Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт атлы арыҫлан...
Башҡорт атлы арыҫлан...Бөгөн нимә генә эшләргә булһаҡ та, нимәгә генә тотонһаҡ та, хатта ҡоролған ғаилә уңышһыҙлыҡҡа тарыһа ла, менталитетҡа, темпераментҡа, холоҡ-фиғелгә япһарырға тырышабыҙ. Ғөмүмән, нимә ул характер һәм башҡорттоң тәбиғәте ниндәй? Ул башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?


Характер – ул бик ҡатмарлы төшөнсә. Уға тәбиғәттән бирелгән темперамент та, тәрбиә лә, нәҫелдән килгән ҡан да, төрлө саралар ҙа, ваҡиғалар ҙа йоғонто яһай. Айырмаға килгәндә инде, әгәр ҙә ауыл башҡорттарын һәм ҡаланыҡыларҙы, бер район менән икенсеһенекен сағыштырып ҡараһаң – улар араһында күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер айырма бар. Мәсетле һәм Хәйбулла райондарынан килгән башҡорт менән беренсе тапҡыр күрешеп, аралашырға тура килә икән, һөйләшә-һөйләшә уларҙың береһенең – көньяҡтан, икенсеһенең төньяҡ-көнсығыштан икәнлеген самаларға була. Самаларға ғына, ләкин асыҡтан-асыҡ күренеп торған һыҙаттар күрмәйәсәкбеҙ.
Әгәр башҡортто башҡа милләт кешеләре менән сағыштырһаҡ, айырма, әлбиттә, бар. Тау халыҡтары, мәҫәлән, ҡыҙыу ҡанлы, ҡыйыуҙар, үткерҙәр, телдәре телгә йоҡмай, ә башҡорттар – баҫалҡы, тыйнағыраҡ, үҙен билдәле бер сиктәр эсендә тоторға тырыша. Рус кешеһе, мәҫәлән, ҡайҙа барһа ла үҙен иркен тота, сөнки Рәсәй үҙ дәүләте икәнен яҡшы белә. Ә башҡорт бары тыуған ауылында ғына үҙен иркен хис итә. Ситкә сыҡһа, туған мөхитенән айырылғандай тоя. Йәғни беҙҙең милли холоҡ-фиғел ҡәбилә, ырыу булып, ауылда йомолоп йәшәгән ваҡытта асыҡ һыҙатланған, хәҙер юйыла төшкән.
Икенсенән, беҙҙең милли һыҙатҡа тарих та йоғонто яһай бит. XVIII быуатты ғына алып ҡарағыҙ – бер туҡтауһыҙ күтәрелгән ихтилалдарҙа башҡорт бер ҡырыла. XIX быуат тынысыраҡ үтә, әммә XX быуаттың 1918 – 1921 йылдар шауҡымы милләткә зәһәр ҡағыла. Ике-өс йыл дауамында, Башҡортостан территорияһында барған Граждандар һуғышы осоронда ағы ла, ҡыҙылы ла халыҡты талай, йәғни Башҡортостан ул ваҡытта ҙур тетрәнеүҙәр кисерә. Унан һуң – 1937 йылғы репрессиялар. Шул ваҡытта халыҡ күңеленә инеп оялаған ҡурҡыу артабанғы быуындарға ла бер ни тиклем тапшырыла бит. Ауыл ерендә йәшәгән башҡорттарға шикләнеү, тыйылыу, һаҡланып һөйләү кеүек сифаттар шул осорҙа һеңеп ҡала. Бына шулай, кеше характерына йәшәгән мөхит, тәбиғәт, икенсе милләттәр йоғонто яһай, һәм ул әкренләп үҙгәрә лә.
