Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Итәк ҡырҡып, ең ялғамайҙар
Яңы проект рәсәйҙәргә лайыҡлы ҡартлыҡ вәғәҙә итмәй

«Инде нисәнсе тапҡыр пенсия системаһына реформа үткәрәсәк закон проектын, ниһайәт, Дәүләт Думаһына тапшырыу көтөлә, – тип хәбәр итте 2011 йылдың 23 ноябрендә «Известия» гәзите. – Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында уны эшләү тамамлана. Закон ҡабул ителһә, пенсия эш стажына ҡарап билдәләнәсәк. Мәҫәлән, оҙағыраҡ эшләгән кеше пенсияны мулыраҡ аласаҡ. Бынан тыш, пенсияға ирекле сығыу хоҡуғы ла тәьмин ителә».

Йыл тамамланыу алдында, ләкин «Мотлаҡ пенсия страховкаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә октябрь аҙағында ғына сығарылды. Бындай һүлпәнлек, һис шикһеҙ, оло йәштәгеләр яҙмышына битарафлыҡ тураһында һөйләй. Рәсәй Пенсия фонды рәйесе Н. Дроздовтың әйтеүенә ҡарағанда, күптән көтөлгән был документ 2013 йылдың йәйендә генә әҙер буласаҡ.
«Рәсәй пенсия системаһы тотороҡһоҙлоҡ буйынса донъя рекорды ҡуя, – тип яҙҙы «Независимая газета» (31.10.12). – Һуңғы ун йылда власть әһелдәре пенсия түләү өсөн сығанаҡтар эҙләп, уны өсөнсө тапҡыр яңынан ҡарарға йыйына». Пенсия фондында аҡса етмәүҙең сәбәптәре бер нисә, ә иң мөһиме ватан иҡтисадының тотороҡһоҙлоғона бәйле. Капитализм шарттарында 20 йыл эш итеү осоронда Рәсәй донъя баҙарында энергетика менән һатыу итеүсе статусынан айырыла алманы. Был – бер. Икенсенән, Пенсия фондына аҡса күсереүҙән тайпылған структуралар ҙа байтаҡ. Вице-премьер О. Голодецтың баһаһы буйынса, илдә хеҙмәткә яраҡлы 87 миллион кеше иҫәпләнеп, 48 миллионы ғына социаль һалым түләй. Конституцияла ҡаралған бурыстарын үтәүҙән ҡасыусы 39 миллион кешегә ҡарата дәүләт органдары тейешле сараһын күрергә бурыслы. Тик ни рәүешле? Өсөнсөнән, беҙҙә пенсия тәғәйенләүҙә ғәҙел система ла юҡ, имеш. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын (ә был Рәсәй Конституцияһының 7-се һәм 19-сы статьяларына ҡаршы килә), мәхкәмә, «көс» ведомстволары, идара органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡанда пенсияны матди етештереү өлкәһендә эшләп киткәндәрҙән сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә күберәк ала. Ә бит матди байлыҡ етештереүсе генә – эшсе, төҙөүсе, игенсе, малсы – иҡтисадты алға этәрә.
Төрлө сығанаҡтарҙан алынған хәбәрҙәргә ҡарағанда, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарында Пенсия фондының тупланма өлөшөнә күсерелеүсе 6 процент килемдең 4 процентын ағымдағы түләүҙәргә йүнәлтеү буйынса уртаҡ фекергә киленмәгән. Пенсия тупланмаһының үҙгәрешһеҙ һаҡланыуы уны тотороҡландыра, тип иҫәпләй иҡтисадсылар. Тармаҡҡа оҙайлы инвестицияларҙы тап ошо юл менән йәлеп итергә мөмкин. Ә был алым үҙ сиратында халыҡҡа проценттар иҫәбенә табыш алырға мөмкинлек бирә. Иҡтисадсылар шулай уҡ тарифтарҙы күтәреүҙе лә хупламай. Әйткәндәй, РФ Президенты В. Путин да пенсияның тупланма өлөшөн кәметмәү яғында. «Рәсәй, алға!» форумында сығыш яһап, Кремль башлығы: «Тупланма пенсия – ул «оҙон аҡса» сығанағы, – тип белдерҙе. – Беҙ уны булдырып, ҙур файҙа эшләнек. Быйыл унда 2 триллион һум йыйылды, һәм ул инфраструктураны үҫтереүгә тотоноласаҡ».
