Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тупырлашып тыуып торһон сабыйҙар!
Тупырлашып тыуып торһон сабыйҙар!Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа республикала демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында ҙур эш йәйелдерелде – ғаилә институтын үҫтереүсе, нығытыусы программалар тормошҡа аша башланы. Быйылдан башлап сабый ауазы яңғыраған ғаиләләргә әжере бигерәк тә көсәйҙе. Тәүге балаға түләүҙәр, декрет ялындағы пособие... Тел осонан төшмәгән матди ярҙамдар исемлеген дауам итеп тормағанда ла ҡыуанырға сәбәп мул.
Шулай ҙа сабыйҙы бағыу өсөн, финанс тотороҡлолоғонан һәм социаль күрһәткестәрҙән тыш, балаңдың һау-сәләмәт булыуы бигерәк тә мөһим. Башҡа шарттар менән бер рәттән медицина ярҙамы ла ғаиләләрҙе ишле итеүгә үҙ өлөшөн индерәме бөгөн? Был яҡтан камиллашыу мөһимме? Тормош бала табыу йортонда башлана, тигәндәй, ошо һорауға яуапты Стәрлетамаҡтағы
1-се ҡала дауаханаһының перинаталь үҙәге етәксеһе, баш табиптың акушерлыҡ буйынса урынбаҫары Ирек Йыһанур улы ҒӘЛИН менән бергәләп эҙләнек.



Ҡалала тыуған балалар ҡала кешеләре генә түгел

– Демографик хәл шулай уҡ насар булып киттеме? Мәҫәлән, һеҙҙең учреждениела күрһәткестәр нисек?
– Һуңғы өс йылда республикала тыуым 5 меңгә тиклем кәмене. Күрһәткестәр беҙҙе лә урап үтмәй. Мәҫәлән, 2015 йылда 3 152 тыуым булһа, 2016 йылда – 2 961, былтыр иһә 2 812-гә генә ҡалды. Хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа игеҙәк балалар донъяға килгәнен иҫәпкә алғанда ла, хәл әллә ни яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Тимәк, ысынлап та, демографик мәсьәлә хаҡында борсолорға урын бар.
Тик ошо урында бер дәлилде лә асыҡлап үтергә кәрәк: әйтәйек, былтыр беҙҙең учреждениела өс меңгә яҡын бала тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта ҡалала тағы бер бала табыу йорто бар. Әммә был һандар барыһы ла Стәрлетамаҡ халҡын арттырмай, сөнки беҙҙең дауахана, мәҫәлән, 2002 йылдан бирле уратып алған тағы алты районды хеҙмәтләндерә…

– Малайҙар әҙерәк тыуамы, әллә ҡыҙҙармы?
– Ғәҙәттә, был йәһәттән күрһәткестәр бер сама. Хатта малайҙар саҡ ҡына күберәк тә донъяға килә әле. Тик ир-ат сәләмәтлеге тиҙ ҡаҡшау, физик һәм эске көсөргәнеш, һуғыш, эскелек арҡаһында тормошта арабыҙҙан йышыраҡ һәм иртәрәк китә – айырма шунда барлыҡҡа килә.

– Яңы программалар ҡабул итеү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу демографик күрһәткестәрҙе күтәрерме, һеҙҙеңсә?
– Ҡапыл ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә иҫәп тотоу дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, бөгөндән беренсе бала тапҡан өсөн бер миллион һум аҡса түләй башлайҙар икән, был иртәгәнән һөҙөмтә булыр тигәнде аңлатмай әле. Иң яҡшы осраҡта ла иртәгәнән ул сабыйҙарҙың ярала ғына башлауы ихтимал… Яйлап, йылдан-йыл күтәрелергә тейеш демографик хәл.
Әлбиттә, бала табыу һәм уны бағыуҙа сәбәптәрҙе уратып алған шарттарға ғына бәйләргә ярамай. Баланс тигән төшөнсәне лә онотоп китмәйек. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында, билдәле булыуынса, тыуым ҡырҡа кәмегән, ә Бөйөк Еңеүҙән һуң ул, киреһенсә, артҡан! Шулай йә артыу, йә кәмеү килә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ла сабыйҙар донъяға әҙерәк килде – әле улар нәҡ атай-әсәй булырлыҡ йәштә. Тимәк, бөгөн тыуым кәмей икән, бының сәбәбен бер бөгөнгә генә ялғарға ярамай. Дөйөмләштереп әйткәндә, 2014 йылға тиклем тыуым артты, хәҙер кәмеүгә бара. Ә бына киренән ҡасан күтәрелеш башланыр, әйтеүе ҡыйын.
Табип Хоҙай,
ҡорамал фәрештә түгел

– Тимәк, әсәй булырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар етмәй?
– Тап шулай. Бында 15 йәки 48 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсә булған үҙенсәлекле осраҡтарына туҡталып тормағанда, башлыса беҙгә беренсе, икенсе, хатта күпләп өсөнсө бала табырға 30 – 35 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ килә. Ғәмәлдә күптән өлгөргән, ошо аҙымын ныҡлап уйлағандар. Тик ундайҙар нисә процент һуң – бына ҡайҙа ята төп һорау. Ә бында әле ике бала араһындағы “тәнәфес”, карьера, матди хәлде көйләү, етешһеҙлек һәм башҡа тотҡарлыҡтар күҙ уңында тотолмай. Шуға иңдәренә демографик мәсьәләне күтәреүселәр бик аҙ булып китә.

