Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ауылдағы прописка ҡаршылыҡ булырға тейешме?” — тип әрней әсә йөрәге
“Ауылдағы прописка ҡаршылыҡ булырға тейешме?” — тип әрней әсә йөрәгеРеспубликабыҙҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү, уларға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында “Асыҡ мөхит” программаһы эшләй. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә күп осраҡта инвалидтарҙың хоҡуғы яҡланмай, тейешле шарттар тыуҙырылмай. Бигерәк тә инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсә күп ҡаршылыҡҡа юлыға. Ғүмерлек һынауға дусар булып, балаларын кеше итергә тырышҡан ғаиләләр күп осраҡта закондарҙы үтәргә теләмәүсе чиновниктар алдында баҙап ҡала.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Әлиә Атанова – тыумыштан инвалид. Ҡыҙыҡай тормош һынауҙарына бирешмәй, тиңдәштәренән ҡалышмаҫҡа тырыша. Уҡытыусылар аҙнаһына өс тапҡыр өйөнә килеп дәрес бирә. Ағалары Юлдаш менән Байрас та кескәй Әлиәгә бар яҡлап ярҙам итә. Юлиә апаһының эштән ҡайтыуын иһә һеңлеһе айырыуса түҙемһеҙләнеп көтә. Әсәһе Дилә Булат ҡыҙы Әлиәне ҡарау менән мәшғүл, кистәрен бер-ике сәғәткә эшкә барып ҡайтырға ла өлгөрә. Аталары ситтә эшләй. Ғаилә ошоғаса Ивановка ауылында йәшәгән, кескәй ҡыҙҙары Әлиәгә дарыухана яҡыныраҡ, уҡыу шарттары яҡшыраҡ булһын өсөн район үҙәгенә күскәндәр. Барлыҡ йыйған донъялары ауылда тороп ҡалған, үҙҙәре Аҡъярҙа кеше фатирын ялларға мәжбүр.
Тыумыштан инвалид баланы ҡараусыларға фатир бүленергә тейеш булһа ла, Атановтар был категория өсөн төҙөлгән исемлектән алынған. “Ауылда пропискала тораһығыҙ, шунлыҡтан һеҙҙе сираттан алып ташланылар”, – тип яуаплай уларға чиновниктар. Коляскала ултырған ҡыҙын көн һайын баҫҡыс буйлап төшөрөү һәм мендереү еңел түгел. Йәшәгән йорттарында пандус ҡуйылмаған. Әлиәне Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына йөрөтөү, дарыу һатып алыу, көн дә укол ҡаҙатыу, массаж яһатыу өсөн күпме сығым киткәнен Атановтар үҙҙәре генә белә.
Ҡыҙҙарының киләсәктә аяҡҡа баҫырына ышаныс аҙым һайын осраған ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ата-әсәһе һәм туғандары Әлиәне бар яҡлап үҫтерергә тырыша, һәр төрлө конкурстарға йәлеп итә. Былтыр ҡыҙыҡай физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙғарылған “Таланттар балҡышы” республика конкурсында йырлап, призлы урын яулаған. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, бар нәмәне һынап ҡарарға яратҡан Әлиә йыр һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәрендә лә шөғөлләнә. Дөрөҫөрәге, туғандары һәр саҡ уны теләгән еренә алып йөрөй. Бигерәк тә әсәһенең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Динә Булат ҡыҙы балаһының күңеле ҡатмаһын, үҙен ситләтелгән итеп тоймаһын өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик был әсәнең күңелен аңлаусылар ҙа табылһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512