Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең белгестәр һәр ерҙә кәрәк
Беҙҙең белгестәр һәр ерҙә кәрәкБашҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалын Сибай ҡалаһында асыуҙың маҡсаты — көньяҡ-көнсығыш райондарҙы ауыл хужалығы белгестәре менән тәьмин итеү, төбәк йәштәре өсөн юғары белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү. Белем усағының ике уҡыу корпусы, 230 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятағы, уҡыу-спорт комплексы, автодромы, 50 гектар майҙанды биләгән агробиостанцияһы, умарталығы бар. Шулай уҡ филиалдың автопаркында ете берәмек техника иҫәпләнә. Гәзит уҡыусыларҙы уҡыу йорто менән яҡындан таныштырыу ниәтендә уның директоры, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөковҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға.
— Беҙҙә социаль-гуманитар дисциплиналар, иҡтисад һәм менеджмент, физика-математика дисциплиналары, мәғлүмәт технологиялары, дөйөм биология һәм химия, агротехнология йүнәлешендәге кафедралар эшләй, — тип башланы һүҙен Йәлил Төхфәт улы. — Фән докторҙары, фән кандидаттары йәштәргә төплө белем бирә. Вузда 752 студент белем ала. Ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто булараҡ, белем биреү практика менән йәнәш алып барыла. Агрономия, механизация факультеттары ҡыҙҙары һәм егеттәре яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнаша. Улар Баймаҡ районы хужалыҡтарында һәм Бөрйән районының “Шүлгән-таш” ҡурсаулығында практика үтә. Буласаҡ ветеринарҙар “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында, ә ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу бүлеге студенттары “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалында тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Иҡтисад бүлегендә белем эстәүселәр “Башавтотранс”, “Газ-сервис”, “Башкирэнерго” йәмғиәттәрендә белемдәрен камиллаштыра. БДАУ-ҙың Урал аръяғы филиалы менән Рәсәй менеджмент һәм агробизнес инженер академияһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 2007 йылдан студенттар йәйге осорҙа Германияла дүрт ай стажировка үтә. Улар фермерҙарҙың ғаиләләрендә йәшәй, малсылыҡ, үҫемлекселек, аграр туризм, хужалыҡты алып барыу йүнәлештәрен өйрәнә. Махсус курс үтеүселәргә “Фермер-крәҫтиән хужалығын ойоштороусы” дипломы тапшырыла.
Беҙҙең белгестәр һәр ерҙә кәрәкШул уҡ ваҡытта уҡыу йортонда фәнгә иғтибар ҙур. Студенттарҙың фәнни ойошмаһы булдырылған, уның советы һәм рәйесе тәғәйенләнгән. Республика кимәлендә уҙған “Студент һәм аграр фән” Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһында ҡатнашып, йыл һайын төрлө дипломдарға лайыҡ булабыҙ. Студенттарыбыҙҙың ғилми эштәре йыйынтыҡтарҙа йыш баҫыла. Уҡыу йорттары араһында уҙғарылған иҡтисад буйынса олимпиадала Айгөл Мөхәмәтйәрова яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Филиалда SIFE командаһы (Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта) уңышлы эшләй. Былтыр Мәскәүҙә өсөнсө урынды алһаҡ, быйыл республикала икенсе урынға сыҡтыҡ. Команда ауыл мәктәптәре уҡыусыларын иҡтисад һәм финанс грамоталығына өйрәткән “Киләсәккә аҙым” проектын уңышлы тормошҡа ашырып, грантҡа лайыҡ булды.
Беҙҙең белгестәр һәр ерҙә кәрәкӘлбиттә, студент ҡайҙа ла студент булып ҡала. Уларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү һәм талантлы йәштәрҙе бар яҡлап үҫтереү өсөн төрлө йүнәлештә эш алып барыла. Студенттарҙың ижад үҙәгендә халыҡ һәм заманса бейеүҙәр, фольклор, нәфис һүҙ, вокал студиялары эшләй. “Нардуған” халыҡ бейеү һәм “Атайсал” ҡурайсылар ансамблдәре, “Тарпан” фольклор-эстрада төркөмө һәм башҡалар — шуға асыҡ миҫал. Уҡыу йортонда сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Киләсәктә яҙмышын ауыл хужалығы тармағы менән бәйләргә теләүселәрҙе үҙебеҙҙең уҡыу йортона саҡырам. Беҙгә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ, килегеҙ, күрегеҙ, белем алығыҙ.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518