Модулле ФАП-тар “мода”ла10.12.2018
Балтас районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тутағас халҡы тәүге медицина ярҙамы алыуҙан тыш, бында төрлө дауалар ҙа аласаҡ.

Заманса бина бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелде, уның төҙөлөшөнә республика һәм муниципаль бюджеттан 3,5 миллион һум аҡса бүленде. Шуныһы һөйөнөслө, “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, Бөрө ҡалаһынан йәш белгес Айҙар Хаматов яңы ФАП-ҡа етәкселек итәсәк. Тутағас кешеләре йәш белгестең ҡар, ямғыр тип тормай, көн дә өй буйлап йөрөп, ауырыуҙарҙың хәлен белешеүенә, дауа билдәләүенә күнегеп бара. Ололар рәхмәт уҡый, итәғәтле, иғтибарлы “духтыр”ҙарының үҙҙәрендә төпләнеүенә өмөт бағлай.

Әйткәндәй, бындай яңы мрдулле ФАП районда — икенсеһе. Алдағы өс йылда тағы ла шундай уҡ объект барлыҡҡа киләсәк.





Вернуться назад