Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хужаһыҙ” биләмәне нисек теркәргә?
Ер биләмәһе хужаһыҙ кеүек күренһә лә, был уның милексеһе юҡ тигәнде аңлатмай. Ул физик берәмек, мәҫәлән, муниципалитет ҡарамағында булыуы ихтимал. Шуға күрә сиктәш участканы үҙегеҙҙең ергә ҡушырға, бер үк ваҡытта ҡануниәтте лә боҙмаҫҡа теләһәгеҙ, күрше милексене асыҡлап, уның менән һатып алыу-һатыу йәки ҡуртымға алыу (әгәр уның хужаһы муниципалитет икән) тураһын­да килешеү төҙөгөҙ һәм милек хоҡуғын теркәгеҙ.

Дөрөҫ мәғлүмәт алыуҙың бер­ҙән-бер ысулы – Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына (ЕГРН) мөрәжәғәт итеү. Мәғлүмәт реестр­ҙан өҙөмтә рәүешендә бирелә. Бының өсөн объекттың аныҡ адресын йәки кадастр номерын белергә кәрәк. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан өҙөмтә ер участка­һының хужаһы, үҙенсәлектәре, тәғәйенләнеше, майҙаны, файҙаланыу төрө, кадастр хаҡы кеүек мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған рәсми документты тәшкил итә. Өҙөмтәлә шулай уҡ ошо ергә хоҡуҡтың сикләнеү-сикләнмәүе, уның хужаһынан тартып алыныу-алынмауы ла күрһәтелә.

ЕГРН өҙөмтәһен “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итеп йә иһә “Росреестр”ҙың рәсми сайты ярҙамында алырға була. Объекттың адресын йәки кадастр номерын белмәһәгеҙ, уны Асыҡ кадастр картаһынан (https://pkk5.rosreestr.ru) табырға мөмкин.
Үҙегеҙгә алырға теләгән ер муниципалитет милкенә ҡараһа, уны шәхси милеккә биреүҙе һорап, урындағы үҙидара органына ғариза яҙыу зарур.

Салауат ҒАБДУЛХАҠОВ, “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығының дәүләт ер күҙәтеүе, ер төҙөлөшө һәм ерҙәргә мониторинг бүлеге начальнигы:
– Ерҙе рөхсәтһеҙ биләргә ярамай. Ҡайһы берәүҙәр ер буш ята икән, тимәк, ул хужаһыҙ тип уйлай. Был – хаталы фекер. Беҙҙең идаралыҡ инспекторҙары ерҙе законһыҙ биләү осраҡтарын йыш асыҡлай. Быйыл туғыҙ айҙа ғына ошондай 3 674 осраҡ теркәлгән. Ҡоймаларын күсереп, сиктәш ерҙәрҙе биләп алыусылар йә иһә участкалары эргәһендә төҙөлөш материалдары, ҡом, сүп-сар өйөп ҡуйыусылар байтаҡ. Эшҡыуарҙар иһә, үҙҙәренә оҡшаған ерҙе биләп, машина ҡуйыу урындары ойоштора.

Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф ҡаралған. Ул законһыҙ биләнгән ер майҙанының кадастр хаҡынан сығып билдәләнә. Штраф күләме граждандар өсөн кәмендә биш мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – кәмендә 20 мең, ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн кәмендә 100 мең һум тәшкил итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518