Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Социаль хәлебеҙ күпме һалым туплауға бәйле”
“Социаль хәлебеҙ күпме һалым туплауға бәйле”Редакцияның сираттағы ҡунағы — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы Римма Мансаф ҡыҙы ҒАРИПОВА. Ул гәзит уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға яуап биреп, республиканың һалым инспекцияһы хеҙмәте эше менән таныштырасаҡ.

— Римма Мансаф ҡыҙы, һүҙҙе күптәребеҙгә аңлатмаһы ябай ғына булып тойолған, үҙ эсенә сер йомғағын йомғандай ябыҡ, әммә, шул уҡ ваҡытта, һәр беребеҙҙең ишеген йылына әллә нисәмә тапҡыр “түләү ҡағыҙҙары” булып ҡағып ингән һалым системаһы тураһында алып барайыҡ. Ғөмүмән, нимә ул һалым хеҙмәте?
— Бер генә дәүләт тә һалымдарһыҙ йәшәй алмай, сөнки уның ҡеүәте, халҡының матди, социаль хәле туранан-тура дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыуға бәйләнгән. Һалым хеҙмәте ошоларҙы аңлатыусы, һалым йыйыу һәм илдең Һалым ҡануниәтен контролдә тотоусы орган булып тора. Төп ике йүнәлешен атап үтергә мөмкин: мәғлүмәти-аңлатыу эше, аналитик-контроль, йәғни һалым үтәлешен контролдә тотоу. Башҡортостанда федераль һалым хеҙмәте органының республика идаралығы һәм район-ҡалаларҙа урынлашҡан территориаль органдар бар.

— Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтендә республика бюджеты тикшерелде. Унда сығыш яһап, Президент Рөстәм Хәмитов былай тине: “Дөйөм алғанда, бюджетты тулыландырыу ыңғай бара. Һалым йыйыуҙа беҙ планды арттырып үтәйбеҙ. Һалым килеме инеү буйынса алдынғылар рәтендә торабыҙ”. Аныҡ һандарҙы алғанда, был нимәләрҙә сағыла?
— Беҙ федераль, республика һәм урындағы бюджетты тулыландырабыҙ. Әгәр ҙә 1 ноябргә булған һандарға күҙ һалһаҡ, федераль бюджетҡа 76 миллиард һум аҡса күсерелгән. Дөйөм республика бюджетына 77 миллиард 265 миллион һум йыйылған, был үткән йылғы ошо ваҡытҡа ҡарағанда 7,6 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Ошоларҙың 61 миллиард 179 миллионы (7 процент үҫеш) республика ҡаҙнаһына китһә, муниципаль район һәм ҡала округтары бюджетына 16 миллиард 86 миллион һумы (9,8 процентҡа күберәк) ебәрелгән. Һалымдың республика бюджетына тупланыу структураһын ҡараһаң, иң күбе кешеләрҙең килеменә һалынғаны тура килә — 38 процент, килем, табыштан алынғаны — 35, ә милек һалымы — 13 процент.
— Һәр кемде үҙенә шәхсән ҡағылған, йәғни эшләп алынған, башҡа юл менән килгән килеменә һалынған һалым — НДФЛ — ҡыҙыҡһындыра. Ошоға ныҡлабыраҡ туҡталып үтһәгеҙ ине.
— Әлбиттә, кешене тәү сиратта үҙҙәренең килеменә, транспортына, мөлкәтенә, ергә һалынған һалымдар борсой. Эшләп алынған килем һалымының күбеһе эш биреүселәр тарафынан түләнеп, бюджетҡа күсерелә. Ләкин мөлкәтте, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатыуҙан, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙән алынған килемдәр тураһында граждандар үҙҙәре һалым органдарына еткерергә, отчет бирергә тейеш.
— Үҙ теләктәре менән килеп декларация тултырған, шул иҫәптән, алынған табыштарын күрһәткән граждандарға берәй төрлө ташламалар бармы?
— Намыҫлы һалым түләүселәргә социаль яҡлап та, башҡа яҡлап та ташламалар ҡаралған. Әйткәндәй, республика халҡы килемдәренә үҙаллы декларация тултырыу механизмын әүҙем ҡуллана, ташламаларға хоҡуҡтары барлығын белдерә. Мәҫәлән, 2012 йылдың ун айына 192 мең декларация килде, был иһә былтырғы ошо ваҡытҡа ҡарағанда 11 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Иң күп ташламалар, йәғни аҡсаларын өлөшләтә ҡайтарыуҙар милек һәм торлаҡ төҙөүгә ҡағыла. Быйылғы йылдың ноябрь башына 74 мең ошондай декларация тултырылған, йәғни үткән йылға ҡарағанда 26 процентҡа күберәк. Икенсе урында уҡыуға, кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыуға түләнгән хаҡтарын өлөшләтә ҡайтарыуҙарға ҡағыла — 51 мең декларация. Шулай уҡ килемдәрен мотлаҡ күрһәтергә тейешле кешеләр тарафынан да декларациялар тултырыу әүҙемләшкән.
— Һалымсылар телендә “физические лица” тип йөрөтөлгән ил халҡының иң ҙур ҡатламын ҡыҙыҡһындырғаны — моғайын, милек һалымылыр...
