Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман алымдарын ҡыйыу ҡулланалар
Заман алымдарын ҡыйыу ҡулланаларБыйыл Өфө ҡалаһының Совет районы барлыҡҡа килеүенә 80 йыл. Ошоға бәйле юбилей саралары йыл буйы дауам итәсәк. Тәүгеһе иһә “ВДНХ-Экспо” конгресс-залында үтте. Сарала райондың йыл һөҙөмтәләренә байҡау яһалды һәм 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы тәҡдим ителде. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары, Өфө ҡалаһы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө ведомство, предприятие һәм учреждение, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Совет районы ғилми-етештереү, белем биреү, йәмғиәт-сәйәси, мәғариф, мәҙәни, эшлекле үҙәк булараҡ та көслө. Төҙөлөш ойошмалары, сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары, социаль структураға ҡараған учреждениелар ҡатнашлығында ойошто­ролған күргәҙмәлә лә ошо ҡеүәт сағылды.
Совет районы баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Майҙаны – 1 мең 616 гектар. 177,7 мең кеше йәшәй. Халыҡ тығыҙлығы буйынса ла ҡаланың башҡа райондары ме­нән сағыштырғанда алдараҡ тора. Әле ра­йонда 279 предприятие, шул иҫәптән 12 төҙөлөш, 12,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлек алып бара. Сауҙа селтәре лә үҫешкән: 1 150 ваҡлап һатыу, 212 йәмәғәт туҡ­ла­ны­уы, 361 хеҙмәтләндереү өлкәһе пред­приятиеһы эшләй. Социаль объекттары ла бихисап: 17 мәктәп, 39 балалар баҡ­саһы, 209 спорт учреждениеһы, ете дауахана урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа Совет районының инфраструктураһы заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөк­лән­дерелә, иҫке йорттар урынына яңы­лары ҡалҡа, халыҡтың ял итеү урындары камиллаша.
Хакимиәт башлығы Урал Килсенбаев алдағы йылдарҙа ҡала халҡына уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән мәктәптәр, балалар баҡсаһы, ял итеү һәм машиналар туҡталҡаһы төҙөү кеүек сараларҙы үҙенә алған стратегия планы менән таныш­тырҙы. Уға ярашлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн иҡтисади йәһәттән уңышлы шарттар тыуҙырыласаҡ, ә зыянлы етештереү объекттарын ҡала ситенә сығарыу күҙаллана.
Урал Килсенбаев – йәш хакимиәт баш­лыҡтарының береһе. Был юлы мәсьә­лә­ләрҙе хәл итеүҙең заманса, креатив юлдарын тәҡдим итте. Совет районы башҡа ҙур ҡалаларҙағы Совет райондары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған. Йәғни Өфө, Волгоград, Красноярск, Омск, Силәбе ҡалаларының Совет райондары һәм Ҡаҙаҡстан Республикаһы Астана ҡалаһының Һарыарҡа районы видеоселектор аша аралашып, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә, тәжрибә уртаҡ­лаша. Шулай уҡ хакимиәттә “Проект офисы” киңлеге булдырылған, унда ирекле формала креатив проекттар өҫтөндә эшләйҙәр.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сығышында Совет район хакимиәтенең эшен ыңғай баһаланы, хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Автор: Р. МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509