Битарафлыҡ сәбәпле... етемдәр фатирһыҙ ҡалған02.11.2018
Битарафлыҡ сәбәпле... етемдәр фатирһыҙ ҡалғанБашҡортостанда вазифалы кешеләрҙең битарафлығы сәбәпле Октябрьский ҡалаһында 19 етем бала торлаҡһыҙ ҡалды. Шул уҡ ваҡытта был мәсьәләне хәл итеү өсөн 2016 йылдың мартында уҡ урындағы хакимиәткә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 15 миллион һум самаһы аҡса бүленгән булған.

Республика буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаға ҡала хакимиәте “Госстрой” йәмғиәтенең 4-се төҙөлөш идаралығы менән етемдәр өсөн 19 фатир төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгән. Йорт 2017 йылдың аҙағына сафҡа индерелергә тейеш булған.

Килешеү шарттары яртылаш ҡына үтәлгән булһа ла, 2016 йыл аҙағына тиклем объектты ҡабул итеү тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылған, аҡса тулыһынса төҙөлөш ойошмаһына күсерелгән. Күп тә үтмәй төҙөлөш туҡтап ҡалған, йорт әлегә тиклем һалынып бөтмәгән. Әле эште тикшереү дауам итә.


Вернуться назад