Милләтебеҙҙең менталитетын өс өлөшкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Уның метафизик өлөшө – бер ҡасан да үҙгәрмәй торған асылы. Шулай уҡ социаль, психологик йоғонтоға бирелеп, үҙгәргән өлөшө лә бар. Социаль шарттар үҙгәргән һайын, кеше лә үҙгәрә бара. Ә бына, мәҫәлән, метафизик нигеҙҙе тәшкил иткән иректе, азатлыҡты яратыу хисен бер яҡтан баҫтырһаң, ул сәнғәт, йыр, бейеү, ижад һ.б. аша икенсе яҡтан килеп сыға. Һәр башҡортта бындай сифаттар “йоҡлай”, шул һәләттәр уның күңелендә ята. Әммә ваҡыт үтә килә был метафизик сифаттарға яңылары өҫтәлеүе мөмкин. Улар башҡа һыҙаттар менән ҡушылып, тап башҡортҡа ғына хас булған үҙенсәлекле колорит килеп сыға ла инде.
Шундай бер тарих һөйләгәйнеләр: Салауат Юлаев һәйкәлен Салауат районынан ситкә сыҡмай йәшәгән, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Өфөгә килгән бер вариҫына күрһәтәләр. Ул һәйкәлде ҡарай ҙа: “Һәйбәт эшләнгән, Салауат атта дөрөҫ ултыра”, – тип үҙ баһаһын белдерә. Уның өсөн атта дөрөҫ ултырыу мөһимерәк, сөнки һыбай ултырыуҙың да ни бары ике манераһы бар һәм, ысынлап та, күптәр ат өҫтөндә дөрөҫ ултыра белмәй. Ә башҡорт икәнһең – һин атта дөрөҫ ултырырға тейешһең! Шулай уҡ ым-ишаралап һөйләйһеңме, кешене ҡолас йәйеп ҡаршылайһыңмы – шунда ла башҡорттоң характеры сағыла. Кешенең күңелендә ятҡан холоҡ тәрбиә, хатта плас­тика аша бирелә. “Ете ҡыҙ” бейеүен “Березка” ансамбле бейеүселәре бейей икән, унан башҡорт бейеүенә пародия килеп сыға. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарынан башҡа халыҡ бейеүҙәрен бейетеү ҙә шуның кеүек, сөнки беҙҙекеләр башҡалар кеүек аяғын күтәреп бейей алмай, ә сит милләттәр беҙҙең ҡыҙҙар кеүек ойотоп бейей белмәй.
Башҡорттоң тағы бер сифаты бар – ул тормошто ярата. Бәлки, шуның өсөн дә беҙ һаҡланып ҡалғанбыҙҙыр. Хатта халҡыбыҙҙың трагик йырҙарында ла, һин ҡойолоп төшөргә тейеш түгелһең, тигән кинәйә бар. Көрсөк хәл-торошонан барыһы ла сыға алмай, әммә башҡорттар үҙенең сабырлығы, түҙемлеге менән теләһә ниндәй ауырлыҡты күтәрә белә. Башҡорттоң аҡрын ҡуҙғалыуы, күп ваҡытта өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреүе сәс йолҡорлоҡ ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрергә ярҙам итә лә инде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәре ил һаҡларға, әрме хеҙмәтенә киткәс, донъя йөгөн үҙ иңенә алып, сабыр ғына донъя көткән. Шундай ҡатындарҙан нисек батыр тыумаһын! Үҙемдең ғилми эшемде яҙғанда ла мин был юлдарҙы бер маңҡорт уҡыһын да, башҡорттоң идеаль образына һоҡланһын, тигән изге хыял менән йөрөнөм, сөнки кешенең үҙаңы үҫһен өсөн уға даими рәүештә тылҡып торорға кәрәк.
Характерҙы образлы рәүештә кешенең умыртҡа һөйәге менән сағыштыралар. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, умыртҡа бағанаһында саҡ ҡына тайпылыш булғанда ла кеше тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алмай. Ә тормошта, кешелә, милләттә ошо умыртҡа бағанаһы булған характерҙан тайпылыу була икән, ул үҙенең ысынбарлығын, үҙенең булмышын юғалтмаймы?
