“Йәш белгестәр үҙебеҙгә ҡайтһын ине”10.11.2018
“Мәсетле районында был дауахананы 1992 йылда төҙөй башлағандар, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн үҙ сәхифәһендә. – Эште программаға индерәбеҙ, 2020 йылда тамамлаясаҡбыҙ. Ә табиптар әле үк етешмәй. Дауаханаға медицина белгестәрен йәлеп итеү йәһәтенән тиҙ арала саралар комплексы эшләйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырлыҡтар күп, уларҙы планлы рәүештә хәл итәбеҙ, башҡа вариант юҡ”.

Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында 2005 йылдан төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалған. Ә план буйынса терапевт һәм диагностика үтеү бүлексәләре асылырға тейеш булған. Эште тамамлау өсөн 110 миллион һум кәрәк. Алда әйтелгәнсә, Радий Хәбиров туҡтап ҡалған төҙөлөштө республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.


Табиптар төбәк етәксеһенә учреждениеға белгестәр етешмәүе тураһында белдерҙе. Медицина уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ебәрелгән йәш белгестәр тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Ҡайһы бер осраҡта уларҙы башҡа райондар, аҡса, торлаҡ вәғәҙә итеп, үҙенә ылыҡтыра.

Табиптар Радий Хәбировтан маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡығандарҙы “Ауыл докторы”, “Ауыл фельдшеры” программаларына индереү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Төбәк етәксеһе белгестәр проблемаһын хәл итеү буйынса саралар планын төҙөргә һәм квартал һайын был йәһәттән отчет бирергә ҡушты.


Вернуться назад