Илештәрҙең байрам шатлығы30.12.2018
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында яңы поликлиника корпусы асылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Балалар һәм рентген бүлектәре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, тар белгестәр кабинеттары, клиник диагностика лабораторияһы яңы бинала эш башлаясаҡ.

Төҙөлөш ике йыл барған. Проект Башҡортостан Республикаһының Махсус социаль программа фонды иҫәбенә бойомға ашырылған.

Поликлиниканы асыу тантанаһында республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова һәм һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин ҡатнашты.



Вернуться назад