Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килемең түбән икән, ғариза яҙ
Килемең түбән икән, ғариза яҙБашҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итә башланылар. Икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләр генә ошондай ярҙамға иҫәп тота ала.


Әсә кеше бер юлы ике ғариза тапшыра: сертификатҡа һәм түләү билдәләүгә. Ата-әсәләргә балаға СНИЛС алыуға ла ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр ителә Рәсәй Пенсия фонды сайтында.
Ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙең аҡса­лата ярҙам алыуға хоҡуғы бар. Түләүгә ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һумдан кәмерәк булғандар дәғүә итә ала. Мәҫәлән, дүрт кешелек ғаиләгә дөйөм килем 56 988 һумдан аҙыраҡ булырға тейеш. Түләүҙең күләме һәр төбәктә 2017 йылдың II кварталы өсөн билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Башҡортостанда был сумма 8892 һум тәшкил итә.
Ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгәндә хеҙмәт хаҡы, премия, пенсия, социаль пособие, стипендия, төрлө компенсация һәм алимент иҫәпкә алына.
Түләүгә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлеген аңлау өсөн ғаиләнең һуңғы 12 айҙағы килеменең дөйөм суммаһын 12-гә, һуңынан уны ғаилә ағзалары һанына, икенсе бала ла иҫәпкә алына, бүлергә кәрәк. Әгәр килеп сыҡҡан һан ғаилә йәшәгән төбәктә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән кәм булһа, Пенсия фондына барып ғариза яҙырға мөмкин.
Пенсия фондына мөрәжәғәтегеҙҙе ҡарауға бер ай һәм һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсереүгә тағы 10 көн бирелә.
Балалар тулыһынса дәүләт тәьминә­тендә йәшәһә, ғаиләнең килеме хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырылһа, шулай уҡ ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандарға айлыҡ түләү тәғәйенләнмәй.
Ғаризаны икенсе бала тыуғандан алып йыл ярым эсендә бирергә була. Әгәр тәүге алты айҙа мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләү бала тыуған көндән алып билдәләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә аҡса түләнә. Алты айҙан һуң мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләү ғариза тапшырған көндән тәғәйенләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фондының сайтында алырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 10

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана
Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 15

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 27

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 15

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 14

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 34

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 28