“Беҙҙе бөтөнләй яҡынайтмай башларҙар инде...”01.01.2019
31 декабрь кис баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһендәге магазиндан сыҡтым. Улым алдан машина яғына киткәйне, унда бер бабай менән һөйләшеп тора.

– Һеҙҙең малайығыҙмы? Шәп улығыҙ бар! – тип йылмайып ҡаршыланы мине бабай. – Мине “бомж” тип торманы, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Әрләмәһәгеҙ, бына 50 һум аҡсаһын да бирҙе. Эй-й, үҙемдекеләрҙе шулай тәрбиәләһәм, кем белә, мин дә урамда йөрөмәҫ инем дә бит...

Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылайһығыҙ, ти улығыҙ. Бөгөн һыуыҡта телефон будкаһында ултырып булмаҫ... Күңелдәр кеүек, подъездар ҙа асыҡ буласаҡ бөгөн. Шуларҙың береһенә инермен. Әйтеүҙәренсә, подъездарҙы яңырта, матурайта башлаясаҡтар икән. Эйе, күптән кәрәк ине ул. Кем белә, минең балалар үҫкән саҡта подъездар шулай ҡараулы, таҙа булһа, бәлки, өлкәнәйгән көнөмдә улар мине ҡыуып та сығармаҫ ине. Күңелдәре керләнмәһә, тим. Тәрбиәнең башы ҡайҙа икәнен алдан белһәң икән...

Эй-й, хәҙер ул таҙа, матур подъездарға беҙҙең кеүектәрҙе бөтөнләй яҡынайтмай башларҙар инде...




Вернуться назад