Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаиләбеҙҙе ожмахҡа әйләндерәйек
Ғаиләбеҙҙе ожмахҡа әйләндерәйекКиләһе йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Күптәрҙә 2012 йылда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булды, ниңә тағы ла ҡабатлайҙар тигән һорау тыуғандыр. Әммә ил нигеҙен тотоп торған, төп терәген тәшкил иткән ғаилә йылдары йыл һайын ҡабатланып торһа ла, был “дәүләттең” эске мәсьәләләре ун, йөҙ йылда ла сүпләп бөтөрөрлөк түгел.


Һуңғы йылдарҙа бала тәрбиәләгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү буйынса ил һәм республика кимәлендә төрлө саралар күрелә, матди ярҙам һәм субсидиялар бүленә, дәүләт программалары ҡабул ителә. Республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторолдо. Ул ғаиләгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк. Бәлки, ҡайһы бер сәбәптәр менән тейешлеһен ала алмаған ғаиләләр ҙә барҙыр, әммә бындай бер-ике ос­раҡҡа ҡарап, дәүләт ярҙамын күрмәү, юҡҡа сығарырға тырышыу дөрөҫ түгел.
Эйе, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ғаилә именлеген аҡса, матди байлыҡ кимә­ленән сығып баһалау ҡарашы өҫтөн­лөк итә. Шул уҡ ваҡытта бала өсөн атай-әсәй наҙы, иғтибары мөһим булыуын онотабыҙ. Ә бит өйҙәге мөхит һәм үҙ-ара мөнәсәбәт – бала өсөн иң ҡәҙерле төшөнсә, уны башҡа бер нәмәгә лә алыштырып булмай.
Яратҡаның менән ҡыуышта ла ожмах, тиҙәр. Әгәр ҙә ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте яҡшы, улар тормош ваҡлыҡтарына иғтибар итмәйсә бер-береһен хөрмәт итеп, яратып йәшәһә, балаларын матур тәрбиәләүгә күберәк иғтибар бүлһә, шул саҡта ғына бала үҙен бәхетле ғаиләлә йәшәйем тип хис итә. Бындай “дәүләттең” нигеҙе лә ныҡ буласаҡ, сөнки унда татыу, ты­рыш, егәрле, ауыр саҡта бер-бе­ре­һе өсөн йән атырға әҙер булған ке­шеләр тупланған. Ошо мөхиттә йәшә­гән балалар өсөн дә, атай-әсәй өсөн дә ғаилә ожмахҡа әйләнә.
Шул уҡ ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә тамуҡ утында йәшәгәндәр ҙә бар. Өйҙә атай менән әсәйҙең иреш-талашы бала өсөн илдә барған яуға тиң күренә. Был мөхиттә ул үҙен шул тиклем бәхетһеҙ итеп тоя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин-минлеккә, үҙен башҡалар­ҙан көслө тип иҫбатларға тырышҡан­дарҙы яҡындарының уй-хистәре, фекерҙәре, ҡайғы-хәсрәттәре тетрән­дермәй, уйландырмай.
Ғаилә, көнкүреш енәйәттәре иле­беҙ­ҙә даими булып тора һәм уны кеше ҡайғыһы тип кенә ҡабул итеү хата. Беҙ ошондай язалауҙарға юл ҡуябыҙ икән, ул кешенән иртәгә һинең дә зыян күреүең ихтимал. Бындай енәйәттәрҙең эҙемтәләре баланың да, туғандарының да күңелен ғүмер­леккә яралаясаҡ.
Их, ниңә ололар үҙҙәренең генә түгел, балаларының яҙмышы менән дә аяуһыҙ, яуыздарса уйнай икән? Уйлап ҡараһаң, был осраҡта йыртҡыс тип иҫәпләнгән хайуандар ҙа бала тип йән ата һәм үҙен ҡорбан итергә әҙер. Ошо ҡылыҡтары менән улар кешенән күпкә юғары тора.
Ә бит ғаиләлә булған бөтә бәхет­һеҙлекте, насар хәлдәрҙе ҙур дәү­ләт күреп тә, белеп тә бөтә алмай. Һәр ғаиләнең эске торошон, хәлен битараф булмаған кешеләр – туған­дары, дуҫтары йәмғиәт менән бергәләп кенә көйләй ала. Ҡатын-ҡыҙ­ҙар, ағинәйҙәр, ветерандар ойошмалары, социаль йүнәлештәге дәүләт учреждениелары, урындағы хакимиәт­тәр, тәртип һаҡлау органдары ауыр хәлдәге ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙған­да, эске эшенә ҡыҫылғанда ҡот осҡос эҙемтәләргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Эйе, илебеҙҙә нисә ғаилә булһа, уларҙың һәр береһендә лә ниндәйҙер хәл итәһе мәсьәлә бар. Иң мөһиме – бер-беребеҙгә битарафлыҡҡа, яуыз­лыҡҡа юл ҡуймайыҡ, шул саҡта ғына арабыҙҙа бәхетлеләр күберәк булыр. Мөмкин тиклем, хәлебеҙҙән килгәнсә ғаиләбеҙҙе ожмах урыны итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 418

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498