Ҡырымға барырға теләүселәр бармы?29.01.2019
Ҡырымға барырға теләүселәр бармы?Сибай балалары Ҡырым һәм Башҡортостандың шифаханаларында, ял йорттарында һаулығын нығытасаҡ. Әле сәләмәтлеген яҡшыртыуға мохтаждарҙың документтары әҙерләнә.

– Улар – карьерға яҡын урынлашҡан Иҫке Сибай һәм Хәсән ауылдарындағы пневмония менән яфаланған 7 – 14 йәшлек балалар, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Динара Йәнекәева төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашҡанда. – Атай-әсәйҙәрҙән 371 ғариза ҡабул ителде, шуның 140-ы Ҡырымда түгел, ә республикала дауаланыуҙы хуп күргән. Күптәр балаларын алыҫҡа ебәрергә теләмәй. Улар өсөн "Талҡаҫ" шифаханаһы бар. Әле 222 ҡыҙ һәм малайға Ҡырымға документ хәстәрләнә. Иң тәүгеләр 20 февралдә юлланасаҡ. Ял итеү ваҡыты – ике аҙна. 10 февралгә тиклем беренсе заезд буйынса документтарҙы әҙерләп бөтәсәкбеҙ.


Радий Хәбиров балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре лә бергә барырға тейешлеген билдәләне.



Вернуться назад