– “Ошо аҙымын ныҡлап уйлаған” тигән һүҙҙәр ҡыҙыҡ яңғырай…
– Эйе, буйға уҙыуҙан алып баланы табыуға тиклем планлаштырыу, контролдә тотоу бөгөн тормош талабына әүерелде. Был изге эшкә халыҡ яуаплыраҡ ҡарай башланы, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Гинекологта иҫәптә тормайынса ғына бала табыу йортона килеүселәр, үҙҙәренең ауырлы икәнен дә белмәүселәр – былар тарихта ҡалып бара. Кәрәкле күҙәтеү-тикшереү үтәләр, дауаланалар, талаптарҙы үтәйҙәр – ошо тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү еңелләште. Хатта СПИД менән ауырыусылар ҙа ошондай мөнәсәбәт ярҙамында һау-сәләмәт бала таба.
Уның ҡарауы, бәпесләүҙе, үкенескә ҡаршы, кешеләр шул уҡ ваҡытта, тауар һатып алыуға тиңләй башланы. Автосалонда яңы автомобиль һатып алғандағы һымаҡ гарантия талап итәләр, ниндәйҙер хәл контролдән сығып китһә, интернеттан мәғлүмәт туплап алған пациент судлашырға ла күп һорап тормай. Бигерәк тә аҡса эшләү маҡсатында ғауға ҡуптарыусылар йышайҙы.
Кеше организмы машина түгел. Һәр секундта ниндәйҙер үҙгәреш булыуы бар: ыңғай яҡҡа ла, кире яҡҡа ла. Ҡарынында сабый яралған ҡатын-ҡыҙҙың бигерәк тә. Бәхеткә күрә, дауаханала эшләп килгән көслө система нигеҙендә һуңғы биш йылда, мәҫәлән, операция өҫтәлендә бер генә әсәне лә юғалтҡаныбыҙ юҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк осраҡта булһа ла балаларҙың үлеме теркәлә. Әйтергә кәрәк, был – бер беҙҙең күрһәткес кенә түгел, дөйөм донъя кимәлендә була торған хәл. Быға башлыса баланың ваҡытынан алда тыуыуы сәбәпсе. 500 – 600 грамм ғына ауырлыҡта тыуған сабыйҙың иҫән ҡалыуы икеле, әлбиттә. Иҫән ҡалған осраҡта ла кеше булып китәме әле ул?.. Шуға ҡатын-ҡыҙҙарҙы мөмкин тиклем үҙҙәрен һаҡларға өндәр инем. Һаулыҡ, айырыуса күңел тыныслығы әсә өсөн дә, балаға ла берҙәй мөһим. Сабый ваҡытында тыуһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк.
Эйе, медицина көсәйә, әммә табип Хоҙай, ҡорамал фәрештә түгел. Ошо хаҡта онотмаһындар ине. Һәр хәлдә, бер табип та пациенты зыян күрһен тип теләп тә, эшләп тә ултырмаҫ.

Яҡшы медицина –
насар демография


– Ә бына шул медицина шарттары ниндәй кимәлдә һуң?
– Бала табыу йорттарын өс төргә бүлеп ҡарарға мөмкин. Беренсе төр – райондарҙа эшләп килгән учреждениелар. Әйтәйек, әгәр буласаҡ әсәнең һәм баланың хәле яҡшы, сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай икән, ул сабыйын район балалар йортонда таба ала. Саҡ ҡына хәүеф барлығы һиҙелһә, йөклө ҡатын күҙәтеүгә алынырға тейеш. Шулай уҡ игеҙ бала табырға йыйынғандар ҙа беҙҙең үҙәккә килә. Ваҡытынан алда табыу ҡурҡынысы, өс игеҙ бала, сирлеләр һәм башҡа үҙенсәлектәр бар икән – Өфөгә юл тоталар. Ғөмүмән, патология менән Өфөгә ебәрергә тейешбеҙ.
Ғәмәлдә иһә хәлдәр бер аҙ үҙгәреп тә китә. Мәҫәлән, бала ваҡытынан алда тыуа башлаһа, бер кем дә әсәне “көтөп тор!” тип Өфөгә оҙата алмай. Ул ҡатын мотлаҡ рәүештә беҙҙә бушанасаҡ һәм, эш тамамланғас ҡына, баш ҡаланан махсус бригада килеп, әсә кешене балаһы менән алып китә. Йә иһә кемдер районда түгел, беҙҙә табырға теләй икән – бында ла ҡаршы килә алмайбыҙ. Ғәҙәттә, һуңғы миҫалдар йыш булып тора. Ни тиһәң дә, шарттарға ҡарап һайлайбыҙ. Ғәҙәттә, Стәрлетамаҡта табырға тырышалар.

