Балалар баҡсаһы ла, бассейн да буласаҡ23.01.2019
Быйыл төбәктә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата социаль йүнәлештәге 100-ҙән ашыу инфраструктура объекты сафҡа индереләсәк.

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Калинин районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө тикшерелде. Был объект Инорс-4 биҫтәһендә һалынған белем биреү үҙәге составына инә. Әле бында әүҙем эш бара: нигеҙ һалынған, төҙөүселәр бинаның каркасын ҡора.

Төҙөлөш майҙансығында эш барышы буйынса фекер алышҡанда шулай уҡ спорт блогы һәм мәктәп һалыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Әйткәндәй, республиканың оло юбилейы айҡан­лы, Өфөнөң Калинин райо­нын­дағы Инорс биҫтәһендә бассейн, Максимовка ҡасабаһында иһә балалар баҡсаһы төҙөлә.



Вернуться назад