Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя10.12.2018
Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына республика ойошмаларында бәхетһеҙлеккә тарыған 101 кеше һәләк булған. Былтырғыға ҡарағанда 15 осраҡҡа кәмерәк булһа ла, был һандар бер кемде лә йыуата алмай.

Ҙур Ыҡтамаҡ ауылында (Мәсетле районы) хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған ғәмәли семинар Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары ойошмаларының етәкселәре һәм белгестәрен йыйҙы. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Әлфир Садретдинов әйтеүенсә, ошо осорҙа эш мәлендә 80 кешенең сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерелгән. Семинарҙа ҡатнашыусылар юғарыла һәм ҡойоларҙа эшләүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен дә күтәрҙе.




Вернуться назад