үҙәктәрен бушлай итергә уйлайҙар.

– Был, әлбиттә, ҙур сығымдар, бел­гестәр һәм эш талап иткән проект. Тик унһыҙ ҙа был тормошта булмай бит. Һәр кемдең ваҡытлы абилитацияға, реабилитацияға, дауа алырға мөмкин­леге булырға тейеш. Тәүҙә был эште Өфө, Белорет, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында башлап ҡарайбыҙ ҙа артабан бөтә республикаға таратыуҙы планлаштырабыҙ. Һәр бала һәм уның ғаиләһе һау, бәхетле тормошҡа лайыҡ! – тине табип.


Вернуться назад