Зарарлы тармаҡтарҙан, үҙ алдына эшләгән граждандарҙан Пенсия фондына түләүҙәрҙе, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң йәшәү срогын арттырыу (дожитие) хаҡында Дәүләт Думаһында тәүге уҡыуҙа төҙәтмәләр ҡабул ителде. Һуңғы пункт йәмәғәтселектә бәхәс тыуҙыра (депутаттар араһында ла ошо ҡарашты яҡлаусылар бар), сөнки уны элекке 18 йылдан 21 йылғаса арттырыу өсөн бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ юҡ: ирҙәрҙең байтағы пенсия йәшенә етмәй донъя ҡуя.
Стратегия проектында ниндәй яңылыҡтар күҙгә ташлана? Хөкүмәттең тәүге планы буйынса тулы пенсияға хоҡуҡлы булыу өсөн эш стажын 5 йылдан 40 йылға тиклем арттырыу күҙ уңында тотола. Әммә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) мәғлүмәттәренән күренеүенсә, был тәҡдимде халыҡ хупламай. Күпселек пенсия күләме хеҙмәт стажына бәйле булырға тейеш тип иҫәпләй. Респонденттарҙың 75 проценты, 40 йыллыҡ эш стажы тураһындағы тәҡдим ғәҙел түгел, тигән ҡарашта. Әйткәндәй, В. Путин был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе: тулы пенсия алыу өсөн 35 йыл эшләү ҙә етә.
Сит илдәрҙә был проблеманы нисек хәл итәләр? «Независимая газета»ның мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар Рәсәйҙә һәм Венесуэлала ғына 55 йәштән хаҡлы ялға сыға. Төркиәлә пенсия алыу өсөн 58 йәшкә етеү мотлаҡ. Бөйөк Британия, Франция, Италия, Польша, Чехия, Греция, Көньяҡ Корея, Аргентина, Чили илдәрендә – 60, Венгрияла – 61, Германия һәм Мексикала – 65, ә АҠШ-та 66 йәштә генә пенсияға сығыу хоҡуғына эйәләр. Эш стажына талаптар төрлөсә. Германияла ул ике енес өсөн дә 5 йылдан артмаһа, АҠШ-та, Чехияла, Чилиҙа – 10, Грецияла – 12, Венесуэлала – 14, Бразилияла –15 йыл. Тулы пенсия алыу өсөн Францияла ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа 40 йыл эшләргә бурыслы. Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙ өсөн – 39, ирҙәргә 44 йыл хеҙмәт стажы ҡаралған.
«Рәсәй Пенсия фондының пенсия формулаһын ҡайтанан ҡарау тураһындағы тәүге хәбәре 2010 йылдың сентябрендә үк яңырыуын иҫәпкә алғанда, властарҙың пенсия түләү буйынса яңы ҡарары өсөн өс йыл кәрәк булды, – тип ғәжәпләнә «Независимая газета». – Был фундаменталь мәсьәлә финанс системаһының камиллыҡтан алыҫ булыуы тураһында ла һөйләй. Пенсияның тупланма һәм страховка өлөшөн тәьмин итеү өсөн дәүләттең ике йыл буйына сара күрмәүе уның был мәсьәләне мөһим тип ҡарамауына ишаралай». Гәзит элекке СССР граждандарының йылына 2 – 3 процент өҫтәмә өсөн һаҡлыҡ банкына аҡсаларын һалыу тәжрибәһен килтерә һәм, «әгәр дәүләт пенсия системаһына ышанысты нығытһа, шәхси иғәнәләр йылға кеүек ағыр ине», — тигән һығымта яһай.
