Ысын әсәй ташлағас...10.01.2019
Күптән түгел генә Ишембай ҡалаһында “Беҙҙең балалар. Өфө ҡалаһы” хәйриә фонды башланғысы менән “Ташландыҡ балаларҙы ҡараусы” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эштә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Ишембай ҡалаһының ташландыҡ балалары” төркөмө әүҙемселәре Вероника Яппарова менән Алла Шәрәфетдинова һәм Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Галина Зайцева ҙур көс һалды.

Дауахананың балалар бүлексәһендәге бер палатала бер нисә айҙан өс йәшкә тиклемге ташландыҡ балалар йәшәй. Уларҙы изге йөрәкле өс ҡатын – Ирина Ғәлиасҡарова, Наталья Руднева һәм Анна Лаврова ҡарай.

Бала ҡараусылар дауаханала иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем була. Сират буйынса дежур итәләр. Эш көнө минутлап яҙылған: иртәнге аш, процедуралар, тышта йөрөү, уйындар, төшкө аш, көндөҙгө йоҡо, уйындар, аралашыу, киске аш, йоҡоға әҙерләнеү һәм йоҡо. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар ысын әсәләре башҡармаған барлыҡ бурыстарҙы үтәй.



Вернуться назад