Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырҙармы?
Әле илебеҙҙә белем биреү 1992 йылда ҡабул ителгән, унан төрлө йылда төҙәтмәләр индерелгән “Мәғариф тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ҙур тиҙлек менән алға барған заманда яңы ҡанунға ихтыяж күптән тыуғайны.

Уны әҙерләү бер нисә йыл элек башланды. Закон проекты буйынса фекер алышыу, тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһында ошо мәсьәләгә арналған йыйылышта Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов та сығыш яһаны.
— Төбәктә яңы закон проекты буйынса әүҙем эш алып барыла, — тине ул. — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республика дәүләт власының башҡарма органдары ошо мәсьәлә буйынса үткәрелгән парламент тыңлауҙарында, видеоконференцияларҙа ҡатнашты. Закон проектына тәҡдимдәр эшләү буйынса эш төркөмө төҙөлдө.
Әлфис Суфиян улы ултырышта ҡатнашыусыларға ошо эш төркөмөнөң дүрт тәҡдимен еткерҙе. Уларҙың беренсеһе — ауыл уҡытыусыларына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса социаль гарантия булдырыу. Әлеге Закон буйынса ауыл ерлегендә, эшселәр ҡасабаһында йәшәгән һәм эшләгән педагогик хеҙмәткәрҙәр торлаҡ, йылытыу һәм яҡтыртыу өсөн түләү сығымдарына компенсация алыу хоҡуғына эйә. Яңы ҡанун проекты тәҡдим иткән пункттарға ҡарағанда, улар ярҙамдан мәхрүм ҡаласаҡ.
— Шул уҡ ваҡытта проектта педагогик хеҙмәткәрҙең социаль статусы, матди хәленең кимәле аныҡ билдәләнергә тейеш, — тине Әлфис Ғаязов. — Юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең төп принциптарын да теркәргә кәрәк.
Икенсе тәҡдим һөнәри белем биреү учреждениеларына ҡабул итеүҙәге төп талаптарға ҡайтып ҡалды. Беҙҙең белгестәрҙең фекеренсә, закон проекты уҡыусыларға һәм студенттарға социаль гарантияларҙы ҡыҫа. Мәҫәлән, инвалид балаларҙы юғары уҡыу йортона конкурстан тыш ҡабул итеүҙе бер йыллыҡ түләүһеҙ әҙерлек курсына алмаштырыу ҡаралған. Был сара һөҙөмтәле булырмы икән?
Республиканың мәғариф министры үҙ сығышында милли республикаларҙа дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты.
— Бөгөнгө Закондан айырмалы, проектта телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу буйынса айырым статья юҡ, дәүләт теле булған урыҫ телендә белем алыу мөмкинлеге менән генә сикләнелә, — тине ул. — Яңы проект белем биреү өлкәһендә комплекслы документ булғанлыҡтан, унда Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт телдәрен уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙар ҙа сағылыш табырға тейеш. “Мәғариф тураһында”ғы Федераль закондағы республикаларҙың дәүләт телдәрен өйрәтеү урындағы ҡануниәт тарафынан көйләнергә тейешлеге хаҡындағы положениеларҙы проектта ла һаҡларға тәҡдим итәбеҙ.
Дүртенсе мәсьәлә — ауыл халҡының фекерен иҫәпкә алмайынса, белем биреү учреждениеларын ябыу. Проектта муниципаль уҡыу йорттарын үҙгәртеп ҡороу йә иһә ябыу ҡала һәм район округтары вәкилдәренең ризалығы менән башҡарыла, тип әйтелә. Беҙҙең белгестәрҙең фекеренсә, ауыл халҡының да ҡарашын иҫәпкә алырға кәрәк. “Мәғариф тураһында”ғы әлеге Закон буйынса был мәсьәлә граждандарҙың йыйылышында хәл ителә.
Күп милләтле Башҡортостандың педагогик йәмғиәтенең тәҡдимдәре иҫәпкә алыныр тип өмөтләнергә ҡала.
Дилбәр ИШМОРАТОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506