Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡыллы ла, эшһөйәр ҙә быуын үҫһен
Башҡортостан Президенты республика кәңәшмәһендә ошондай бурыс ҡуйҙы

Аҡыллы ла, эшһөйәр ҙә быуын үҫһенТормоштоң социаль-иҡтисади өлкәһен нығытыу, заманса мөмкинлектәре булған ҡоролош төҙөү маҡсаты тәү сиратта мәғариф тармағына ҙур бурыстар ҡуя. Белем, тәрбиә биреү учреждениелары алдынғы ҡарашлы, яңы технологияларҙы иркен файҙалана белгән, үҙ көсөнә ышанған, киләсәкте ҡулына алырҙай һәм үҫтерерҙәй быуын тәрбиәләргә тейеш. Быйылғы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә төбәк педагогтарына тап шундай талаптар ҡуйылды.

Уҡыусылар мәктәпкә тартылып торор

Сараны үткәреү урыны итеп Бөрөнөң һайланыуы осраҡлы түгел: унда заманса белем биреүҙә өлгө булырҙай тәжрибә бар. Мәҫәлән,ҡаланың 7-се мәктәбе тотошлай яңы электрон технологиялар менән йыһазландырылған, һәм улар уҡытыуҙа әүҙем ҡулланыла. Кәңәшмә башында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм башҡалар алдынғы уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡунаҡтар иң тәүҙә 3D технологияһы менән өҫтәмә йыһазландырылған интерактив таҡталарҙы ҡараны. Был техника дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы буйынса алынған. Уҡыусылар биология кабинетында 3D-проекторҙы ҡулланыу алымдарын күрһәтте. Мәҫәлән, бер нисә минут эсендә эсәр һыуҙа күпме нитрат, тимер һәм башҡа микроэлементтар барлығын билдәләнеләр. Шулай уҡ кабинеттағы һанлы лабораторияның эше менән дә таныштылар. Мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың әйтеүенсә, республикала ошондай 350 интерактив таҡта бар, тағы ла 650 ҡорамал алырға кәрәк.
Физика кабинетында делегация вәкилдәре 3D-принтерҙың эшен ҡараны: уҡыусылар пластиктан фигура яһап, уны үҙаллы баҫтырып алды.
— Балаларға барыһы ла ифрат ҡыҙыҡлы, уларҙы дәрестән айырып алып булмай, — тип билдәләне республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов кәңәшмәнең пленар ултырышында. – Йәш быуын икенсе төрлө, заманса фекер йөрөтә, ә беҙ уларҙы элеккесә уҡытабыҙ. Һаман да шулай дауам итһәк, яңылыҡ индерергә ҡурҡһаҡ, мөмкинлектәр булдырмаһаҡ, донъя буйынса киң ҡулланылған заманса ысулдарҙан артта ҡаласаҡбыҙ. Был йәһәттән Мәғариф министрлығы күҙәтеүсе түгел, ә күрһәтеүсе булырға тейеш. Республикала электрон белем биреү идеологияһын, үҫеш стратегияһын булдырырға һәм уны ғәмәли йәһәттән тормошҡа ашыра башларға кәрәк.
Әлбиттә, барыһына ла күп аҡса талап ителә. Мәҫәлән, 3D форматлы интерактив таҡта 3 миллион һум тирәһе тора. Уны барлыҡ мәктәптәргә лә алабыҙ, тип вәғәҙә итеп булмай.
Рөстәм Зәки улы кәңәшмәлә ҡатнашҡан район хакимиәте башлыҡтарының мәктәптәрҙе ошондай заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙа ярҙам итеүен һораны.
— Ныҡлы ышаныс менән әйтәм: аҙаҡ уҡыусыларҙы мәктәптән ҡайтара алмаясаҡһығыҙ, — тине республика етәксеһе.
Корея Республикаһының мәғариф тармағы миҫал итеп күрһәтелде. Унда башланғыс кластан университетҡа тиклем барлыҡ система электрон белем биреүгә ҡоролған. Беҙҙә лә, айырымлыҡтан, тарҡаулыҡтан арынып, дөйөм йүнәлеш булдырырға кәрәклеге билдәләнде.

“Мәктәптәрҙе һаҡлау яғындамын”

