Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәртип кейемдән башлана
Тәртип кейемдән башлана Быйылғы Белем көнөн ҙур ҡыҙыҡһыныу, тулҡынланыу менән ҡаршы алабыҙ, сөнки мәктәптәрҙе байтаҡ үҙгәреш көтөүе мәғлүм. Улар араһында һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә, шик-шөбһәгә һалғаны ла бар. Шулай ҙа бер яңылыҡ — уҡыусыларҙың "икенсе тыуған йорто"на бер төрлө кейемдә килеүе күптәр өсөн шатлыҡлы күренеш булыр. Әлбиттә, мәктәп формаһы беҙҙең ил өсөн ят түгел. 1834 йылда империяла дөйөм граждан мундирын раҫлаған закон ҡабул ителгәндән алып уҡыу йорттарына берҙәм кейем индерелә башлай. Был тәртип Октябрь революцияһынан һуң бөтөрөлһә лә, 1949 йылда элекке рәүешкә кире ҡайтырға ҡарар ителә: малайҙарға яғаһы тура торған хәрби гимнастерка, ҡыҙҙарға көрән төҫтәге күлдәк һәм алъяпҡыс кейҙерәләр. Күпмелер ваҡыттан малайҙар дүрт төймәле ҡалын һоро костюмда, тағы ла тиҫтә йылдан ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге, эмблема һәм алюмин төймәләр менән биҙәлгән, джинсы куртканы хәтерләткән кейемдә йөрөй башлай. Был ваҡытта ҡыҙҙарҙың мәктәп формаһы үҙгәрешһеҙ ҡала килә. 1976 йылда ғына улар өсөн ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге итәк һәм жакет булдырыла. 1988 йылда, тәжрибә үткәреү маҡсатында, ҡайһы бер мәктәптәргә мәжбүри форманан баш тартырға рөхсәт итәләр. Иреккә сығыу тиҙ арала үҙ һөҙөмтәһен бирә: 1992 йылда берҙәм кейем бөтөрөлә. Шулай ҙа байтаҡ уҡыу йортонда элекке тәртип һаҡлап ҡалынды. Күптәрҙең фекеренсә, форма баланы төрлө яҡлап тәрбиәләй, класта, мәктәптә берҙәмлек рухын тыуҙыра, социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплай. Уҡыусыларға берҙәм кейем булдырыуҙың мөһимлеген дәүләт етәкселәренең дә хуплауы, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеп, ҡануни йәһәттән раҫланыуы был аҙымдың тотош йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булыуы Тәртип кейемдән башланахаҡында һөйләй. Тиҙҙән уҡытыусыларҙың кейеменә лә берҙәм талаптар ҡуйылыуы ихтимал. Әле Рәсәй Дәүләт Думаһында Мәктәп намыҫы кодексын булдырыу эше бара. Унда уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың да мәктәптә үҙ-үҙен тотошо, тәртип ҡағиҙәләре яҙыласаҡ. Гөлйемеш САДИҠОВА, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры: — Беҙҙең гимназияла берҙәм форма һәр саҡ булды. Шуға ла быйылғы уҡыу йылына ҡуйылған талапты ҙур яңылыҡ тип ҡабул итмәнек, аптырашта ҡалманыҡ. Беҙҙә малайҙар — аҡ күлдәк һәм ҡара салбар, ҡыҙҙар блузка менән сарафан кейә. Моделдәрҙе рәссамдарыбыҙ үҙҙәре ижад итә. Улар тәҡдим иткән төрҙәр араһынан иң матурын, килешлеһен, уңайлыһын уҡыусылар менән бергә фекер алышып, кәңәшләшеп һайлайбыҙ. Ғөмүмән, берҙәм форма кәрәк. Ул — ҙур тәрбиә сараһы, мәктәптең генә түгел, тотош йәмғиәттең йөҙө. Әле уҡытыусыларҙың өҫ-башына ҡарата ла ниндәйҙер талаптар булдырыу хаҡында фекерҙәрҙе яҡлайым: тәртип күп осраҡта кейемдән башлана. Хәҙисә КИНЙӘҒОЛОВА, Абҙан мәктәбе директоры, Архангел районы: — Белем көнөнә ҡыҙҙарыбыҙ — һоро күлдәктә, аҡ алъяпҡыста, малайҙарыбыҙ аҡ күлдәктә, ҡара костюмда киләсәк. Кейемдең ошондай төрөн һайлауҙы дөйөм йыйылышта тәҡдим иткәйнек, ата-әсә дәррәү хупланы. Хаҡ, әлбиттә, төрлө ерҙә төрлөсә. Ҡыҙҙарға форманы район баҙарында 1 500 һумға алырға мөмкин, тиҙәр. Малайҙарға иһә 2 500 һумдан осһоҙҙо табып булмай. Һәр хәлдә, берҙәм форма индерелеүенә уҡытыусылар ҙа, ата-әсә лә ҡәнәғәт. Балалар ҙа замансараҡ кейем кәрәк тигән дәғүә белдермәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518