Был үҙәк беҙҙең халыҡта әле лә бар. Ул бит тәрбиәнән дә килә. Тәрбиә булмаһа, кеше хайуан сүрәтен ала, тап социумда ғына ул кешегә әйләнә. Арыҫлан балаһын өйҙә тотһаң да, зоопаркта тотһаң да, яңғыҙ урманда үҫһә лә, ул барыбер арыҫлан балаһы булып ҡала. Ә кеше балаһы фәҡәт ғаиләһендә генә кешегә әүерелә. Шуның кеүек, милләтебеҙ башҡорт араһында ғына башҡортлоғон һаҡлай ала. Башҡорт араһынан китһә, башҡортлоҡто һаҡлау бик ауыр. Мәҫәлән, бик әҙҙәр генә үҙҙәренең туған теленә тоғро ҡала.
Ни өсөн беҙ үҙгәргәнбеҙ һуң? Ихтилалдарҙа иң уҫалдар, иң үткерҙәр, иң көслөләр ҡырылған. 1918 – 1921 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре сафтарында көрәшкән һәм һәләк булған ирҙәр шулай уҡ көслө, милләте өсөн янып торған кешеләр булған. 1937 йылда милләттең саҡ ҡына күтәрелеп килгән өҫкө ҡатламы юҡ ителгән. Ҡасандыр бөтөн донъяны дер һелкеткән Монголия бөгөн ни өсөн шундай хәлдә? Ни өсөн бөгөн үҙҙәрен күрһәтә, күтәрә алмайҙар? Сөнки иң көслө ирҙәрҙе Сыңғыҙхан үҙе менән алып киткән, илдә бала-саға ла ҡарт-ҡоро тороп ҡалған. Уларҙан, әлбиттә, милләтте артабан үҫтерерлек кешеләр сыҡмаған. Беҙҙең башҡортта ла шул тенденция күҙәтелә – гел иң өҫтә торғандарҙы ҡырып, сабып торғас, ул тора-тора ваҡлана. Бөгөн, мәҫәлән, халҡыбыҙҙы Салауат Юлаевтың замандаштары менән сағыштырып булмай. Беҙ ул осорҙағы ир-егеттәребеҙҙең нисек һуғышыуын тарихи документтар аша ғына күҙаллайбыҙ. Әммә Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының шундай уҡ ғәййәрлек менән ут эсенә инеүе тураһында ла беләбеҙ. Йәғни халыҡтың булмышында уның асылы һаҡлана һәм ул кәрәк ваҡытта уяна.
Атта һыбай йөрөүҙең дә үҙ манераһы бар, тигәйнек. Һәр төрки халҡының үҙ көрәше бар, әммә улар ҡағиҙәләр буйынса айырыла. Ә бына башҡорт көрәшендә башҡа көрәштәрҙә күҙәтелгән аяҡ салыу, хәрәмләшеү кеүек күренештәр юҡ, бары тик дәғүәсеңде ерҙән айырып, күкрәк аша алып ташларға тейешһең, йәғни башҡорттар һәлмәк һәм ғәҙел көрәшә. Быны ла милләттең характерына бәйләп булалыр.
Шулай уҡ тағы ла метафизик бер критерийҙы – ғәҙеллеккә ынтылышты ла әйтмәй булмай. Башҡорттоң характерындағы ғәҙеллек, намыҫлылыҡ тигән төшөнсә лә борондан килә. “Урал батыр” эпосындағы Урал батыр ҙа, әкиәттәребеҙҙәге башҡа батырҙар ҙа тик ғәҙел еңеү яулай. Ә бит башҡа халыҡтарҙың әкиәттәрен алып ҡараһаң, батырҙар уларҙа йә хәйлә, йә башҡа этлек аша үҙ маҡсаттарына өлгәшә. Ни өсөн башҡорттар араһында эшҡыуарҙар бармаҡ менән һанарлыҡ, тигән һорауға яуап биргәндә лә тап шул ғәҙеллек, дөрөҫлөк принцибынан сығып фекер йөрөтөргә кәрәктер. Эшҡыуарлыҡ башҡортҡа килешеп етмәй, сөнки бөгөн эшҡыуарлыҡ, бизнес тигән термин артына йәшеренгән алыпһатарлыҡ кеше алдауға ҡоролған. Алыпһатарҙар үҙҙәре бер нәмә лә етештермәй, улар әйберҙе бер урындан осһоҙға алып, икенсе урында ҡиммәткә һатыу менән генә шөғөлләнә.