– Тимәк, һеҙҙә шарттар яҡшы!
– Перинаталь үҙәк ҡасандыр ҡалала тәүге бала табыу йорто булараҡ асылған. Аҙаҡ ул 1-се ҡала дауаханаһына ҡушылды. Был аҙым эште күпкә еңеләйтте – буласаҡ һәм йәш әсәләрҙе дауахананың тар белгестәре, медицина ҡорамалдары ярҙамында ҡарай башланыҡ. Хәҙер иһә ошо көслө система бер нисә муниципалитет өсөн эшләй.
Беҙҙә, мәҫәлән, тыуасаҡ баланың атаһына йә иһә өләсәһенә сабый донъяға килә башлағансы буласаҡ әсә янында палатала ҡалырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ инфекция таралмаһын өсөн әсә кеше туғандары менән бала табыу йортонан сыҡҡансы осрашырға тейеш түгел тигән фекер менән дә килешмәйем. Әгәр сир тарала икән, ул пациенттар янына килеүселәрҙән тыш та эйәреп инә ала. Ә ғаилә башлығының ҡатыны янында тулғағы тота башлағансы булыуы, киреһенсә, уға рухи көс бирә. Яңғыҙы түгеллеген иҫенә төшөрә.
Бала тыуғандан алып әсәһе янында (бер бүлмәлә) булыуы хәҙер, миңә ҡалһа, бер беҙҙә генә таралған күренеш түгел. Ғөмүмән, пациент­тарҙың физик торошон, тышҡы сәләмәтлеген генә түгел, күңел донъяһын да хәстәрләргә тырышабыҙ. Бының өсөн 140-тан ашыу хеҙмәткәр һәммәһе үҙ урынында бурысын теүәл атҡара.

– Тупылдатып бәпес табыр өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, тыуым өсөн аҡса ла түләйҙәр, ә хәл, киреһенсә, үҙгәрмәй…
– Икенсе яҡтан, сәбәп ошо үҫештең үҙенә лә бәйле һымаҡ. Сәләмәт бала табыр өсөн медицина ҡорамалдары ныҡ алға киткән. Иғтибар итегеҙ: нәҡ һау-сәләмәт бала табыр өсөн! Хәҙерге ҡорамалдар патологияларҙы алдан күрергә, иҫкәртергә ярҙам итә һәм, ниндәйҙер етешһеҙлек асыҡланһа, ҡатын-ҡыҙ абортҡа бара. Уның ҡарауы, киләсәктә милләт имен буласаҡ. Ошондай парадокстар ҙа осрап ҡуя күрһәткестәрҙә.
Табип булараҡ, инвалид бала табыу яҡлы түгелмен. Мәҫәлән, церебраль фалиждан яфаланған сабыйҙарҙы тәрбиәләүселәргә ниндәй ҙур һынау килә. Тик, дини фанат булмаһам да, күңелем менән шул сабыйҙарҙы Хоҙайҙың бүләге булып яралғанын аңлайым. Пациенттар менән аралашҡанда, миҙалдың ошо ике яғы хаҡында ла әңгәмә алып барырға тырышам.
Бөгөн ҙурайып бөткән ул һәм ҡыҙҙарының уңыштары менән уртаҡлашып, ҡасандыр дөрөҫ юл күрһәткәнем өсөн рәхмәт әйтеп киткән әсәләр йыш ҡына осрап тора. Шул әсәләр – ҡасандыр үҙҙәренең ата-әсәһенән ҡурҡып килгән студенттар, мәктәп уҡыусылары. Шуға күрә демографик мәсьәләләрҙе күтәргәндә, декрет ялы өсөн түләүҙәрҙе 3 йәшкә тиклем арттырыу, балалар баҡсаларына сабыйҙарҙы 1,5 йәштән ҡабул итеү һымаҡтарын да сисеү мотлаҡ, минеңсә. Әммә улар менән бер рәттән үрҙә телгә алып киткән аборт яһатыусылар йә иһә бала табыуҙы кисектереп тороусылар проблемаларын да оноторға ярамай.
Гүзәл заттың иң бөйөк вазифаһы – әсә булыу, кешелекте дауам итеү. Көндәлек мәшәҡәттәр араһында йәмғиәт ошондай мәңгелек мәсьәләләр хаҡында ла баш ватһа, был да демографик үҫешкә үҙ өлөшөн индерер, минеңсә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518