Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп урында — халыҡ ихтыяжы
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың үҙәк матбуғатта сираттағы программа мәҡәләһе донъя күрҙе. Владимир Владимирович “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тип аталған мәҡәләһендә социаль, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләренә ҡағылышлы аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһай, социаль түләүҙәргә, эш хаҡына, пенсияға ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Программа ябай халыҡта ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған?

Розалия ҠАҺАРМАНОВА, биш бала әсәһе, Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы:
— Күп бала әсәһе булараҡ, президентлыҡҡа кандидаттарҙың демография мәсьәләһенә ҡағылышлы тәҡдимдәрен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Был йәһәттән айырыуса Владимир Путиндың фекерҙәре төплө. Ул демографик хәл насар булған Федерация субъекттарында өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә махсус пособие түләргә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә ғаилә сабыйына өс йәше тулғансы айына 7 мең һум самаһы өҫтәмә аласаҡ. Ә был аҙ аҡса түгел. Ғөмүмән, Владимир Владимирович электән демография мәсьәләһен өҫтөн ҡуйҙы. Хәтерегеҙҙә булһа, 2006 йылда икенсе бала табыуҙы дәртләндереү буйынса саралар комплексын да ул тәҡдим иткәйне. Бында шулай уҡ даими индексацияланған әсәлек капиталы ла индерелде. Бөгөнгө тәҡдимен дә хуплайым, сираттағы “аҙымы” ла үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанам.

Наил СОЛТАНОВ, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты:
— Аҡса күпме булһа ла етмәй инде ул. Йәш саҡта бигерәк тә. Ярай әле ауылдан ярҙам итәләр. Айлыҡ стипендиям — 1300 һум. Уға ашарыңа алаһыңмы, уҡыу кәрәк-яраҡтарына тотонаһыңмы, кейенәһеңме — ҡыҫҡаһы, һәр тинеңде һанайһың инде. Әле бына Владимир Путиндың “Комсомольская правда” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡып сыҡтыҡ. “Стипендия түләүҙә тәртип булдырырға ваҡыт. Ул мохтажлыҡ кисергәндәргә, белем алыуҙы дауам итә алмағандарға түләнергә һәм студенттың йәшәү минимумына еткерелергә тейеш”, — тиелгән унда. Тимәк, программа уңышлы тормошҡа ашырылһа, стипендияға ай һайын 5 мең һум күләмендә өҫтәмә күҙаллана. Был студенттар өсөн, ысынлап та, ҙур ярҙам буласаҡ, сөнки, сер түгел, бөгөн күптәр нәҡ ошо “килемгә” генә йәшәргә мәжбүр бит.

Гөлнур ХӘМИТОВА, Р. Солтангәрәев исемендәге башҡорт гимназия-интернатының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, Көйөргәҙе районы:
— Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһына, белем биреүгә, ғөмүмән, уҡытыусы статусына ҡараш төптән үҙгәрҙе. Был сәйәсәттә лә, матди ярҙамда ла, социаль өлкәлә лә асыҡ һиҙелә. Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың программаһында ошо башланғыстарҙың дауамын күреп ҡыуандым. “Быйылдан башлап Федерация субъекттары федераль бюджет ярҙамында уҡытыусыларға төбәк иҡтисадына ярашлы уртаса кимәлдән түбән булмаған эш хаҡын тәьмин итергә тейеш”, — тигән ул. Владимир Владимирович вуздарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Уның әйтеүенсә, 1 сентябрҙән дәүләткә ҡараған юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының эш хаҡы төбәк буйынса уртаса күләмгә еткереләсәк. 2013 — 2018 йылдарҙа юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы тағы ла ике тапҡырға арттырыласаҡ һәм уртаса эш хаҡының 200 процентын тәшкил итәсәк.

Азат ИБРАҺИМОВ, төҙөүсе, Нефтекама ҡалаһы:
— Ябай халыҡ өсөн иң мөһиме — лайыҡлы эш хаҡы. Владимир Путин сираттағы мәҡәләһендә, бер нисә йыл эсендә колледждар һәм профессиональ лицей уҡытыусыларының, производствола уҡытыу оҫталарының, башҡа уҡытыусылар, табиптар, урта медицина персоналы, Рәсәй Фәндәр академияһының һәм дәүләттең ғилми үҙәктәренең, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы әкренләп арттырыласаҡ, тип вәғәҙәләй. Ғөмүмән, мин уның “лайыҡлы хеҙмәт хаҡы” мәсьәләһен бөгөндән хәл итергә тейешле “эштәр” исемлегендә билдәләүен дөрөҫ тип иҫәпләйем, сөнки түбән эш хаҡының эҙемтәләре билдәле инде: тарҡалған ғаиләләр, демографик тотороҡһоҙлоҡ, эскелек... Ә улар менән көрәшеү тағы ла ауырыраҡҡа төшәсәк.

Ишбулды КӘРИМОВ, хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Владимир Путин пенсионерҙарҙы онотмай. Әле лә бына тағы пенсияны арттырырға вәғәҙәләгән. “Пенсия йәшен арттырыуға ҡаршымын. Шул уҡ ваҡытта пенсия йәшенә еткәс эшен дауам итергә теләгән һәм, яҡшы эш хаҡы алғанға күрә, пенсия юллауҙы кисектерергә, әммә уның буласаҡ күләмен ярайһы уҡ арттырырға теләгәндәрҙең мәнфәғәтен дә иҫәпкә алырға кәрәк”, — тигән. Тулыһынса килешәм. Үҙем, пенсияға сыҡһам да, байтаҡ ваҡыт эшләп йөрөнөм. Йәшермәйем, хаҡлы ялдағыларға мөнәсәбәт башҡасараҡ. Әммә бөгөн пенсия аҡсаһына ғына йәшәүе лә ауыр бит. Шуға был йәһәттән Хөкүмәттең ярҙамы кисектергеһеҙ. Лайыҡлы пенсия булһа, берәү ҙә хаҡлы ялға китмәй, эшләп йөрөмәҫ ине, минеңсә. Йәштәргә лә эшкә урынлашыу еңелләшер ине.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510