Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙең урамда — оло байрам!” — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты илештәр
“Беҙҙең урамда — оло байрам!” — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты илештәрМай ҡояшы бөгөн айырыуса йомарт: көлтә-көлтә йылы нурҙарын һис йәлләмәй тирә-йүнгә һибә. Ул да, гүйә, илештәрҙең көтөп алған күркәм байрамын уртаҡлашырға теләп, күптән әҙерләнеп торған.

Район үҙәгенең өр-яңы Завод биҫтәһе бындай ҙа ҙур халыҡ ташҡынын, көләс йөҙҙәрҙе, ҡулдарына йәйғор төҫөндәге шарҙар тотҡан, ҡурсаҡ кеүек кейенгән кескәйҙәрҙе үҙ тарихында тәүге тапҡыр күрәлер, моғайын. Шәхси йорттар төҙөү өсөн былтыр бүленгән биләмәлә бөгөн тормош ҡайнай. Ауылды комплекслы үҫтереү маҡсатындағы федераль программаға ярашлы барлыҡҡа килгән биҫтәлә йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ: бынамын тигән юлдар ҙа, һыу, газ, электр уты ла ваҡытында өйҙәргә киләсәк. Үҙенең заманса мәктәбе, балалар комбинаты булыуы менән дә бик ғорур яңы микрорайон халҡы. Бөгөн беҙ тап ошо тантанаға — Түбәнге Йәркәйҙә “Баланың һәләтен үҫтереү үҙәге — балалар баҡсаһы” муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылыу мәленә — юлыҡтыҡ та инде.
Ике һәм дүрт йәшлек Алмас, Тимур исемле улдары менән байрамға килгән Зифа Нуриеваның һөйөнөсө сикһеҙ.
— Мин үҙем — Ҡарабаш ауыл Советында, ирем күрше ауылда эшләй. Яңы биҫтәләге йортобоҙ янында ғына заманса баҡса төҙөлөүенә шатланып бөтә алмайбыҙ, — ти йәш әсә. Өс бала әсәһе Ләйсән Фәрәхетдинова ла улы Заһирҙың һәм ҡулындағы бер йәшлек Диләрәнең оҙаҡламай ошо хан һарайындай күркәм йортҡа йөрөй башлаясағына үтә ҡәнәғәт. “Их, эше лә булһа, донъябыҙ түңәрәкләнер ине!” — тип ҡуйҙы ул, хыялға бирелеп.
Яңы микрорайонда йәш ғаиләләр ифрат күп. 25 йәшлек Гөлсинә Ямалова, ире эштә булһа ла, береһенән-береһе кесерәк өс ҡыҙын етәкләп, 1 йәшлек Вилданды күтәреп, баҡса асылыу тантанаһына килергә баҙнат иткән. “Ошондай күңелле, көтөп алған саранан ситтә ҡалып буламы ни? Дүрт баламдың ошо гүзәл йортҡа йөрөйәсәген, компьютерҙы үҙләштерәсәген, мәктәпкә әҙерләнәсәген күҙ алдына килтереп ҡыуанам”, — ти ул.
Илеш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рәмзә Ямалов әйтеүенсә, өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар менән тәьмин итеү мәсьәләһенең көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Ошоғаса сиратта 581 бала торһа, яңы мөһабәт үҙәкте сафҡа индереү менән исемлек байтаҡҡа ҡыҫҡарасаҡ.
Район хакимиәте етәкселәренең ныҡышмалылығы, тәүәккәллеге бушҡа китмәгән: 110 балаға иҫәпләнгән үҙәк ғәҙәти баҡса ғына түгел — ул тәүлегенә 12 сәғәт дауамында эшләйәсәк. Кескәй илештәр инглиз телен, компьютер серҙәрен башҡа тиҫтерҙәренән иртәрәк өйрәнәсәк, музыка дәрестәренә, балалар сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар биреләсәк.
Төҙөлөш сифатының юғарылығы, һәр эштең ихлас, еренә еткерелеп башҡарылыуы күҙгә салынмай ҡалмай. Матурлау, биҙәү эштәрен теүәлләүсе прораб Вадим Мәсәлимов әйтеүенсә, төҫтәрҙе һайлағанда ла заказсы менән кәңәшләшеп эшләгәндәр. “Кескәйҙәр йортон сафҡа индереү — үтә яуаплы хеҙмәт ул, — ти йәш төҙөүсе. — Һәр биҙәк, һәр буяу кәйефте күтәрергә тейеш”.
Кескәйҙәрҙең ҡунаҡтарҙы тәбрикләгән күңелле, матур сығышынан һуң Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ошо әкиәт йортон бер йыл эсендә сафҡа индергән “10-сы төҙөлөш идаралығы” компаниялар төркөмө хеҙмәткәрҙәренә, эште даими контролдә тотҡан Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәренә оло рәхмәтен белдерҙе.
Бынан теүәл бер йыл элек тәүге экскаватор эш башлаған биләмәлә тирә-яҡты йәмләп ике ҡатлы бинаның төҙөлөүе, эргә-тирәһенең йәшелләндерелеүе мөғжизәгә тиң. Өҫтәүенә ошо уҡ төҙөүселәрҙең тырышлығы менән яҡында ғына урта белем биреү мәктәбе ҡалҡып сыҡҡан. 1 сентябрҙә 198 уҡыусы яңы йорттоң ишеген асып инәсәк.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов илештәрҙең хеҙмәттә һәр саҡ алдан барыуын, дәрәжәһен юғары тотоуын билдәләне, ата-әсәләрҙең тормошона яңы һулыш өҫтәгән үҙәктең асылыуы менән ҡотланы. “10-сы төҙөлөш идаралығы” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Валерий Мансуров, өс компьютер бүләк итеп, кескәйҙәрҙең һөйөнөсөн йәнә арттырҙы. Ә тарихта ҡаласаҡ яҡты ваҡиғаның символик билдәһе — иҫтәлекле асҡыс — киләһе уңыштар, бәхет асҡысы буласағына шик юҡ.
...Балаларҙың ҡулындағы йәйғор төҫөндәге шарҙар, һауаға берҙәм күтәрелеп, күҙҙән юғалды. Әммә бөгөнгө күңел күтәренкелеген, байрамса кәйефте һүрелтер сәбәп табылыуы икеле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510