Делегация вәкилдәре Бөрөләге “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһында ла булды. Былтыр декабрҙә асылған был учреждение – ҡалалағы иң матур, заманса тәрбиә усағы. 220 урынға иҫәпләнгән бинала бүлмәләр иркен, ҙур тамаша залы, бассейн, ҡышҡы баҡса бар. Әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр интерактив өҫтәлдә шөғөлләнә ала.
Балалар баҡсаларын күпләп төҙөү тыуымдың артыуына бәйле башҡарыла. Президент Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, әле демографик йәһәттән күтәрелеш кисерәбеҙ. Әйтәйек, 2001-2002 йылдарҙа республикала мәктәпкәсә йәштәгеләр 250 мең тирәһе булһа, хәҙер был һан 335 меңгә еткән. Әлеге кимәл өс-дүрт йыл һаҡланасаҡ. Әммә унан һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымдың кәмеүе һәм 30-сы йылдарға киренән 250 мең тирәһенә ҡалыуы күҙаллана. Республика Аҡыллы ла, эшһөйәр ҙә быуын үҫһенетәксеһенең әйтеүенсә, мәғарифҡа бүленәсәк сығымдарҙы ошо күрһәткестәргә ярашлы планлаштырырға кәрәк. Мәҫәлән, әлеге иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе — ҡулайлаштырыу – алдағыны күҙалламау сәбәпле тыуҙы. Республикала 2005 йылға тиклем 3 200 – 3 300 мәктәп булһа, 2010 йылға был һан 1 800-гә төшкән. Рөстәм Зәки улы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан билдәләнгән “15 уҡыусыға – бер уҡытыусы” тигән талапты төбәк шарттарына ярашлы үҙгәртеү мөһимлеген билдәләне.
— “Бер уҡытыусыға – ун уҡыусы” тигән ҡараш булдырыу маҡсатында алып барылған эш күпмелер кимәлдә һөҙөмтә бирҙе, — тине кәңәшмәлә Президент. – Башҡортостанда раҫланған маҡсатлы төшөнсәләр буйынса әле беҙҙә бер педагогка 11 бала тура килергә тейеш. Федераль министрлыҡ был һанды 2018 йылға 13-кә арттырырға ниәтләй. Беҙ иһә критерийға тыуымға ярашлы үҙгәреш индерергә әҙер.
Рөстәм Зәки улы, бөгөнгө хәлде генә иҫәпкә алып, һандарҙы ғына күҙ уңында тотоп, мәктәптәрҙе уйһыҙ-ниһеҙ ябыуҙың дөрөҫ түгеллеген билдәләне. “Мин һәр саҡ уҡыу йорттарын һаҡлау яғында”, — тине ул. Иң мөһиме — мәктәптәрҙе япҡанда урындағы халыҡтың фекере иҫәпкә алынырға, мәнфәғәттәре ҡайғыртылырға тейеш.

Аҡһөйәктәр үҫтермәйек, тиһәк...

Педагогик кәңәшмәлә шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүленде. Күреп-белеүебеҙсә, хәҙерге уҡыусылар күп ваҡытын дәреслек, компьютер янында уҙғара. Ә инде Берҙәм дәүләт имтиханы өлкән класс уҡыусыларын өҫтәлгә бөтөнләй бәйләп ҡуйғандай булды. Ата-әсә, уҡытыусылар ҙур һынауға әҙерләнгән үҫмергә эш ҡушырға ла ҡурҡып тора: уҡый ғына күрһен! Булдыҡһыҙ аҡһөйәктәр тәрбиәләйбеҙ түгелме? Уларға илдең, республиканың киләсәген нисек ышанып тапшырырбыҙ? Рөстәм Хәмитов, хеҙмәт тәрбиәһенең мөһимлеген билдәләп, уҡыусыларҙы эшләтеп үҫтерергә саҡырҙы. Ҡайһы бер ата-әсә балаһынан таҡта һөрттөрөүгә лә ҡаршы, мәктәп етәкселеген ниндәйҙер закондар менән ҡурҡыта икән. “Ундай бер ниндәй ҙә яҙылған ҡанун юҡ”, – тине республика етәксеһе.
Хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатлы, көслө ихтыярлы быуын тәрбиәләүҙә хәрби йүнәлешле уҡыу йорттарының да өлөшө ҙур. Педагогик кәңәшмәлә уларҙың баһаһын, әһәмиәтен күтәреү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ йәштәрҙе башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларына йәлеп итеү эшен йәнләндереү хаҡында һүҙ булды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, техникумдарҙа, колледждарҙа уҡыусыларҙың һаны тиҫтә йыл эсендә 105 меңдән 62 меңгәсә төшкән. Педагогик йәмғиәттең фекеренсә, был хәлдән сығыу юлы берәү – мәктәп, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһы менән юғары уҡыу йортон бәйләп торған ныҡлы структура булдырырға кәрәк. Юғиһә әле уларҙың һуңғы икәүһе араһында бәйләнеш юҡ тиерлек, киреһенсә, уҡыусыларҙы йыйыуҙа дәғүәселек кенә һиҙелә.
Ә инде хеҙмәт кешеләренең – уҡытыусыларҙың – эш хаҡы тағы ла артасаҡ. Президент Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, һуңғы ике йылда уны 14 мең һумдан 23 мең һумға ҡәҙәр күтәреүгә өлгәшелгән. 2015 йылда – 30, ә 2017 йылда 35 мең һумға етәсәк был һан.
— Мин бында уртаса эш хаҡын күҙ уңында тотам, — тине Президент. — Әлбиттә, барыһы ла хеҙмәт стажына, квалификацияға бәйле булырға тейеш. Тырышып эшләгән кеше күберәк хаҡ, тимәк, тейешле баһа, алырға хоҡуҡлы – һәр саҡ ошо фекер яҡлымын.
Ғөмүмән, педагогик йәмғиәт яңы уҡыу йылын аныҡ бурыстар, яңы йүнәлештәр менән ҡаршылай. Һүҙҙә генә тороп ҡалмай, ҡулды, һәләтте, аҡылды эшкә еккәндә, республика етәксеһе талап иткән заманса мәғариф төҙөлөрөнә ышаныс бар.

Гүзәл ХӘЛФЕТДИНОВА, Әбйәлил районы:
— Тапшырыуҙарҙан күреүемсә, быйылғы кәңәшмә етәкселәрҙең отчетын тыңлауға ҡайтып ҡалмаған, ә етди һөйләшеүгә, асыҡтан-асыҡ фекер алышыуға ҡоролған. Тимәк, һөҙөмтә күпкә яҡшы буласаҡ. Әммә, минеңсә, белем биреүҙе электронлаштырыу маҡсатын ғына ҡыуып, рухи, әхлаҡи тәрбиәне онотоп ебәрмәһендәр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518