Фәнде нисек үҫтерергә?08.02.2014
Бөгөн — Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙға “Фәнде нисек үҫтерергә?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Мансур ӘЙҮПОВ, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты:
— Тәү сиратта фәндең йәмғиәттәге ролен үҙгәртеү мөһим. Ул әлеге көн талаптарына, халыҡтың ихтыяжына яуап бирергә тейеш. Өҫтәүенә, ғилми асыштарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу зарур. Илдә был йәһәттән эш башланды. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының структураһы үҙгәртелә, юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә талаптар арта.
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:
— Беренсенән, шарттар булдырыу, финанс яҡтан тәьмин итеү мөһим. Икенсенән, кадрҙар әҙерләүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Кеше күңеленә фәнгә һөйөү, уның менән шөғөлләнеүгә этәргес мәктәптә үк һалына башлап, артабан урта һәм юғары уҡыу йорттарында ныҡлы үҫтерелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, белем усаҡтары менән ғилми учреждениелар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим.
Инсур ҮТӘБАЕВ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе директоры:
— Фәнгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙы мәктәптән үк башларға кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, үҙебеҙҙең белем усағында төплө эш алып барабыҙ, түңәрәктәр асҡанбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта, минеңсә, даими донъя күргән ғилми баҫмаларға финанс ярҙамы күрһәтеү мөһим, юғиһә илебеҙҙәге бындай журналдарҙың күбеһе, белеүемсә, йәмәғәт башланғысында сыға.
Әлфиә ВӘЛИЕВА, уҡытыусы, Белорет районы:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй фәне финанслауҙың етерлек кимәлдә булмауы ғына түгел, ҡоролошоноң иҫкелеге, бюрократлыҡ арҡаһында ла үҫешә алмай. Беҙҙең ғалимдарҙың матди хәлен сит илдекеләрҙеке менән сағыштырып булмай.
Данил ХИСМӘТУЛЛИН, БДУ студенты:
— Минеңсә, йәш ғалимдарға аныҡ ярҙам күрһәтеү буйынса күп йылға иҫәпләнгән программа булдырыу яҡшы һөҙөмтә бирер ине. Шул уҡ ваҡытта өлкән быуын ғалимдарының социаль хәлен дә ҡайғыртыу мөһим.
Д. ТӘЛҒӘТОВА яҙып алды.


Вернуться назад