— Милек, мөлкәт һалымы айырым һөйләшеү талап итә. Халыҡтың күпселеге ниндәйҙер милеккә хужа булып тора: фатир, бүлмә, өй, ер биләмәһе, транспорт һәм башҡалар. Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы, кешеләрҙән ошо мөлкәттән һалым йыйыу беҙҙең органдарға йөкмәтелгән. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, һалым теркәү һәм иҫәп алып барыусы органдар мәғлүмәттәре буйынса һалына. Әйтәйек, транспорт өсөн мәғлүмәтте дәүләт техник күҙәтеүе, бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы, ЮХХДИ органдары бирә, ер биләмәһе өсөн урындағы үҙидара һәм дәүләт реестры, күсемһеҙ милеккә дәүләт реестры һәм техник инвентаризация органдары тарафынан ебәрелә. Шуныһын да әйтергә кәрәк: милек һалымын үткән йыл өсөн ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем түләргә кәрәк ине. Һалым түләүселәргә ебәрелгән белдереү ҡағыҙында ла үҙгәрештәр бар. Хәҙер бер кешегә тәғәйенләнгән, бер үк һалым инспекцияһына ҡараған объекттар бер ҡағыҙҙа ғына күрһәтелә. Бының ыңғай яғын да билдәләргә кәрәк, ошонда уҡ йыртмалы бит тә бар: кешеләр мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ-дөрөҫ булмауы тураһында һалым органдарына яҙып ебәрә ала. Граждандар үҙҙәренә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе Интернет-сервис (“Личный кабинет налогоплательщика физических лиц” — www.nalog.ru) аша ла белә ала. Бының өсөн теләһә ҡайһы ерҙә урынлашҡан һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итһәң дә була. Элек һалым иҫкәртмәләре кешенең теркәлгән урынына ебәрелһә, хәҙер ҡайҙа булыуыңа, йәшәүеңә ҡарамаҫтан, үҙеңә мәғлүмәт алырға мөмкин.
— Редакцияға ер пайы тураһында байтаҡ һорауҙар килә. Шул иҫәптән ер пайы өсөн ҡаралған һалымдар буйынса ла. Ошо мәсьәләгә туҡталып үтһәгеҙ ине.
— Ер һалымын түләүселәргә биләмәгә хужа, мәңгелеккә вариҫлыҡҡа һәм сикләнмәгән ваҡытҡа алыу хоҡуғына эйә булыусылар инә. Йәғни кеше пай өлөшөн теркәп, милек хоҡуғын теркәү тураһында танытма алған икән, ул һалым түләүсе булып тора. Биләмәһен файҙаланыуы-файҙаланмауы, ҡуртымға биреүе-бирмәүе мөһим түгел.
Шулай уҡ һалым һалынған айырым категорияға ҡараған биләмә лә бар — күп фатирлы йорттар торған ерҙәр.
— Шәхси эшҡыуарҙарҙы, үҙ эшен асырға йыйыныусыларҙы киләһе йылдан көсөнә инәсәк “патент системаһы” ҡыҙыҡһындыра...
— “Яңы” патенттар тураһында һөйләгәндә, шәхси эшҡыуарҙар уны 2013 йылдың 1 ғинуарынан уҡ ҡуллана башлай ала. Ул эшҡыуарлыҡ буйынса Башҡортостан Республикаһы закондарында күрһәтелгән 47 төргә ҡағыла (29.10.2012, №592-з). Был – эшҡыуарҙар өсөн иң ябай, шул уҡ ваҡытта отошло һалым түләү системаһы. Һалымдар буйынса отчеттар талап ителмәйәсәк. Бынан тыш, патент алыу ваҡытын үҙеңә һайларға мөмкин. Йыллыҡ потенциал килем эш төрөнә ҡарап билдәләнә. Эшҡыуар үҙе генә лә эшләй ала, шулай уҡ 15 кешегә тиклем эшсе көс йәлеп итеүе лә мөмкин.
“Иҫке” патенттар республикала 2008 йылдан бирелә килде. Мәҫәлән, 2012 йылдың 1 ноябренә тиклем 7 666 патент алғандар. Былтыр иһә был һан 1,6 тапҡырға аҙыраҡ ине. Ғөмүмән, патент ҡулланыу йүнсел халыҡ өсөн бик тә отошло.
— Бюджетты тулыландырыу буйынса республика һалымсылары Рәсәй Федерацияһында алдынғылар рәтендә тора. Был нилектән килә: беҙҙә айырым система булдырылғанмы, әллә эш алымдары башҡасамы?
— Бар һөҙөмтә, өлгәшелгән уңыштың сере — етәкселектең, һалым органдарындағы хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эше өсөн янып, бар көсөн биреп эшләүендә. Мәҫәлән, беҙ “Һалымсыларҙың шәхси кабинеты”н булдырыуҙа алда инек, әле яңы программа буйынса хеҙмәтләндереүҙе индерәбеҙ. Бөтә Рәсәй һалым-сервис филиалын асыуҙа ла әүҙем эшләнек. Ғөмүмән, бюджетты тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, бер үк ваҡытта һалым түләүселәрҙең мәнфәғәтен дә уйлап, ижади эшләргә тырышабыҙ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513