Һалҡынды кемдәр йылмайып ҡаршылай?02.11.2018
Баҡалы ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тамара Масловаға быйылғы көҙ ҡунаҡтар айырыуса күп килә. Беҙ барғанда ла класташтарын ҡаршылап, мейестән хуш еҫле бәрәмәстәр сығарып йөрөй ине. Оло йәштәге ҡатын шатлығын шулай барлыҡ яҡындары менән уртаҡлашырға ашыға. Республика программаһына ярашлы, ул йәшәгән йорт шәхсән йылытыуға күскән.

Бындағы биш йорт үҙәк район дауа­ханаһының ҡаҙанлығына тоташты­рылған булған. Ваҡыт уҙыу менән ҡаҙан­лыҡ та, йылытыу торбалары ла иҫкергән. “2015 – 2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының муниципаль район һәм ҡала округтарында фатир һайын йылытыуға күсеү һәм блоклы йылытыу ҡаҙанлыҡтары ҡуйыу тураһында”ғы ҡарар ярҙамында мәсьәлә еңел хәл ителгән.

– Сығымдың төп өлөшөн республика бюджеты ҡапланы, биш процентын – район, ун процентын фатир хужалары түләне. Шәхсән йылытыуға күсеү программаһын үтәү өсөн барлығы 30 миллион 734 мең һум талап ителде. Йылытыу трассаһын яңыртыу тағы ла ҡиммәтерәк булыр ине, – тине район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рәмил Хәйҙәров.

Ошондай ҙур сығым талап иткән эш өсөн һәр фатир хужаһы яҡынса 15 мең һум түләгән. Тамара Филипповнаның фекеренсә, был күп түгел.
– Өфөнән үҙ эшен белгән ипле егеттәр килде. Фатирҙарҙа йылытыу торбаларын, духовкалы газ плитәһен, газ иҫәпләгесен, тышҡы яҡтан газ үткәргес торбаларҙы алмаштырҙылар, йылытыу ҡаҙанлығы, баҫымдың ҡапыл үҙгәреүенән һаҡлаусы стабилизатор, газ датчигы ҡуйҙылар. Быйыл көҙ башында элекке һымаҡ өшөп йөрөмәнек, сөнки торбаларҙағы температураны хәҙер үҙебеҙ көйләйбеҙ, – тип фатиры буйлап экскурсия үткәрҙе ҡәнәғәт хужабикә.

Июль аҙағынан алып сентябрь башына тиклем биш йорт, йәғни 115 фатир, тулыһынса шәхсән йылытыу система­һына күсерелгән. Әле район дауаха­наһына яңы блоклы ҡаҙанлыҡ ҡуйыу эше тамамланып килә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика