Икенсе йәшлектәрен кисерә20.12.2017
Икенсе йәшлектәрен кисерәРайондағы һәр ауыл биләмәһендәге ветерандар советы уңышлы эшләй. Оло быуын вәкилдәре мәҙәни һәм спорт сараларында ихлас ҡатнаша, үҙҙәре лә төрлө кисә, осрашыуҙарҙы йыш үткәрә. Өлкәндәр йыл һайын “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында уңышлы сығыш яһай. Хаҡлы ялдағылар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында туғыҙынсы йыл рәттән “Ветеран ихатаһы” конкурсы ойошторола. Ошо һәм башҡа эштәр, киләсәккә пландар тураһында райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ырыҫбикә АЛЛАҒОЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


— Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы, ойошманың эше, маҡсаты менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине...
— Беҙҙең ойошма — оло быуынды ҡанун тарафынан ҡаралған хоҡуҡтарын яҡлаусы органдарҙың береһе. Хаҡлы ялдағылар дәүләт тарафынан социаль яҡланған булыуға ҡарамаҫтан, барыбер һәр йәһәттән үҙҙәрен ҡурсаулы итеп тойорға тейеш. Һәр ауыл биләмәһендә, һәр ауылда ветерандар советы эшләй, уларҙың рәйестәре һайланған. Барыһы ла үҙҙәренә йөкмәтелгән вазифаһын ҙур ихласлыҡ менән башҡара, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, был эшкә бар күңелен һала. Бер тин алмайынса, йәмәғәт башланғысында эшләһәләр ҙә, уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Бөгөн ауылдарҙа күпселек оло кешеләр йәшәүен иҫәпкә алғанда, тап улар төйәгенә йәм һәм ҡот өҫтәп, йәштәргә өлгө күрһәтеп, матур донъя көтә. Әле район ауылдарында, ойошма-предприятиеларында ветерандарҙың 66 берләшмәһе бар, шуларҙың 55-е ауылдарҙа, уларҙа 8 622 пенсионер иҫәптә тора. Беҙ шулай уҡ Ағинәйҙәр ҡоро, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән бергә эш алып барабыҙ.
Ветерандар советының төп маҡсат­тарының береһе — хаҡлы ялдағыларҙы берләштереү, социаль яҡлау, уларға иғтибар бүлеү, тулы тормошта ҡайнап йәшәргә этәреү. Хаҡлы ялға сыҡтым тип бошоноп ултырмай өлкән быуын вәкилдәре. Киреһенсә, яңы һулыш алып, “икенсе йәшлеген” кисерә улар. Кемдер электән күңелендә йөрөткән шөғөлөнә тотона, икенселәр сәхнәгә сыға.
— Сәхнәгә сыға тигәндәй, Хәйбулла ветерандарының бик талантлы икәнлеге хаҡында беләбеҙ. Районда ойошторолған бер мәҙәни сара ла уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, шундай ихласлыҡ һәм дәрт ҡайҙан килә, Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы? Сере ниҙә?
— Сере бик ябай! Хаҡлы ялға сыҡһаң, йәшәрәһең дә китәһең икән (йылмая – авт.). Бер ҙә ҡартайғы килмәй, шунлыҡтан икенсе һулыш, яңыса дәрт менән, ҡасандыр ваҡыт булмай, үҙеңде бар яҡлап аса алмаған мәлдәреңде хәтерләп, яңыса, ҡарттарса йәшәй башлайһың. Ысынлап та, беҙҙең халыҡ сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ, йыр-моңдо үҙ итә, бейеүҙе ярата. Шулай булмаһа, “Мин яратам һине, тормош!” конкурсының һайлап алыу туры һәр ауыл биләмәһендә үтер инеме?! Унда балҡыған таланттарҙы күреп хайран ҡалаһың! Өлкәндәребеҙ шул тиклем һәләтле. Әйткәндәй, быйыл өлкән йәштәгеләрҙең республика ижади фестиваленең төбәк туры Аҡъяр мәҙәниәт йортонда үтте. Ҡатнашыусылар “Ҡош юлы” халыҡ фольклор коллективы, “Уҙаман” ир-егеттәр вокаль ансамбле, район ветарандар хоры, Маҡан мәҙәниәт йортоноң “Ләйсән” халыҡ ансамбле, Сәғит ауылы “Ағинәйҙәр” клубы фольклор ансамбле, “Хәтирә” ҡумыҙсылар ансамбле, “Юшан” халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле сығыштарын ҡарап хайран ҡалды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ансамблдә хаҡлы ялдағы ветерандар сығыш яһаны. Баһалама ағзалары үҙҙәре лә, беҙҙең инәй-олатайҙарҙың сығышын күреп, әле булһа йәшлек дәртен һүрелтмәйенсә, ихлас йәшәргә ынтылыуҙарына, туҡһанда ла сәхнә һелкетеп бейеүҙәренә, етмештә лә оҙон көйҙө башҡара алыуҙарына шаһит булды.
