Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайҙар ниңә алимент түләмәй?
Баланы тәрбиәләү ата-әсәнең изге бурысы икәнен аңларға ваҡыт.

Тормошта ниҙәр генә булмай: ҡайғы-шатлығы ла, юғалтыу-табышы ла, үкенес-һөйөнөсө лә етерлек. Әле генә вәғәҙәләшкән, ғүмергә бергә булырға һүҙ бирешкән йәштәрҙең, тормош ҡуйған һынауҙар алдында баҙап ҡалып, тиҙ генә айырылышҡан осраҡтары ла етерлек.

Закон ҡаты,
шуға ла ул закон бит

Аптырайһы түгел, тиҫтә йылдан ашыу бергә йәшәп, бер нисә балаға атай-әсәй булып өлгөргән өлкәндәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында ғаиләһен тарҡата. “Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ, булһа ла сәбәптәре”, тип йырҙа йырланғанса, ошо аҙымға барыр алдынан, барыһын да ете ҡат үлсәп, таяҡты тотҡан урынынан һындырмау, бер-береңде аңларға тырышыу хәйерлерәк булыр ине. Айырыуса ғаиләлә балалар үҫкәндә атай менән әсәйҙең айырылышыуы сабыйҙар күңеленә төҙәлмәҫлек тәрән яра һала.

Әммә бөгөн һүҙ ул хаҡта түгел. Ғаилә мөнәсәбәттәре һыуыныуҙан балалар йыш ыҙа сигә, психик сәләмәтлектәре ҡаҡшай, матди яҡтан да ауырлыҡтар тыуа. Ни ти­һәң дә, аталы бала – арҡалы. Тик уның исем-атын йөрөткән, көтөп алған сабыйҙа­рын матди яҡтан хәстәрләүҙән баш тартып, нисек тә булһа алимент түләүҙән ҡасырға тырышҡан атайҙар ни өсөн күп? Нисек ирҙе балаһына аҡса түләргә мәжбүрләргә? Был осраҡта ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мәсьә­ләне суд ярҙамында хәл итергә тырыша.

Бөтә сәбәптәрҙе барлауҙы күҙ уңында тотмай, эксперттар билдәләгән иң киң таралған хәлдәргә генә туҡталайыҡ. Йыш ҡына атайҙар ғаиләнең тарҡалыу сәбәбен ҡатынында күрә. Йәнәһе, ниңә ул судҡа биреп, айырылышыу тураһында эш ҡуҙғатҡан? Статистиканан күренеүенсә, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙың башланғысы менән айырылышыу осраҡтары артҡандан-арта. Ир-атты ҡатындарҙың бындай ҡарары сығырынан-сығара. Ирлек намыҫынан көлөү тип ҡабул иткән күптәре, быға яуап итеп, “контрһөжүм”гә күсә.

Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, бала­ның әсәй тәрбиәһендә ҡалыуы ла атайлыҡ тойғоһон кәмһетә. “Минән һорап та тормай, бар мәсьәләне лә хәл иттеләр, баланан айырҙылар, ә хәҙер аҡса түләүҙе таптыралар”, – тигән дәғүәләрҙе лә ишетергә тура килгеләй.

Ирҙәрҙең яңы мөхәббәт эҙләп ғаиләнән сығып китеүе, “иҫке” мөнәсәбәттәрҙе юҡ итеп, яңыһын булдырырға тырышыу осраҡтары ла сер түгел. Ҡасандыр яратып өйләнгән йәре лә, һөйөп туймаған балаһы ла ундайҙарҙы ҡыҙыҡһындырмай. Алимент түләү ирҙең яңы ғаилә планында ҡаралма­ған, һәр кем “көлдө үҙ күмәсенә яҡыныраҡ тартырға” тырыша. Әсәләрҙең балаларын атайға ҡаршы ҡотортоуы, уларҙың аралашыуына аяҡ салыуы йәки, киреһенсә, яңы ҡорған ғаиләһендә ирҙең аңлау тапмауы, элекке ғаиләһенә аяҡ баҫтырмау өсөн йәренең төрлө этлектәргә барыу күренештәре тирә-яғыбыҙ тулы.

Тормош үтә ҡатмарлы, әммә һәр ос­раҡ­ҡа йәшәү рецебы ла, үҙ балаңды ҡарау­ға аҡса юҡлығын аҡларлыҡ сәбәп тә юҡ. Закон ҡаты, шуның өсөн дә ул закон бит. Алты айҙан ашыу үҙ бурысыңды үтәмәйһең икән, енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал, хатта ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә мөмкин.

Балағыҙ
мәктәпкә әҙерме?

