Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уймаҡтай ауыҙҙан туҡмаҡтай һүҙ сыҡмаһын

Яман тел сабыйҙың күңелен йәрәхәтләй.

Ғаилә психологтары әйтеүенсә, уйламай әйткән бер һүҙҙең генә лә баланың үҙ-үҙенә йомолоуына килтереүе ихтимал.
Балаңдан нисек отличник яһарға? Һис һүҙһеҙ, “бишле”гә генә уҡыған дуҫы менән сағыштырырға кәрәк.

Ә йәмәғәтселек урынында тыңлашмай, киреләнә башлаһа? Өйгә ҡайтҡас, уны яза көтәсәген аңғартырға... Йыш ҡына беҙ, атай-әсәйҙәр, ошондай тәрбиә алымдарына йәбешеп ятабыҙ. Аҙаҡ үҫеп буй еткергән балаларҙың үтә баҫалҡылығын, тормошҡа яраҡлаша алмай йонсоғанын күреп аптырайбыҙ. Ғаилә психологы Светлана Меркулова бала менән һөйләшкәндә, һәр һүҙҙе үлсәп, уйлап әйтеү кәрәклеген иҫкәртә, сөнки яман телдең сабый күңелен мәңгелеккә йәрәхәтләүе, психикаһына көслө тәьҫир итеүе бар.
“Һинең йәштә “биш”кә генә уҡыным”

Алты йәшкә тиклемге бала өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, әйтерһең дә, Аллаһ Тәғәләнең үҙе, уларҙан да күберәк белгән бер кем дә юҡ. Тап улар сыбыйҙың донъяға һәм үҙенә мөнәсәбәтте формалаштыра. Ата-әсәнең һәр саҡ үҙен өҫтөнөрәк күрһәтергә тырышып, “мин һинән яҡшыраҡ, минән дә күберәк белә алмаҫһың” тигән йүнәлештә эш итеүе баланы ғүмер буйына үҙенең һәләттәрен раҫларға мәжбүр итә. Бер яҡтан, баланы “ҡамсылап” үҫтереү һәйбәт тә кеүек, әммә ул бит һеҙгә ярау, тап һеҙҙе шатландырыу өсөн ошо һөҙөмтәгә өлгәшкән, ә үҙе өсөн түгел. Үҫә бара, улар үҙҙәренең уңыштарына шатланмай башлай, бары ата-әсәһе йылы һүҙ әйтһә генә ҡәнәғәтләнеү тоя.

“Һин – минең алмам, һин – минең йомшағым...”

Сабыйын һөйгән ата-әсә уны нисек кенә атамай: “бәләкәсем”, “терпекәйем”, “алтынҡайым” һәм башҡалар. Был күренеш баланың уға ғына хас үҙенсәлектәрен юғалтыуға килтерә. Әйтерһең дә, ул үҙе юҡ, ә нимә эшләтһәң дә, барыһына риза булған уйынсыҡ ҡына бар. “Һиңә ярҙам кәрәк, әйҙә, мин һиңә аңлатайым”, тиәһе урынға “алйот”, “аңһыҙ” тип әйтһәң дә, балағыҙ уны ҡабул итер. Бер генә миҫал килтермәксебеҙ. Үҙенең улына әсәһе бер ҡыҙып киткәндә уйламайынса, “һин ҡурҡаҡ” тип әйтеп ысҡындыра. Һөҙөмтәлә кем менән танышырға тура килһә лә, сабый: “Минең исемем Руслан, мин ҡурҡаҡ”, – тип ҡабатлай. Исем һәр кемдең яҙмышында мөһим роль уйнай. Күңелгә ятышлы, мәғәнәле исем генә шәхесте бөтөн итә.

“Шул тиклем дә атайыңа оҡшамаһаң...”

Балағыҙҙы башҡалар менән сағыштырырға, уның уңышһыҙлыҡтарын бүтәндәр миҫалында асып һалырға тырышмағыҙ, был хәлде ул бик ауыр кисереүсән. Үҙ-ара татыу йәшәмәгән ғаиләлә ир менән ҡатындың бала аша бер-береһенә насар мөнәсәбәттәрен белдереүе йыш күҙәтелә.

Балаһының тәртибенән риза булмаған ҡатындың: “Атайыңа оҡшап, шуны ла белмәйһең”, – тип әйтеүе йәки ғаилә башлығының: “Әсәйеңдең балаһы, ахыры, һин, шул тиклем үҙ һүҙле булмаһаң”, – тип ҡыҙын битәрләүе – тормошта ғәҙәти күренеш. Был саҡта өлгөнө кемдән алырға һуң? Бала ошо аңлашылмаусанлыҡ хөкөм иткән мөхиттә ары һуғылып, бире бәрелеп йәшәйәсәк.

“Бутҡаңды ашап бөтмәһәң, үҫмәйәсәкһең”

Бер танышыбыҙҙы бәләкәй саҡтан: “Икмәк телемеңде ашап бөтмәһәң, ул төн буйы һинең артыңдан ҡалмай йөрөйәсәк”, – тип ҡурҡытҡандар. Хәҙер инде барыһы ла көлкө генә, әммә ҡыҙ байтаҡ ваҡыт икмәктән ҡурҡып йәшәгәнен хәтерләй.

Айырыуса бала саҡтарында аслыҡ афәтен кисергән ололар төрлөсә ҡурҡытып бала-сағаны ашатып-эсерергә тырыша, бындай һүҙҙәр телдән телгә, быуындан быуынға күсеп йөрөүен дауам итә.

Ғөмүмән, балаға нимәнелер әйтер, аңлатыр алдынан яҡшы уйлау кәрәк. Нимә әйткәнеңде ҡолағың ишетергә тейеш. Кеше, һаҡһыҙ әйтелгән һүҙҙең ауырлығын ғүмер буйы йөрөтөп, эстән һыҙланыуы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513