— Республикала берҙән-бер ветерандар ойошмалары араһында брендлы сара булараҡ, тап һеҙҙә йыл һайын “Ветеран ихатаһы” конкурсы үтә. Ошо хаҡта тулыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү маҡсатында башлап ебәргән “Ветеран ихатаһы” конкурсы йыл һайын киң ҡолас ала башланы. Тәүҙәрәк хаҡлы ялдағылар конкурста үҙ ихатаһында төрлө сәскәләр үҫтереп, баҡсаһында йәшелсәләр тәрбиәләп ҡатнашһа, хәҙер улар үҙҙәре тыуҙырған матурлыҡтан төрлө күргәҙмәләр яһап, үҫтергән емеш-еләктән, йәшелсәнән бихисап ҡайнатма, салат, компот һәм башҡа тәмлекәстәр әҙерләп, шуларҙан йәрминкә ойоштороп, кәрәк-ярағын теләүселәргә һатырға ла өйрәнеп алды. Уларға күрше-күлән дә ҡушыла, шул рәүешле, тотош урам йәки ауыл бәйгелә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Был акция ойошторолғандан алып меңдән ашыу еңеүсебеҙ бар. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел “Ветеран ихатаһы” конкурсын республиканың башҡа райондарына ла таратыу һәм үткәреү маҡсатында беҙҙең эште күрергә, акцияла ҡатнашыусылар менән шәхси осрашырға республика ветерандар советынан вәкилдәр килде, тимәк, киләһе йылдан башлап ул күп кенә райондарҙа ла башланғыс алыр тигән ниәттәмен.
Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙең районда байтаҡ йылдар һәр ауылдың брендлы сараһы үтә. Мәҫәлән, кемдер Ҡабаҡ, Картуф байрамын күрһәтә, икенселәр саман һуғыу, һарыҡ ҡырҡыу, шәл бәйләү, ҡорот ҡайнатыу кеүек йолаларҙы үҙ итә. Был эштәрҙең башында йәнә беҙҙең ветерандар йөрөй. Йәш быуынға онотола барған милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау, боронғо кәсептәрҙе һәм шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеү буйынса эштәр алып барыу, быуындар күсәгилешлеген дауам итеү кеүек эштәрҙе лә күмәкләшеп атҡарырға тырышабыҙ.
— Йәш быуынды тәрбиәләүҙә өләсәй һәм олатай тәрбиәһе баһалап бөткөһөҙ. Был йүнәлештә лә һеҙҙең яҡтан байтаҡ эштәр башҡарылыуы хаҡында беләбеҙ. Балалар баҡса­лары, мәктәптәр һәм уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең төп маҡсатын ниҙә күрәһегеҙ?
— Элек-электән халҡыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәрен өләсәй һәм олатай тәрбиәһенә биреп хаталанмаған. Беренсенән, улар олоно оло, кесене кесе тип белгән, икенсенән, быуындар бәйләнеше дауам ителгән. Бөгөн беҙ, йәш быуында ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнайбыҙ, тип әйтә алабыҙ. Йылдан-йыл арабыҙҙан һирәгәйә барған һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыу, уларҙың үҙҙәре кисергәндәрен үҙ һүҙҙәре менән һөйләй алыуҙары ғына ла ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирә һала, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Икенсенән, йәш быуынды хеҙмәткә өйрәтеүҙә лә олатайҙың һәм өләсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Балалар баҡсаларында ағинәйҙәр менән осрашыу, “Өләсәй һандығы”, “Өләсәйҙә ҡунаҡта”, “Олатайым – иң батыры”, “Сыңлай олатайым миҙалдары” кеүек тәрбиәүи саралар һәр ауылда тиерлек үтә, унда ветерандарыбыҙ бик әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ олатай һәм ейәндәр, өләсәй һәм ейәнсәрҙәр араһындағы конкурстарҙың үтеүе лә файҙаға ғына. Тимур командаларының ҡайтанан тергеҙелеүе хуплауға лайыҡ. Оло йәштәгеләр көнө һәм Еңеү байрамдары алдынан уҡыусылар ветерандарҙың өйөнә бара, уларға ярҙамлаша.
Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарында ла абруйлы өлкән кешеләр әүҙем һәм берҙәм ҡатнаша.
— Мәғлүм булыуынса, район ветерандары республиканың иҫтәлекле урындарына ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенә лә йыш сәйәхәттәргә сыға.
