Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Компенсацияны кем алыр?
2014 йылдың тәүге яртыһында республика халҡына коммуналь хеҙмәттәр өсөн адреслы социаль түләү шәхси ғариза буйынса ғына бирелә, тип һөйләйҙәр. Ошо хаҡта асыҡлап яҙһағыҙ ине.

А. ШӘРИПОВА.

Бөрө ҡалаһы.


Гәзиттең үткән һандарында был турала яҙғайныҡ инде. Өҫтәп шуны әйтеү кәрәк: компенсацияны торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән дөйөм хаҡ былтырғы июнь айындағы менән сағыштырғанда 12 процентҡа (йәки 15 процентҡа – электр һәм газ тәьминәте өҫтөнлөк иткәндә) артҡан осраҡта ғына алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстың булмауы ла иҫәпкә алына. Хаҡ артымы ғаиләнең дөйөм килеменең 20 проценттан ашыуын тәшкил итһә, субсидия мотлаҡ түләнергә тейеш.
Граждандарға социаль түләү 1 ғинуарҙан бирелә башлай. Уны ярты йыл дауамында алырға мөмкин. 2014 йылдың 30 июнендә мөрәжәғәт иткәндә лә, субсидия 1 ғинуарҙан иҫәпләп түләнә.
Социаль түләүгә ғаризалар ҡабул иткән ойошмаларҙың адрестары менән урындағы хакимиәттәрҙең сайтында танышырға була. Аҡсаны тәғәйенләү һәм шәхси иҫәпкә күсереү менән шөғөлләнгән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарының адрестары һәм телефондары Хеҙмәт министрлығының сайтында бирелә. Министрлыҡтың сайты: http://mintrudrb.ru.
Әйткәндәй, адреслы социаль түләү 2013 йылдың икенсе яртыһында республиканың барлыҡ халҡына ай һайын түләнгән компенсацияларҙы алмаштырҙы. Тик ул осорҙа бер ниндәй ҙә ғариза һәм документ йыйыуҙың кәрәге юҡ ине. Бөтә эш автоматлаштырылғайны. Ошо рәүешле власть иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән тарифтар ғәмәлгә индерелгән осорҙа граждандарҙың сығымдарын кәметергә тырышты. Ә ҡаҙнаға ҙур ғына баҫым яһалды. Өфөлә компенсациялар күләме 400 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Шуның 300 миллионы – республика бюджетынан, тағы ла 100 миллион һумы Өфө ҡаҙнаһынан бүленгән.

ФАЙҘАЛЫ МӘҒЛҮМӘТ

Адреслы социаль түләүҙе алыу өсөн түбәндәге документтар тапшырыла:
* түләүҙе алыуға ғариза;
* Рәсәй гражданы паспортының күсермәһе;
* торлаҡҡа эйә булыу һәм унан файҙаланыу хоҡуғы билдәләнгән документтарҙың күсермәһе;
* ғариза биргәнгә тиклемге айға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәтте үҙ эсенә алған документтарҙың күсермәһе;
* шәхси иҫәп йәки тулыландырыу күләме, ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән банк картаһы иҫәбен асыу договорының күсермәһе.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509