Сочи һөйөнөс бүләк итте20.12.2018
Республика Ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Хәмитов етәкселегендә Сочи ҡалаһында үткән ХI Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумында ҡатнашты.

Форумда Ҡан хеҙмәтен үҫтереү буйынса сараларға йомғаҡ яһалды. Хеҙмәттең Берҙәм мәғлүмәт киңлеге, үҫеш юлдары, төбәктәрҙәге донорлыҡ программалары мәсьәләләренә ҙур урын бирелде. Эшлекле фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән бергә һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеүселәр билдәләнде.

Республика Ҡан биреү станцияһы бер нисә номинацияла награда алып, коллектив хеҙмәткәрҙәрен һөйөндөрҙө. ”Клиник-диагностика лабораторияһы табибы” номинацияһында — лаборатория мөдире Луиза Әбсәләмова, “Лаборант” категорияһында — Марина Куянкова, “Иң яҡшы урта медицина персоналы” номинацияһында шәфҡәт туташы Ольга Григорьева еңеү яуланы.



Вернуться назад