— Хаҡлы ял — икенсе йәшлек, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Йыл һайын күмәкләшеп сәйәхәт итергә, тыуған яғыбыҙҙың хозур тәбиғәт урындарында булырға, изге ерҙәргә барырға тырыша­быҙ. Был тәңгәлдә транспорт менән бар яҡлап ярҙам күрһәткән район хакимиәте етәкселегенә һәм бағыусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ырымбурҙағы Каруанһарай, Учалы районында урынлашҡан Әүлиә шишмәһенә, Мөжәүир хәҙрәт ҡәберле­гендә һәм башҡа бик күп ерҙәрҙә булдыҡ. Үҙебеҙ концерт менән күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында йыш сығыш яһайбыҙ, улар менән рухи күпер булдырылған.
— Өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә килгәндә...
— Был тәңгәлдә хәлдәр төрлөсә. Һәм проблемалар ҙа юҡ түгел. Маҡсатлы эш алып барыла: кемгәлер медицина ярҙамы тейешле кимәлдә күрһәтелмәһә, кәрәкле дарыу алыуҙа тотҡарлыҡ, инвалидлыҡ буйынса һорауҙар тыуһа, оло кеше ҡарауһыҙ ҡалһа, балалары булып та, ярҙам күрһәтмәһә, бөтә мәсьәләләрҙе лә район дауаханаһы, Пенсия фонды бүлексәһе, халыҡты социаль яҡлау бүлеге, хакимиәт, урындағы ауыл биләмәһе башлыҡтары менән бергә хәл итергә тырышабыҙ.
Ғөмүмән алғанда, оло быуын сәләмәт тормош яҡлы, уны пропагандалауҙа әүҙем ҡатнаша, хатта йәштәргә өлгө булып тора. Һуңғы ваҡытта ГТО нормаларын тапшырыу буйынса беҙҙең ветерандар иң алдынғылар рәтендә. Йүгереү булһынмы, саңғы, йөҙөү ярыштарымы, шахмат, шашка уйнаумы — барыһында ла улар призлы урындарға лайыҡ була. Әле күпселек ауылдарҙа скандинавса йөрөү йәки атлау киң таралған.
— Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы, Хәйбулла районы йөҙйәшәрҙәр һаны буйынса төбәктә тәүгеләр рәтендә. Юбилярҙар хаҡында ни әйтерһегеҙ?
— Беҙҙең районда йәнә бер матур традиция йәшәй. 90, 95, 100 йәшлек юбилярҙарға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың открыткаһы менән район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың бүләктәрен тапшырыу күркәм йолаға әйләнгән. Әйткәндәй, районда 70, 75, 80 йәште үткән ололар — 680 кеше. 90, 95, 100 йәшлектәр — 46. Йөҙҙө үткәндәр бишәү — Зөһрә Йәрмөхәмәтова (Аҡъяр), Иосиф Нестеренко (Бүребай), Евдокия Желякова (Өфө ауылы), Йомабикә Бикбова (Бүребай), Маһира Иҫәнғәлиева (Петропавловка).
Күптәр тау сәнәғәте киң үҫешкән ерҙә халыҡтың йәшәү ваҡыты түбән була тип һанаһа, беҙҙә, киреһенсә, тау-байыҡтырыу комбинаты урынлашҡан төбәктә оҙаҡ йәшәүселәр күп. Урман зонаһына ҡараған ауылдарҙа халыҡтың йәше йылдан-йыл “йәшәрә” барыуы уйландыра. Шулай уҡ 50, 60 йыл бергә йәшәгән матур парҙарҙы тәбрикләү кеүек саралар ҙа даими үтеп тора.
— Ваҡытлы матбуғатты таратыуҙа һәм алдырыуҙа ветерандарҙы йәлеп итеү, күпләп “Башҡортостан”, урындағы гәзиттәрҙе, “Ветеран Башкортостана” журналдарына яҙҙырыу буйынса ла һеҙҙең эшмәкәрлекте күрмәү һәм баһаламау мөмкин түгел. Был тәңгәлдә лә үҙ серегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
— Беҙҙең быуын гәзит-журнал уҡып үҫте. Шунлыҡтан уларһыҙ көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Иламаған балаға ғына имеҙлек ҡаптырмайҙар, ти халыҡ мәҡәле. Хаҡлы ялдағыларға ҡиммәт хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу еңелдән түгел, шуға күрә беҙ уны алдырыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Район хакимиәте етәкселәренә, бағыусыларға был йәһәттән оло рәхмәтемде еткергем килә. Һәр яҡлап улар ярҙам ҡулын һуҙа, һәр ветеран йәшәгән йортҡа гәзит-журнал килмәй ҡалмай. Алла бирһә, киләһе йылда ла өлкәндәребеҙ үҙҙәре яратҡан матбуғаттан айырылмаҫ, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
— Артабанғы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. Ғаиләләрегеҙ имен булһын!

Хәйбулла районы.


Вернуться назад