Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң-көйҙән туҡылған тарих
Моң-көйҙән туҡылған тарихБында килеп инеү менән илаһи донъяға сумғандай хис итәһең үҙеңде. Тылсымлы моң һәр баланың йөрәгендә ярала ла, ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, скрипка, флейта һәм башҡа күп төрлө уйын ҡоралдары аша күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, тирә-яҡҡа тарала.

Эйе, был гимназияла йыр-моңдоң асылын бар йөрәге менән тойған һәм уны башҡаларға ла еткерә алған бәхетле балалар йәшәй, белем ала.
Бай тарихлы уҡыу йортон таланттарға ҡанат ҡуйыусы тип тә йөрөтәләр. Уның асылыуына 70 йыл тула. Аталары һуғышта һәләк булған етем малайҙар өсөн 1943 йылдың февралендә ойошторолған һәм хәрби оркестр өсөн музыканттар тәрбиәләү мәктәбе булараҡ эш башлаған уҡыу йортона 1954 йылдан ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итәләр. Мәктәпкә 1991 йылда — гимназия статусы, ә 1994 йылда күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме бирелә.
Был уҡыу йортон тамамлаусылар араһында Башҡортостандың дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисов, Голландия дәүләт симфоник оркестры дирижеры А. Моң-көйҙән туҡылған тарихВакульский, композитор Нур Дауытов, йырсы Радик Динәхмәтов, Ҡазан консерваторияһы профессоры Ш. Низаметдинов кеүек билдәле шәхестәр бар.
Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән генә түгел, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 344 бала уҡый. Уларға 172 кеше тәрбиә һәм белем бирә.
— Беҙҙең төп маҡсат — физик, рухи яҡтан үҫешкән, белем алыуын артабан юғары уҡыу йорттарында дауам итерлек, илебеҙ һәм милләтебеҙ ғорурлығы булырҙай шәхестәр, профессиональ музыканттар тәрбиәләү, — ти гимназия-интернат директоры Эльмира Сафина.
Моң-көйҙән туҡылған тарихУҡыусылар ижад өсөн уңайлы мөхиттә йәшәй. Мәктәп төрлө әҙәби-музыкаль кисәләрҙән, күңелле концерттарҙан, байрамдарҙан, түңәрәктәрҙән гөрләп тора. Төп иғтибар балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелһә лә, гуманитар, теүәл фәндәр буйынса ла талап ҙур. Бигерәк тә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Филүзә Ишбирҙина, республиканың мәғариф алдынғылары Рәсимә Атанғолова, Гөлбүләк Ғәлләмова күп тырышлыҡ, күңел йылыһы һала. Балалар билдәле яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, артистар менән осраша, уларҙың ижады менән яҡындан таныша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Шулай уҡ олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. 170 самаһы малай һәм ҡыҙ ҡатнашҡан дүрт тынлы оркестр — гимназияның ғорурлығы һәм визит карточкаһы. Өлкән тынлы оркестр (художество етәксеһе — Фәнзир Ниғмәтйәнов) ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындарға лайыҡ була. Ҡалала үткәрелгән байрамдарҙа мәктәптең барабансы гусар ҡыҙҙарының сығышын дәррәү алҡышлап ҡаршы алалар.
Уҡыусылар музыканы өйрәнеүҙә лә, уҡыуҙа ла һынатмай. Улар гимназияның юбилейын ҙур еңеүҙәр, матур ҡаҙаныштар, күтәренке кәйеф менән ҡаршылай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518