Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетле ғаиләләр һанын нисек арттырырға?
Бәхетле ғаиләләр һанын нисек арттырырға?Әсә көнөн билдәләмәгән бер генә ил дә юҡтыр, моғайын. Ә Рәсәйҙә ул сағыштырмаса яңыраҡ рәсми байрам булараҡ иғлан ителде. Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе әсә хеҙмәтенә, мәңгелек ҡиммәттәргә, ҡояштан да ҡайнар, диңгеҙҙәрҙән дә тәрән әсә мөхәббәтенә оло рәхмәт һүҙе менән ауаздаш.
Әсә — һәр кемдең тормошонда яҡты эҙ, матур хәтирәләр ҡалдырған, ҡәҙерле һәм яҡын кешеләре өсөн утҡа-һыуға инер изге йән эйәһе. Уға бөгөн ниндәй генә йылы һүҙҙәр әйтелһә лә, аҙ булыр төҫлө. Ошо күркәм байрам алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә ҒҮМӘРОВА менән осрашыуҙа һүҙ республикабыҙҙа әсәләргә, ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам, ихтирам һәм иғтибар тураһында барҙы.

Яңы йылда — яңы үҙгәрештәр

Һүҙ ҙә юҡ, власть органдары һәм йәмәғәтселек халыҡтың именлегенә өлгәшеү, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа социаль ярҙамды әүҙемләштереү, демографик хәлде яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе даими хәл итеү өҫтөндә. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында ла ошо күркәм, әһәмиәтле йола дауам итте. Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, әлегә был мөһим эштәрҙең уңышлы, тотҡарлыҡһыҙ башҡарылыуына яуаплы ведомстволарҙың тарҡаулығы, ҡулға-ҡул тотоноп эшләй белмәүе аяҡ сала. Ысынлап та, республикабыҙҙа халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе ойошмаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ, ә ҡырҡыу мәсьәләләр һис кәмемәй. Етәксенең: “Социаль өлкә бөгөн һөҙөмтәле эшләргә бурыслы. Әлегә уға мобиллек, оперативлыҡ етешмәй. Асыҡлайһы, хәл итәһе һәр мәсьәлә буйынса министрлыҡ төҙөп булмай бит”, – тигән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк ярылып ята.
Ғаиләнең йәшәү сифатын нисек яҡшыртырға? Демографик мәсьәләне ниндәй юлдар менән хәл итеү отошлораҡ? Башты ауырттырған тап ошо ике мәсьәләне сисеү өсөн социаль сәйәсәттәге өҫтөнлөктәрҙе, ҡанундарҙы, пособие түләүҙәрҙе өр-яңынан ентекләп өйрәнеү, сағыштырыу, бер төплө фекергә килеү мотлаҡ. Билдәле, был осраҡта халыҡты социаль яҡлау механизмы ла үҙгәрәсәк, адреслылыҡ һәм ғәҙеллек уның төп принциптарына әүерелергә тейеш.
Ошо йүнәлештәге тәүге аҙымды 2013 йылдың 1 ғинуарынан тоя башлаясаҡбыҙ. Ҡулайлаштырыу еле пособиелар түләүгә лә ҡағыласаҡ. Балаға түләнгән айлыҡ пособие башҡа төр түләүҙәр (аҙ килемле ғаиләлә тәрбиәләнгән, ауылда йәшәгән 1 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән) һәм күп балалы ғаиләләр өсөн (транспорт, физкультура-спорт һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге хеҙмәттәр) ҡаралған айырым льготалар (аҡсалаштырылғандан һуң) берләштереләсәк. Өҫтөнлөгө шунда: беренсенән, документ йыйыу еңелләшәсәк, ваҡыт та аҙ талап ителәсәк, икенсенән, льготаларҙы аҡсалаштырыу ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләйәсәк. Ни өсөн тигәндә, физкультура-спорт хеҙмәттәренән күбеһенсә ҡала балалары бушлай файҙалана алды, ә бассейн да, фитнес клубы ла булмаған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең льготаһы ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Льготаларҙы аҡсалаштырыу һөҙөмтәһендә аҙ килемле, ишле ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаға айлыҡ пособие күләме 410 һумға артасаҡ.

Аныҡ миҫалда...

“Балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законға ярашлы, башланғыс һөнәр биреү дәүләт учреждениеларында уҡыусылар иҫәбенә (белем алыуҙың көндөҙгө формаһына ҡағыла) айлыҡ пособие алыусылар һаны артасаҡ.
Үҙгәрештәрҙең өҫтөнлөгөн аныҡ миҫалда иҫбатлайыҡ. Ауылда йәшәүсе ишле, аҙ килемле ғаиләлә ике уҡыусы һәм бер йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы — берҙән-бер әсә. Бөгөн ул социаль түләүҙәрҙе алыу өсөн (һәр ярҙам төрөнә) биш пакет документ әҙерләй. Хәҙерге закон буйынса ғаиләгә 1364 һум 50 тин күләмендә пособие тәғәйенләнә.
Ә 2013 йылдың 1 ғинуарынан, яңы Законға ярашлы, күп балалы әсә халыҡты социаль яҡлау органына бары бер пакет документ илтергә һәм балаһына 2184 һум 50 тин күләмендә пособие алырға тейеш.
Иҫәп-хисап түбәндәгесә башҡарыла:
1. 1 йәшкә тиклемге сабыйға:
яңғыҙ әсәнең балаһына ай һайын түләнеүсе пособие — 284 һум.
Ауыл ерендә йәшәүсе 1 йәшкә тиклемге сабыйға айлыҡ пособие — 115 һум.
Күп балалы, аҙ килемле ғаиләләге балаға социаль пособие — 132,5 һум.
2. Яңғыҙ әсәнең мәктәптә уҡыусы балаларына тәғәйенләнгән айлыҡ пособие — 284 һум + 284 һум.
Аҙ килемле, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн социаль пособие — 132,5 һум + 132,5 һум.
Физкультура-спорт һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге бушлай күрһәтелеүсе хеҙмәттәргә льготаларҙы аҡсалаштырыу — 410 һум + 410 һум.
3. Шулай итеп, был ғаилә киләһе йылда айлыҡ пособиены 2012 йылдағыға ҡарағанда 820 һумға күберәк аласаҡ.
Белешмә өсөн. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала 183 491 ғаилә балаһына айлыҡ пособие ала. Уларҙа, ғөмүмән, 297 226 бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләләр һаны — 33,7 мең.

Имен ғаилә — илгә ҡеүәт

Балалар баҡсаһына мохтажлыҡ әсәләрҙең эшкә сығыуына, ғаиләләрен матди яҡтан тәьмин итеүенә ҙур тотҡарлыҡ булып тора.
Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, әле 11 меңдән ашыу сабый өсөн урын кәрәк. Бынан бер нисә йыл элек балалар баҡсаһына сиратта 55 мең бала тороуын иҫәпкә алһаң, бөгөнгө һан шаҡ ҡатырлыҡ тойолмай. Әммә һәр һан артында — әсә, ғаилә яҙмышы, тормош сифаты, сәләмәтлек, кәйеф тороуын да онотмайыҡ. 2015 йылға балалар баҡсаһына сиратты бөтөрөү бурысы ҡуйылған.
Социаль етемдәр проблемаһы ла киҫкенлеген юғалтмай әле. Вице-премьерҙың әйтеүенсә, республикалағы 18 мең етемдең 90 проценты “социаль етемдәр” категорияһына ҡарай. Бер баланы интернат учреждениеһында тотоу дәүләткә ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә (300–350 мең һум).
— Социаль етемлек — ҡатмарлы мәсьәлә. Тик ғаилә “имен булмағандар” категорияһына ингәнгә ҡәҙәр уның менән эш башлау хәйерле. Балаларға ҙур яуаплылыҡ талап иткән ата-әсә бурысы тураһында бәләкәйҙән үк төшөндөрөү мөһим. Беҙ бит уларҙы машина йөрөтөргә, белем, хеҙмәт күнекмәләре алырға өйрәтергә тырышабыҙ. Ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре хаҡында үҙ эшенең оҫталары булған белгестәрҙең — психологтарҙың, юристарҙың — кәңәше кәрәкле булыр ине. Ғөмүмән, беҙҙең алда ғаиләнең абруйын, дәрәжәһен күтәреү маҡсатында күмәкләп эшләү бурысы тора, — тине Премьер-министр урынбаҫары.
Күп балалы ғаиләләр өсөн йәнә күңелле яңылыҡ: киләһе йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан (5600 һум) түбән булған ишле ғаиләләр йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаларының һәр береһе өсөн өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 232 миллион һум аҡса бүленгән.
И. ФӘТИХОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518