Проект, үрҙә әйтеп үтелеүенсә, депутаттарҙа ла төрлө фекер уята. «Пенсия реформаһының хәҙергеһендә иҫәп-хисап формулаһы, аныҡлыҡ күҙәтелмәй, – ти Дәүләт Думаһының ҡаҙна һәм һалымдар комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары О. Дмитриева. – Уҡыу йылдары, 2002 йылға тиклемге страховкаланмаған осор нисек иҫәпкә алына – был турала тейешле мәғлүмәт бирелмәгән». «Стратегияла һүҙ хеҙмәт стажы тураһында түгел, ә страховка түләүҙең норматив стажы хаҡында бара, – тип аңлатма бирә «Новая газета». – Тимәк, унан армияла хеҙмәт итеүҙе, эшһеҙ йөрөгән, дауаханала ятҡан осорҙо алып ташларға кәрәк».
«Пенсия – эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие, һәм уны эшләп йөрөгәндәргә түләү мохтажлығы юҡ, – ти танылған социолог О. Крыштановская. – Ә эшләй алмағандар өсөн дәүләт пенсияны арттырырға бурыслы. Йә пенсия, йә эш хаҡы».
15 ноябрҙә пенсия реформаһының яңы варианты РФ Президенты ҡарамағына тапшырылырға тейеш ине, әммә ул бер айға кисектерелде: профсоюздарҙы – льготаларҙан файҙаланыусыларҙың кәмеүе, эш биреүселәрҙе – страховка иғәнәләренең артыуы, ә инвестиция баҙарын тупланма өлөштөң ғәмәлдә юҡҡа сығыуы ҡәнәғәтләндермәй. «Тупланма өлөштө 4 процентҡа кәметеү киләсәктә лайыҡлы пенсия түләүгә ҡамасаулаясаҡ, – ти элекке финанс министры А. Кудрин. – Эшләүселәр аҙыраҡ буласаҡ, һалым йыйыу кәмейәсәк һәм пенсиялар түбән төшәсәк». Башҡарма власть был мәсьәләне хәл итеүҙең юлдарын үҙенсә тапҡан да кеүек. Пенсия фондын тулыландырыу өсөн үҙ алдына эшләгәндәрҙән йыйылған иғәнәләрҙе 2013 йылда хеҙмәткә түләүҙең ике минималь күләменә (МРОТ), 2015 йылда өс МРОТ-ҡа еткереү күҙ уңында тотола. Ошо юл менән 2013 йылда бүлеү системаһына – 40 миллиард һум, 2015 йылда ике тапҡырға күберәк өҫтәмә килеүе ихтимал. Ләкин бының артыҡ мәшәҡәт тыуҙырыуы бар, тип иҫәпләй белгестәр. Эшҡыуарҙар, адвокат һәм нотариустарҙың килемен кәметеп күрһәтеүе, сығымдарын клиенттар иңенә һалыуы ла мөмкин бит әле.
Итәк ҡырҡып, ең ялғамайҙар, ти халыҡ әйтеме. Ошо күҙлектән ҡарағанда, Глобалләштереү проблемалары институты директоры М. Делягиндың «Независимая газета»ла донъя күргән фекерҙәре иғтибарға лайыҡ. «Пенсия реформаһы 1997 йылдан тикшерелә, 2004 йылдан бирле граждандарҙы яфалай, – ти автор. – Бәхәстең икенсел булған мәсьәләләр хаҡында барыуы рәсәйҙәргә лайыҡлы ҡартлыҡ тәьмин итмәй. Юғары социаль иғәнәләр хеҙмәт хаҡы фондына ауыр йөк булып ята. Айына 42,7 мең һумдан кәмерәк алғандар һалымды 39 процент түләһә, байҙар төрлө юлдарын табып, 6 процент ҡына түләй». Шәхси килемгә прогрессив һалым мәсьәләһен күтәреп, М. Делягин өс йәшәү минимумынан кәмерәк эш хаҡы алғандарҙы һалымдан бөтөнләй азат итергә саҡыра.
Депутаттар, башҡарма власть органдары пенсия мәсьәләһен донъя мәмләкәттәре алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ дәрәжәлә хәл итә алырмы? Бөгөн был һорауға ыңғай яуап ҡайтарыу өсөн дәлилдәр юҡ. Бар ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған оло йәштәгеләр лайыҡлы йәшәһен, сәскәненә ҡарап уңыш йыйһын өсөн ихтыяр ғына кәрәк. Бөгөн үк юғары килемгә эйә, ә һуңынан шундай уҡ мул пенсия аласаҡ депутаттарҙа был теләк самалы.
Мәхмүт Хужин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507