Кешегә тыуғанда уҡ ниндәйҙер абсолют критерийҙарҙы үҙ эсенә алған көйләнеш һалынған. Башҡорттарҙа ғәҙеллеккә, ирек һөйөүсәнлеккә, дөрөҫлөккә көйләнеш һа­лын­ғандыр, күрәһең. Хатта башҡорт кешеһе ниндәйҙер мәсьәлә буйынса етәксеһенә бер тапҡыр барып, проблемаһын хәл итә алмай икән, ул икенсе тапҡыр үҙен көсләп алып барасаҡ, өсөнсө тапҡыр барып та тормаясаҡ, сөнки үҙе ғәҙел булғас, башҡаларҙы ла үҙе кеүек тип уйлай. Ә бит башҡа милләттәр ундай түгел, ишектән ҡыуалар икән, тәҙрәнән килеп инәләр.
Башҡорттар — ирек һөйөүсән халыҡ. Ҡолдарҙа ундай идея юҡ. Спартак заманында булған ул ҡолдар ихтилалы, ләкин улар төньяҡтан килгән халыҡтар булған. Ә Европаның төньяғындағы халыҡтар ҡыҙыу, һуғышсан. Крепостной крәҫтиәндәр бит ихтилалға күтәрелмәгән. Разин, Пугачев ихтилалдары тибеҙ, әммә унда бит крепостной крәҫтиәндәр түгел, казактар һуғышҡан. Әле бөгөнгө Донбасс, Луганскиҙа сыуалыштар бара икән – унда бит элекке казактарҙың тоҡомдары йәшәй. Урал, Яйыҡ буйында ла казактар төйәкләнгән.
Йыш ҡына, башҡорт башын башҡорт ашай, тигән һүҙҙе ишетәбеҙ. Ситтә йөрөгән ваҡытта башҡорт бер-береһенә ярҙам итә, улар дуҫ, татыу, уларҙың ысын асылы асыла һәм быны башҡалар ҙа күрә. Ә бына ауылда тик башҡорт ҡына йәшәй икән, улар ни, һуғышып та китә, талашып та китә. Бындай күренеш һәр халыҡта ла, хатта ғүмер буйына ҡан дошман булып йөрөү ҙә бар. Беҙҙә лә ундай күренештәр ҡасандыр булғандыр, булмаһа, “ҡан дошман” тигән һүҙ ҙә таралмаҫ ине. Ләкин, башҡорт башына башҡорт етә тип, ниндәйҙер шәхси күренеште дөйөм милләткә япһарырға тырышыу дөрөҫ түгел. Бындай яһалма барлыҡҡа килтерелгән әйтем беҙҙең метафизик базаға һалынған абсолют критерийҙарға тап килмәй. Әгәр шулай булған булһа, әллә ҡасан уҡ Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан булыр инек.
Әгәр беҙ, боронғо халыҡ, элек-электән Йыһан ритмдары менән йәшәгәнбеҙ икән, беҙ башҡаса була алмайбыҙ. Хатта донъя алдында, кешелек алдында башҡаларға ҡарағанда күберәк яуаплылыҡ тоябыҙ. Әгәр ошо юлыбыҙҙан тайпылһаҡ йәки баш тартһаҡ, уның беҙгә насарлыҡ булып әйләнеп ҡайтыуы ихтимал. Ергә килгән һәр милләттең үҙенең ниндәйҙер миссияһы бар. Уны тормошҡа ашырһаң, ул бумеранг кеүек яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайта. Шуның өсөн генә булһа ла ошо метафизик базаға һалынған абсолют критерийҙарҙан китергә, ситләшергә ярамай.
