"Ҡыуатовсылар" сафы тулыланды27.11.2018
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы йәш белгестәр менән тулыланды. Улар араһында – алты табип һәм 27 урта медицина хеҙмәткәре.

Һөнәргә тоғролоҡ анты һәм тантаналы сара мәлендә йәш белгестәр тәжрибәле коллегаларынан сәләмләү һүҙҙәре ишетте. Сафҡа алынған студенттарҙың күбеһе дауаханала эшләп тә йөрөй.

Дауахана республикала иң олпаты иҫәпләнә, унда ике меңдән ашыу кеше эшләй. Ошолай йәш белгестәрҙе үҙ сафтарына алыу тантанаһын бында 15 йыл рәттән уҙғаралар. Йыл һайын штат утыҙлап яңы уҡыу йортон тамамлаған студент менән тулылана.




Вернуться назад