2018 йылдың авгусына төбәктә алименттар буйынса бурыс 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Был хәбәрҙе республи­каның баш суд приставы Илнур Мәхмүтов “Балаңды мәктәпкә әҙерлә” акцияһына ярашлы ойошторолған матбуғат конферен­цияһында белдерҙе. Әлеге көндә суд приставтары ҡарамағында алимент юллау буйынса 20 меңдән ашыу эш иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – туғыҙынсы, ә Волга буйы феде­раль округында, Татарстандан ҡала, икенсе урында. Иң түбән күрһәткес Төньяҡ Кавказда, башҡарыу эштәре ни бары 140-150 тирәһе генә.
Суд приставтарының “Балаңды мәктәп­кә әҙерлә” акцияһын йыл һайын үткәреүҙе яҡшы йолаға әүерелдереүе һис тә юҡҡа түгел. Төп маҡсат – аталары йә иһә әсәлә­ре ашатыуҙан, кейендереүҙән, тәрбиәләү­ҙән баш тартҡан сабыйҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау. Яҡшы тәьмин ителгән, етеш йәшәгән ата-әсәләр­ҙең дә балаларына ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡмауы билдәле. Финанс мөмкинлек­тәре булыуға ҡара­маҫтан, улар аңлы рә­үештә килемдәрен йәшерергә тырыша. Әле­ге көндә бурыстары бер миллион һумдан ашҡан 36 кешене бала яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай. Суд приставтары алимент буйынса бурыстарын үтәмәгәндәрҙең эш һәм йәшәү урындарында була, ойош­маларҙың финанс документтарын ҡарап, аҡсаның тулы күләмдә күсерелеү-күсерел­мәүен тикшерә. Балалар йорттарында, интернат-мәк­тәптәрҙә тәрбиәләнеү­селәр өсөн уҡыу кәрәк-ярағы әҙерләүҙә лә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша.

Илнур Әнүәр улы әйтеүенсә, алимент юллау эштәре һуңғы осорҙа бер ни тиклем кәмегән. Уның сәбәбен приставтар бурыслыларға ҡарата яза сараларының ҡәтғиләнеүендә күрә. Балаларҙы ҡарау өсөн аҡса түләмәгән ата-әсәләрҙе холоҡ төҙәтеү йәки мәжбүри эштәргә йәлеп итеү осраҡтары аҙ түгел. Шуның һөҙөмтәһендә ошо йылдың ете айында 13 358 башҡарыу эшен тамамларға мөмкин булған. Өҫтәүенә хәҙер бурыслылар өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Суд приставтарының алимент түләмәүселәрҙе ҡулға алыу һәм судҡа килтереү өсөн дә хоҡуҡтары бар.

– Тәжрибәнән күренеүенсә, бурыс­лыларҙы өс төркөмгә бүлергә мөмкин, – тип билдәләне идаралыҡ етәксеһе. – Иң киң таралғаны – ваҡытлыса тыуған проб­лемалар арҡаһында түләүҙе кисектереү. Сәбәптәре төрлө – эшһеҙ ҡалыу, көтөлмәгән тормош ауырлыҡтары һ.б. Икенселәренең алимент түләргә хәлдәре булһа ла, теләктәре юҡ. Бындай уҫал уй менән яныусыларға ҡарата ҡаты саралар ҡулланыуҙан тартынмайбыҙ. Өсөнсө төркөм – быныһы иң ауыры – ниндәй генә вәкәләттәргә эйә булһаҡ та, йорт-ерһеҙ йәки эшһеҙ граждандарҙан бурыстарын ҡайтарып ала алмайбыҙ.

Әлеге ваҡытта 20 мең башҡарыу эшенең алты меңен уҫал ниәт менән түләмәүселәргә ҡарата ҡуҙғатылған эш тәшкил итә. Мөлкәткә арест һалыу һәм хоҡуҡтарҙы сикләү кеүек яза саралары ҡайһы берәүҙәргә үҙҙәренең ата-әсә булыуын иҫкә төшөрөргә булыша. Бөгөн 21347 атай һәм әсәй алимент түләүҙән ҡасып йөрөй. 86 проценты – ир-ат, 14 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Бурыслыларҙың күпселеге (60 %) – 30-42 йәштәгеләр. 30 йәшкә тиклемге ата-әсәләр – 15 %.

Күңелле хәбәр ҙә бар

Оҙаҡламай урындарҙа халыҡ бурыстарын почта хеҙмәткәрҙәре аша түләй аласаҡ. Был хаҡта Илнур Мәхмүтов журналистар менән осрашыуҙа аңлатып үтте.

Почтальондар үҙҙәре менән мобиль почта-касса терминалдарын алып йөрө­йәсәк. Уларҙың һанын 16 мең данаға ет­кергәндәр. Бындай уңайлыҡтар граждан­дарҙың йорттарында торлаҡ-коммуналь, элемтә хеҙмәттәренә, страховкалауға, кредиттарҙы ваҡытында түләргә ярҙам итәсәк. Хеҙмәт күрһәткән өсөн бурыслы кешенән ни бары биш һум аҡса алына.

Яңылыҡтан һәр кем отасаҡ ҡына. Айырыуса ауыл халҡы, хаҡлы ялдағылар, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сик­ләнгән кешеләр бурыстарын түләү өсөн ваҡыт әрәм итеп район үҙәгенә барыуҙан ҡотоласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514