Ниндәйҙер ваҡиғаны ошо ваҡыт күҙлегенән генә ҡараһаң, бәлки, ул бигүк яҡшы ла, уңайлы ла түгелдер. Мәҫәлән, шул уҡ ихтилалдарҙа ниңә күпләп ҡатнашып, халҡыбыҙҙы ҡырҙырырға кәрәк булған икән, тип уйлайбыҙ йыш ҡына. Әммә ошо ваҡиғаларға Йыһан, бөтөн Ер шары кимәленән ҡараһаң, был үҙен аҡлай. Шуға ла, ниңә шулай иткәнбеҙ, ниңә былай иткәнбеҙ, тигән үкенеү булырға тейеш түгел. Беҙҙең үҙебеҙҙең миссиябыҙ бар, шуға ла үҙебеҙҙе һаҡлай алғанбыҙ. Милләтебеҙҙең тарихҡа билдәле булған, уның ҡағыҙға төшөрөлгән мәленә генә лә – 2500 йыл, сөнки беҙҙең турала бынан 2500 йыл элек йәшәгән Геродот яҙып ҡалдырған. Шул ваҡытта ла ошо уҡ ерҙә, ошо уҡ атамала, ошондай уҡ халыҡ булып йәшәгәнбеҙ. Ибн Фаҙландың, башҡаларҙың башҡорттар хаҡында яҙған ҡыҫҡа ғына ҡылыҡһырла­малары бөгөнгө башҡорттар­ҙың характерында ла сағылыш таба икәнле­ген күрәбеҙ. Әммә бөгөнгө башҡортлоҡ менән шул быуаттар дауамында килгән башҡортлоҡтоң араһында айырма бар. XX быуатта элита ҡырылған, тип һөйләйбеҙ, әммә эскелекте бөтөнләй күҙҙән ысҡын­дырабыҙ. Ә бит был алама ҡылыҡ кешене генә түгел, тотош милләтте юҡҡа сығара яҙҙы. Әгәр ҙә бөгөн Башҡортостанда башланған “Айыҡ ауыл” шауҡымы бөтөн республикаға таралып, араҡы ҡоллоғонан ҡотолһаҡ, асылыбыҙға кире ҡайтасаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн кемдең Президент булыуы ла мөһим түгел, сөнки батша ҡулы аҫтында ла, Сыңғыҙхан идара иткәндә лә йәшәгән­беҙ, әммә үҙебеҙҙең йырҙарыбыҙҙы һаҡ­лағанбыҙ, эпостарыбыҙ­ҙы тыуҙырғанбыҙ, ҡурайыбыҙҙа уйнағанбыҙ, Уралда йәшәгән­беҙ, шул көйөнсә туған телебеҙҙе, мәҙәниә­тебеҙҙе бөгөнгәсә килтереп еткергәнбеҙ.
Милләт өсөн иң зыянлы, яуыз нәмә – ул ихтилалдар ҙа, репрессиялар ҙа түгел, ә эскелек. Ул характерыңды ла юҡҡа сығара, һине көнсөллөккә, урлашыуға, алдашыуға, деградацияға килтерә. Әгәр үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәк, эскелектән ҡотолорға, мәҙәниәтебеҙҙе күтәрергә кәрәк. Мәҙәниәте­беҙ – ул беҙҙең телебеҙ, ул – беҙҙең йырҙарыбыҙ, ул – беҙҙең бейеүҙәребеҙ, ул – беҙҙең борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ.
Ниндәй генә һөйләшеү алып бармайыҡ, ниндәй генә эштәр башҡармайыҡ, улар барыһы ла халҡыбыҙҙың артабан да йәшәүен, мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең һаҡланыуын тәьмин итергә тырышыуға ҡайтып ҡала. Ни өсөн мәҙәниәт менән телде һаҡларға кәрәк? Сөнки мәҙәниәт менән тел үҙҙәре үк халыҡты һаҡлай. Бына шуларҙы йәштән үк балаларға бирә, һеңдерә алһаҡ, ул милләтте һаҡлауға алып киләсәк.
