Теләк теләргә кәрәк05.01.2019
“Яңы йыл алды – иң мөғжизәле мәл. Тап ошо осорҙа теләк теләһәгеҙ, мотлаҡ ул тормошҡа ашасаҡ. Һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышанығыҙ, хыялдарығыҙҙан баш тартмағыҙ”, – тип балаларҙы ысын күңелдән тәбрикләне Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников.

Балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында бик матур ойошторолған шыршы байрамы үтте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, ҡыҙыҡлы әкиәт геройҙары ҡатнашҡан тамаша балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре лә байрам сараһында әүҙем ҡатнашты. Бында 3 йәштән 18-гә тиклемге 67 бала тәрбиәләнә. Теләктәре билдәле инде – атай-әсәйле, ғаиләле булыу.




Вернуться назад