Мулдашев бушлай ҡабул итергә әҙер29.01.2019
Киң билдәле хирург-офтальмолог Эрнст Мулдашев бөгөн Сибай халҡына консультация бирҙе.

Уның әйтеүенсә, көкөрт газы күҙгә тәьҫир итмәй, шулай ҙа иммунитетты төшөрөүе ихтимал.

Эрнст Мулдашев сибайҙарҙы үҙенең медицина үҙәгендә бушлай һәм сиратһыҙ ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. Учреждениела ошо ғәмәлде тормошҡа ашырыу өсөн махсус штаб булдырылған. Унда күҙ ауырыуҙарынан ғына түгел, үпкә сирҙәренән дә дауалаясаҡтар, шулай уҡ иммунитетты тергеҙергә мөмкин.


Вернуться назад