Башҡорт үҙ тарихының беҙгә билдәле 2500 йыл арауығында нимәләр генә күрмәгән дә ниндәй генә юлдар үтмәгән, нимәләр генә кисермәгән. Байҙары ла, батшалары ла, ғәскәре лә булған, ләкин улары һаҡланмаған бит. Телебеҙ һаҡланып ҡалған. 40-ҡа яҡын төрки тел араһында бер беҙҙә генә һ, ҫ, ҙ өнө бар. Был беҙҙең боронғо­лоҡто раҫлаусы уникаль күренеш. Йырҙа­рыбыҙҙы ҡарайыҡ. Иҫ китмәле моң уларҙа! Ул бөгөнгө барабан тауышы түгел. Телебеҙ, көйҙәребеҙ, бейеүҙәребеҙ һаҡланған, тәби­ғәткә мөнәсәбәтебеҙ һаҡланған, әкиәттәре­беҙ һаҡланған. Шулар беҙгә алға ҙур өмөт, ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
Уйлап ҡараһаң, бынан 100 йыл элек кенә башҡорт кешеһе белгән нәмәләрҙе бөгөн белмәйбеҙ. Ни өсөн белмәйбеҙ, сөнки шул ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ йәшәгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, башҡортҡа өс әйберҙе белеү фарыз, тигән: бөгөнгө тел менән әйтһәк, фольклорҙы, шәжәрәне, йондоҙҙарҙы. Шәжәрәгә, ярай, кире ҡайта башланыҡ. Ләкин барыһы ла түгел, айырым кешеләр, айырым ауылдар ғына шәжәрәһен төҙөй, бөтөн башҡорт та шәжәрәһен белә, тип раҫларға иртәрәк. Фольклорға килгәндә лә, уны бөтөн башҡорт та белә, ярата, тип әйтеп булмай. Ә инде йондоҙҙар хаҡында бөтөнләй белмәйбеҙ. Йондоҙҙарҙы белеү – ул 12 йылдың нисек килеүен белеү. Элек ата-бабаларыбыҙ бәләкәйҙән үк балаларға йондоҙҙар тураһында мәғлүмәт өйрәтә башлаған. Ҡоролоҡ килерен дә алдан күҙаллап, әҙерләнеп торған. Башҡорттоң билдәле тарихында аслыҡ бер тапҡыр ғына – 1921 йылда, совет власы заманында ғына булған. Хатта 1941 йылғы һуғыш ваҡытында ла башҡорт ауылдарының күбеһе асҡа йонсомаған.
Башҡорттарҙың 40 проценты бөгөн ауылда йәшәй. Әйтеп үтеүебеҙсә, ауыл менән ҡала башҡорто араһында айырма бар, һәм башҡорт үҙенең башҡортлоғон бары тик ауыл ерлегендә генә һаҡлай ала. Әммә бөгөн тотош илдә алып барылған сәйәсәт ауылдарҙы бөтөрөү йүнәлешенә юл алған кеүек тойола. Ауылдарҙы бөтөрөп, башҡорттарҙың бөтөнөһөн дә ҡалаға күсерһәк, 20 йылдан башҡорт тигән милләт ҡалмаясаҡ. Башҡортто һаҡлау өсөн ауыл кәрәк. Ҡала ерендә 100 процент башҡортто ла башҡорт итеп тәрбиәләп булмай. Ҡаланың башҡорт мәктәптәрендә барлыҡ уҡыусылар ҙа рухлы булып тәрбиәләнә, тип раҫлап булмай. Рухты ғаиләлә рухлы ата-әсәләр генә һала ала. Ә ауыл ерендә хатта иң насар уҡыған, иң йүнһеҙ күренгән бала ла үҙен башҡорт тип иҫәпләй. Ғөмүмән, бәләкәй милләттәрҙең һаҡланыу юлы – ул ауыл ере һәм мәҙәниәт.
Ауылда йәшәүселәрҙең юғары белеме лә, эше лә юҡ, тормош кимәле лә түбән, тип уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ентекләп ҡараһаң, башҡорт халҡы һаҡланып ҡалһын өсөн ул ауылда йәшәргә тейеш. Абсолют критерийҙар күҙлегенән ҡарағанда, шунан да ҡулай юл юҡ. Эйе, ауыл балалары юғары белем алырға ҡалаларға килә, әммә миллионлы халҡы булған мегаполиста үҙҙәренең асылын юғалта. Улар менән яйлап милләт тә юҡҡа сыға.
Тикшеренеүселәр милли менталитетты, характерҙы тикшергәндә, уны нескә материя менән сағыштыра: һин уны юҡҡа сығарып та ташлай алмайһың, сөнки тотош халҡың өсөн яуаплыһың, шул уҡ ваҡытта артыҡ маҡтана ла алмайһың. Ерҙең мәғлүмәт ҡыры барлығын да оноторға ярамай. Ни өсөн Башҡортостанда әүлиәләр ҡәберҙәре күп? Был да бит юҡтан ғына түгел, уның да ниндәйҙер нигеҙе бар, ул изгелеккә, ирек һөйөүгә барып тоташа. Ә ирек һөйгән кеше башҡа кешене лә ҡол яһамай. Уның тыйнаҡлығы шунан килә. Ошо абсолют критерийҙар бер сылбыр булып килә, унан сығып та булмай һәм был тәбиғи ҙә. Үҙеңде ошо критерийҙарға ярашлы тотһаң, юлдарың асылып торасаҡ. Ә инде ағым ыңғайына йөҙөп, кемгәлер ялағайланыу, юхаланыу менән көн итһәң, хатта күберәкте юғалтыуың да ихтимал.
Ғөмүмән, башҡорт халыҡ әкиәттәрен алып ҡараһаҡ, уларҙа бөтә персонаждар ҙа батыр тигән эпитет менән йөрөй. Дөрөҫөн әйткәндә, тик яуыз көскә ҡаршы көрәшәләр ҙә, уны еңгәс, яуыз көстөң халыҡтан талап алған байлығын халыҡҡа кире ҡайтарып бирәләр һәм уларҙың бөтөн батырлығы ла, эше лә, әкиәте лә шуның менән тамамлана. Батыр үҙенең ауылына ҡайтып, кәләш алып, балалар үҫтереп ҡәҙимгесә тормош көтә. Иң мөһиме — ул донъя күреп йөрөй, фәһем ала, аҡыл йыя, әммә Уралына ҡайта. Төрлө алдау юлы менән, сихри көстәр ярҙамында батша булып китмәй. Ул үҙ көсө менән, үҙенең намыҫы, ғәҙеллеге, дөрөҫлөгө менән яуыз көстө еңә. Буштан ғына ундай әкиәттәр тыумаған. Шундай әкиәттәр тыуҙырған икән, шул беҙҙең халыҡтың менталитетында ята ла инде.
Тимәк, халыҡта батырҙар һәм уларҙың эргәһендә уларға ҡаршы эшләүселәр ҙә булған һәм әле лә бар. Улар алдаша, хәйләләшә, шул сәбәпле үҙҙәренең көсһөҙлөгөн, ҡурҡаҡлығын күрһәтмәҫкә тырыша. Әммә ниндәй генә ҡаршылыҡ тыуҙырмаһындар, ундай батырҙарҙы ысын батырҙар үлтермәй, ғәфү итә, еңелсә генә шелтәләй йә ҡыуып ебәрә. Тимәк, ысын батыр эргәһендә ундай батырҙар була, әммә батыр уға иғтибар итмәй. Гераклид әйтмешләй, һин бары тик көслө булғанда ғына һәйбәт була алаһың. Әкиәттәребеҙ ошо ысын батырлыҡты күрһәтә лә инде. Әгәр фольклор өлгөләрендә батыр тигән эпитет ҡулланыла икән, тимәк, милләттең һәр вәкилен батыр тип әйтергә була.
Башҡорт халҡында бер мәҡәл бар: булыр илдең балаһы бер-береһенә, батыр, тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә, бахыр, тиер. Бер-беребеҙгә ҡарата бахыр булмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509